Һаҡмар
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Декабрь 2021, 15:03

"Ҡымыҙ продукты" һатыуға сыҡты

Баймаҡтағы бейә һөтөн һәм ҡымыҙын киптереү буйынса махсуслашҡан "Экопродукт" ЯСЙ-һы аҙыҡ-түлек ассортиментын киңәйтеү өсөн маҡсатлы эш алып бара.Ошо көндәрҙә бында төбәктә иң беренсе булып "Ҡымыҙ продукты" сығарыла башланы.

"Ҡымыҙ продукты" һатыуға сыҡты
"Ҡымыҙ продукты" һатыуға сыҡты

"Экопродукт" йәмғиәте белгестәре бының өсөн тәүҙә Башҡорт дәүләт аграр университетында

махсус уҡыуҙарҙа булып,

тейешле документ алып ҡайтты һәм яңы продукция сығарыу буйынса ең һыҙғанып эш башланы.Әйтергә кәрәк, яңы продукт үҙенсәлекле тәме һәм юғары сифаты менән айырылып

тора, уны етештергәндә тейешле технология күҙәтелә.Белгестәр һәм тәүге һатып алыусылар тарафынан ул юғары баһа алды.

Бейә һәм һыйыр һөтөн әсетеп эшләнгән "Ҡымыҙ продукты" 0,5 литрлыҡ һауыттарҙа Өфө һәм Баймаҡ ҡалалары магазиндарына һатыуға сығарыла башланы.Баймаҡта уны "Зөфәр", "Забота", "Купец", "Яна", "Диана" магазиндарында һатып алырға мөмкин.

-Яңы продукцияны һауыттарға тултырыу өсөн Мәскәүҙән махсус ҡоролма һатып алдыҡ, - тине производство начальнигы Руслан Дәүербәков.-Әлегә сменаһына 200 шешә "Ҡымыҙ продукты" сығарыла.Уға

һорауҙың ҙур булыуын иҫәпкә алып, ғинуар айынан 1000 шешәгә еткереүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ.Сөнки Өфө ҡалаһының эре сауҙа селтәрҙәре беҙҙең предприятие менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә теләк белдерҙе.

Бер үк ваҡытта беҙ продукцияның ассортиментын арттырыу өҫтөндә лә ҙур эш алып барабыҙ.Шулай уҡ производствоның икенсе сиратын файҙаланыуға тапшырыу буйынса ла эштәр дауам итә.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас в