Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
13 Ғинуар , 17:09

“Урғаҙалағы хәл ныҡлы иғтибар үҙәгендә тотола”

Билдәле булыуынса, былтыр йыл аҙағында Моҡас ауыл биләмәһенең Беренсе Төркмән ауылында һыйыр малында йоғошло төйөрлө дерматит ауырыуы асыҡланып, киҫкен эпизоотик хәл килеп тыуғайны. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, БР Ветеринария идаралығы, район хакимиәте, Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһының ветеринария станцияһы был проблеманы баштан уҡ етди контролгә алып, ҡурҡыныс сирҙе бөтөрөү, уны артабан таратмау маҡсатында барыһын да эшләне. Ауыл халҡы менән бер нисә тапҡыр сход үткәрелеп, һөйләшеүҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Ветеринария идаралығы, район хакимиәте етәкселәре ҡатнашты.  

“Урғаҙалағы хәл ныҡлы иғтибар үҙәгендә тотола”
“Урғаҙалағы хәл ныҡлы иғтибар үҙәгендә тотола”

Билдәле булыуынса, былтыр йыл аҙағында Моҡас ауыл биләмәһенең Беренсе Төркмән ауылында һыйыр малында йоғошло төйөрлө дерматит ауырыуы асыҡланып, киҫкен эпизоотик хәл килеп тыуғайны. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, БР Ветеринария идаралығы, район хакимиәте, Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһының ветеринария станцияһы был проблеманы баштан уҡ етди контролгә алып, ҡурҡыныс сирҙе бөтөрөү, уны артабан таратмау маҡсатында барыһын да эшләне. Ауыл халҡы менән бер нисә тапҡыр сход үткәрелеп, һөйләшеүҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Ветеринария идаралығы, район хакимиәте етәкселәре ҡатнашты.

Әлбиттә, малдары ҡазаланған шәхси ярҙамсы хужалыҡтар, КФХ-лар ярҙамһыҙ ҡалманы, улар дәүләттән яҡшы күләмдә компенсация алып ҡыуанды. Бынан тыш, халыҡҡа даими рәүештә гуманитар ылау ойошторолдо, күп балалы ғаиләләр, мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр ҙә ярҙамһыҙ ҡалманы. Ауылдың көнкүреш мәсьәләләрен, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларының проблемаларын хәл итеүгә ҙур иғтибар бүленде, хоккей майҙансығы барлыҡҡа килде. Быларҙың барыһы өсөн дә төркмәндәр ҙур рәхмәтле.

Республиканың Ветеринария идаралығы, район хакимиәте, төбәктең ветеринария хеҙмәте дерматит сирен ауыҙлыҡлау буйынса мөмкин булғандың барыһын да эшләһә лә, 28 декабрҙә Йылайыр ауыл биләмәһенең Урғаҙа ауылындағы ике шәхси хужалыҡтағы һыйыр малдарының ошо ауырыуға дусар булыуы асыҡлана. 29 декабрҙә иһә ветеринар саралар ойоштороу башлана: Урғаҙала карантин иғлан ителә, ауыл малын беренсел вакцинациялау үткәрелә, ветеринар-санитар постар ҡуйыла. 31 декабрҙә унда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелә.

Райондың ветеринария станцияһы тарафынан һәр шәхси хужалыҡтағы малдың ауырыу-ауырымауын тикшереү башлана. Бер нисә көн дауамында ныҡышмалы эш алып барғандан һуң, тағы ла бер нисә хужалыҡ малының атап үтелгән сиргә дусар булыуы асыҡлана. Дөйөм алғанда, дерматит ауырыуынан 12 шәхси хужалыҡ зыян күрә. Барлығы 90 баш һыйыр малы (шул иҫәптән 52 һыйыр) һәм 98 баш ваҡ мал зарарлана. Әйткәндәй, Урғаҙала 681 баш һыйыр малы, 767 баш ваҡ мал аҫрала.

-Урғаҙалағы хәл Башҡортостан Хөкүмәте, Ветеринария идаралығы, район хакимиәте һәм төбәктең ветеринария хеҙмәте тарафынан етди контролдә тотола, даими рәүештә штаб ултырыштары үткәрелә, - ти район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов. - Унда ауырыу асыҡланғас та, бөтөн кәрәкле саралар ойошторолдо, һыйыр һәм ваҡ малдарға ике тапҡыр вакцина һалынды. Ә бына ауырыуға дусар булған 12 шәхси хужалыҡтағы малдарҙы утилләштерергә тура киләсәк. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең Бойороғо бар.

Әйтергә кәрәк, вакцинаның эффектлылығы бик ҙур. Уны икенсе тапҡыр һалғандан һуң, егерме беренсе көнгә малда 100 процент иммунитет барлыҡҡа килә. Тимәк, вакцинанан ҡурҡырға ярамай, тик шул юл менән һәм кәрәкле ветеринар-санитар талаптарҙы үтәгәндә генә беҙ был яман сирҙән ҡотола аласаҡбыҙ.

Бер үк ваҡытта райондың барлыҡ ауылдарындағы малды вакцинациялау дауам итә. Әле 20 мең самаһы һыйыр малына һәм 21 мең баш ваҡ малға беренсел вакцина һалынды.Икенсе тапҡыр иһә 10 мең һыйыр малына һәм 11 мең баш һарыҡ-кәзәгә эшләнде. Атап әйткәндә, Моҡас ауыл биләмәһе тирәләй 30 км радиустағы барлыҡ ауылдар малына ике тапҡыр прививка һалынды. Әле Таулыҡай, Ҡолсора, Бикеш, Ишмырҙа, Билал, Ишбирҙе ауыл биләмәләрендә беренсел вакцина эшләү дауам итә.

Билдәләп үткәнемсә, йоғошло төйөрлө дерматит сирен иҫкәртеү маҡсатында барлыҡ ветеринар-санитар талаптарҙы теүәл үтәү, шулай уҡ малды ситкә сығарыу һәм районға индереү ҡәтғи тыйыла. Ә бына итте ситкә һатыу рөхсәт ителә, әммә мал махсус һуйыу пункты аша үтергә тейеш.

Ғөмүмән, был яман сирҙе беҙ күмәк көс менән генә еңә алабыҙ. Шуны онотмайыҡ.

Әйткәндәй, 12 ғинуарҙа БР Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, уның ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов һәм төбәктең ветеринария хеҙмәте начальнигы Рәил Әбүбәкиров Урғаҙа ауылы халҡы менән осрашты. Һөйләшеүҙә ауылда таралған йоғошло төйөрлө дерматит ауырыуына ҡаршы көрәш, малдары ҡазаланған шәхси хужалыҡтарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре көн үҙәгенә сығарылды, халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирелде. Утилләштерелгән мал өсөн баҙар хаҡтары менән компенсация түләнәсәк.

Азамат Мөхәмәтшин.

 

 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас в