Үткән аҙналарҙа районды ғына түгел, ә республиканы шаулатҡан хәл-ваҡиға булды – Моҡас ауыл биләмәһенең Беренсе Төркмән ауылындағы шәхси һәм фермер хужалыҡтарында һыйыр малының йоғошло төйөрлө дерматит менән ауырыу осрағы теркәлде.
Һәм шул ваҡыттан алып бөгөнгәсә был зонала эпизоотик хәл ҡатмарлы булып ҡала. Сир таралыу менән район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге, Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһы ветеринар станцияһының төп көстәре Төркмән зонаһынан ҡайтып инмәй, ҡара таңдан кискә тиклем шунда эшләй. Был аңлашылала, сөнки үтә хәүефле сирҙе артабан таратмау өсөн барлыҡ саралар күреү мөһим.
Төркмәндәрҙең мөрәжәғәте буйынса 1 декабрҙә унда РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та булды. Зариф Закир улы район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, БР Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин, Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Ришат Кутлиматов менән берлектә ауыл халҡы менән осрашты, уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.
Билдәле, күптәрҙең төп йәшәү сығанағы булған һуңғы малынан яҙыуы бер ҙә генә ҡыуаныслы хәл түгел. Малһыҙ мин нисек йәшәргә тейеш? Балаларҙы нисек уҡытырмын? Йәшәү өсөн башҡа мөмкинлекте ҡайҙан алырмын? Компенсация түләнерме, уның күләме ниндәй булыр? Ярыҡ ялғашҡа ултыртмаҫтармы? Бына ошоноң ише күп һорауҙар халыҡҡа тынғылыҡ бирмәй. Һәм ошо борсоған мәсьәләләр буйынса улар етәкселәрҙән аныҡ яуап ишетергә теләне.
Мәҙәниәт йортонда оҙаҡ фекер алышыуҙарҙан һәм һөйләшеүҙәрҙән, республика бюджетынан бүленәсәк компенсацияның күләмен ишеткәндән һуң Төркмән ауылы халҡы малын утилләштерергә риза булды.
Әле район ветеринария станцияһының төп көстәре Төркмән ауылында эшләй, етәкселәр ҙә мәсьәләне даими контролдә тота. 2 декабрҙә иһә төркөм Илдар Тулыбаев етәкләгән фермер хужалығының малдарын утилләштереү һәм махсус соҡорға оҙатыу менән шөғөлләнде. Был хужалыҡта 57 баш һыйыр малы һәм 31 баш һарыҡ аҫралып, улар юҡ ителде. “Һаҡмар” гәзите журналистары ла ике көн дауамында ауылда булып, хәл-торош менән яҡындан танышты.
Үткән аҙналарҙа районды ғына түгел, ә республиканы шаулатҡан хәл-ваҡиға булды – Моҡас ауыл биләмәһенең Беренсе Төркмән ауылындағы шәхси һәм фермер хужалыҡтарында һыйыр малының йоғошло төйөрлө дерматит менән ауырыу осрағы теркәлде.
Һәм шул ваҡыттан алып бөгөнгәсә был зонала эпизоотик хәл ҡатмарлы булып ҡала. Сир таралыу менән район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге, Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһы ветеринар станцияһының төп көстәре Төркмән зонаһынан ҡайтып инмәй, ҡара таңдан кискә тиклем шунда эшләй. Был аңлашыла
ла, сөнки үтә хәүефле сирҙе артабан таратмау өсөн барлыҡ саралар күреү мөһим.
Төркмәндәрҙең мөрәжәғәте буйынса 1 декабрҙә унда РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та булды. Зариф Закир улы район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, БР Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин, Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Ришат Кутлиматов менән берлектә ауыл халҡы менән осрашты, уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.
Билдәле, күптәрҙең төп йәшәү сығанағы булған һуңғы малынан яҙыуы бер ҙә генә ҡыуаныслы хәл түгел. Малһыҙ мин нисек йәшәргә тейеш? Балаларҙы нисек уҡытырмын? Йәшәү өсөн башҡа мөмкинлекте ҡайҙан алырмын? Компенсация түләнерме, уның күләме ниндәй булыр? Ярыҡ ялғашҡа ултыртмаҫтармы? Бына ошоноң ише күп һорауҙар халыҡҡа тынғылыҡ бирмәй. Һәм ошо борсоған мәсьәләләр буйынса улар етәкселәрҙән аныҡ яуап ишетергә теләне.
Мәҙәниәт йортонда оҙаҡ фекер алышыуҙарҙан һәм һөйләшеүҙәрҙән, республика бюджетынан бүленәсәк компенсацияның күләмен ишеткәндән һуң Төркмән ауылы халҡы малын утилләштерергә риза булды.
Әле район ветеринария станцияһының төп көстәре Төркмән ауылында эшләй, етәкселәр ҙә мәсьәләне даими контролдә тота. 2 декабрҙә иһә төркөм Илдар Тулыбаев етәкләгән фермер хужалығының малдарын утилләштереү һәм махсус соҡорға оҙатыу менән шөғөлләнде. Был хужалыҡта 57 баш һыйыр малы һәм 31 баш һарыҡ аҫралып, улар юҡ ителде. “Һаҡмар” гәзите журналистары ла ике көн дауамында ауылда булып, хәл-торош менән яҡындан танышты.
– Беҙҙең ауылда кешеләр күпләп шәхси хужалыҡты үҫтерә, мал-тыуар үрсетеү ярҙамында көн күрә, – ти Илдар Муллахмәт улы. – Ауырыуҙың таралыуы былай ҙа ауыр хәлдә йәшәгән ауыл халҡын һеңгәҙәтә һуҡты. Ә бит ауылда шул мал ғына аҫрап йәшәгән ғаиләләр бар. Малсылыҡ арҡаһында ғына күп бала тәрбиәләгән, балаларын ситтә уҡытҡан ғаиләләр күп. Улар артабан нисек көн күрер? Нимә менән шөғөлләнер? Балаларын нисек уҡытыр? Компенсация түләйбеҙ, тиҙәр ҙә бит, уныһы булырмы? Мине тап шулар, айырыуса ауыл халҡының киләсәге борсой. Мин дә бушҡа ғына фермер хужалығы асманым: улдарым ситкә эшкә юлланмаһын, тыуған ауылында төпләнһен, үҙ ерендә үҙе хужа булһын тип тырыштым. Был хәлдән һуң нимә эшләргә? Улыма туйҙы ла ана шул мал көсө менән үткәрергә ниәтләп йөрөй инем. Һуғым да һуйып өлгөрөп булманы. Хәҙер магазинда ла, ауыл халҡының малы булмағас, һөткә ихтыяж бермә-бер артты.
Ни хәл итәһең, тәҡдирҙер инде. Законға ҡаршы барып булмай. Ил күргәнен күрербеҙ. Тик ауыл халҡын алдамаһындар ғына – ваҡытында компенсацияһын түләһендәр.
“Әлбиттә, бик көйөнөслө хәл, – тип үҙенең фекере менән уртаҡлаша мәктәп директоры Зәһүрә Ҡаһарманова. – Етәкселәр, белгестәр менән осрашып һөйләшкәс, ауыл халҡы был хәлгә күнде, шунһыҙ мөмкин түгел. Уҡытыусылар ҙа малын утилләштерергә риза булды. Сөнки ауырыуҙың ҡотороуы, башҡа тарафтарға таралыуы ихтимал бит”.
Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов билдәләүенсә, кисәге көнгә бөтөн шәхси хужалыҡтарҙың һәм өс фермер хужалығының һыйыр малы һәм һарыҡкәзәһе утилләштерелеп, махсус соҡорға оҙатылған. Уларҙы яндырыу ойошторола.
“Төркмәндә беҙҙең ветеринария хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән, Владимир ҡалаһындағы ғилми институт белгесе лә эшләне, – ти Азат Булат улы, – вирусолог булараҡ, ул был ауырыуҙың үтә ҡурҡыныс икәнлеген, уның тиҙ таралыуын билдәләне. Шуның өсөн ауырыу таралған төбәктәге бөтә малды утилләштереү мөһим, шунһыҙ мөмкин түгел, кире осраҡта, сир киләһе йылдарҙа тағы ла ҡалҡып сығасаҡ, тигән фекерҙә. Сир мал аҙығынан таралған – рәсми версия әлегә шулай. Сөнки төркмәндәр быйыл Ырымбур, Силәбе өлкәләренән күпләп мал аҙығы һатып алған, ә тейешле ветеринар тикшереүҙәр үткәрелмәгән. Атап үтелгән Владимир ҡалаһындағы ғилми институт тап Төркмәндә таралған йоғошло төйөрлө дерматит ауырыуы өсөн махсус вакцина эшләп сығарҙы. Райондың ветеринария хеҙмәтенең 9 бригадаһы тәүҙә Моҡас һәм Күсей ауыл биләмәләре ауылдарында вакцина эшләп, артабан Сибай, Мерәҫ, Татлыбай ауыл биләмәләре, Сибай, Баймаҡ ҡалаларына күсте.
3 декабрҙә иһә Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев етәкселегендәге делегация Беренсе Төркмән ауылында булып, халыҡ менән осрашты, уларҙың аһ-зарын тыңланы, проблемаларҙы бергәләп хәл итеү юлдарын өйрәнде. Делегация составында Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев, БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Ольга Кабанова, БР сауҙа һәм хеҙмәттәр министры урынбаҫары Валерий Белов, БР Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин, Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең 37-се район-ара инспекцияһы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Мансур Вәлиев, Баймаҡ районының ветеринария хеҙмәте, мәғариф бүлеге етәкселәре эшләне.
– Ауылда карантин иғлан ителгән көндән, йәғни 25 ноябрҙән алып бында сирҙе артабан таратмау маҡсатында маҡсатлы, эҙмә-эҙлекле эш алып барыла, – тине сходты асып Фәнис Ғәбдрәшит улы. – Атап әйткәндә, тәүлек әйләнәһенә контроль үткәреү постары ойошторолдо, юлдарҙа тейешле билдәләр ҡуйылды, сит кешеләргә инеү тыйылды. Халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыла.
Беренсе Төркмән ауылында 585 кеше йәшәй, шуның 36-һы күп балалы ғаилә. Барлығы 355 шәхси ярҙамсы хужалыҡ иҫәпләнеп, шуның 120-һендә 750 баш һыйыр малы һәм 700 баш һарыҡ-кәзә аҫрала. 3 декабрҙә Баймаҡ районы хакимиәте тарафынан малдары ҡаза күргән ғаиләләргә һөт һәм ярымфабрикаттар килтереү тураһында ҡарар ҡабул ителде һәм был тәңгәлдә эш башланды. Шул уҡ ваҡытта райондың мәғариф бүлеге тарафынан балалар өсөн милли көрәш һәм грек-рим көрәше менән шөғөлләнеү өсөн секциялар асабыҙ, бының өсөн тренер ставкаһы бүленгән.
Әйтергә кәрәк, район хакимиәте Башҡортостан Республикаһы етәкселеге менән берлектә төркмәндәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү, афәтте еңеп сығыу юлдарын эҙләү һәм табыу менән маҡсатлы шөғөлләнә. БР Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин билдәләүенсә, Беренсе Төркмән ауылында таралған йоғошло төйөрлө дерматит ауырыуы үтә ҡурҡыныс сир, бында уның яңы штаммы теркәлгән.
“Был мутацияға бирелгән вирус, шуның өсөн ғалимдар тарафынан яңы вакцина эшләргә тура килде, – тине Азат Салауат улы. – Әле вакцинаны һалыу эштәре дауам итә, бының өсөн 9 бригада эшләй. Тиҙ арала Төркмән ауылы тирәләй 15 км радиуста урынлашҡан ауылдар малына прививка эшләнәсәк, артабан инде 30 км радиустағы ауылдарҙы ла аласаҡбыҙ. Шунһыҙ мөмкин түгел. Ауылдағы бөтөн малды утилләштермәй тороп беҙ был ҡурҡыныс сирҙән ҡотола алмаясаҡбыҙ. Ғалимдарҙың, ветеринария белгестәренең фекере бына шундай. Төркмән ауылы халҡының был проблеманы аңлап ҡабул итеүе өсөн рәхмәт. Был афәтте беҙ бергәләп, аңлашып ҡына хәл итә аласаҡбыҙ”.
Әлбиттә, Азат Салауат улына һорауҙар күп булды. “Беҙҙең ауылдағы 30 шәхси хужалыҡтағы малдарҙың әлеге сир менән ауырыуы тойолмай. Бәлки, вакцина эшләп ҡарарғалыр?” – тигән һорауға ул шулай тип яуап бирҙе: “Был бөтөнләй яңы ауырыу, йоғошло төйөрлө дерматиттың яңы формаһы. Бығаса булмаған яңы штамм. Шуның өсөн урында таралған ауырыуҙы бөтөн малдарҙы юҡ итмәйенсә бөтөрөп булмай. Тап шуның өсөн дә бит Рәсәй ғалимдарына был тәңгәлдә тиҙ арала яңы вакцина уйлап табырға тура килде. Ә инде яҡын-тирә ауыл малдарына тиҙ арала вакцина һалдырыу мотлаҡ, юғиһә, ул төбәктәрҙә лә ауырыуҙың таралыу ихтималлығы бар”.
“Ҡаза арҡаһында һуғым һуйып өлгөрөп булманы. Ситтән ит һатып алһаҡ буламы?” Был һорауға ул: “Башҡа тарафтарҙан ит һатып алырға, йәғни ауылға индерергә ярай, әммә ауылдан сығарырға ярамай”, – тине. Был төбәктә йылҡы малының күп булыуын иҫәпкә алып, республиканың ветеринария хеҙмәте етәксеһе аттарҙың йоғошло төйөрлө дерматит менән ауырымауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ауыл фермеры Илдар Тулыбаев үҙенең сығышында бик тә актуаль мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты. “Ауыл кешеһе һөтһөҙ-итһеҙ йәшәй алмай, малсылыҡ төп табыш сығанағы булып тора. Хәҙер инде мал булмағас, халыҡтың магазиндан аҙыҡ-түлек һатып алыу мөмкинлеге лә сикләнгән. Был тәңгәлдә ауылға гуманитар ярҙам ойоштороп булмаймы?” – тине ул.
Был һорауға Урал Таһир улы шулай тип яуап бирҙе: “Республика етәкселеге ауыл халҡын ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡ. Башҡортостан Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров һеҙҙең проблеманы яҡшы аңлай һәм бар яҡлап та хәстәрлек күрергә тырыша. Атап үтелгән мәсьәләгә килгәндә, ҡаза күргән ғаиләләрҙең һәр ағзаһына 600 һумдан аҙыҡ-түлек йыйылмаһы биреләсәк. Бер үк ваҡытта ауылда махсус магазин асып, унда арзан хаҡ менән аҙыҡ-түлек һатыуҙы ла ойошторасаҡбыҙ”.
Малдары ҡаза күргән ғаиләләргә дәүләт тарафынан компенсация түләү ауыл сходында уртаға һалып тикшерелгән төп мәсьәлә булып торҙо. Уның күләме лә ҡыҙыҡһындырҙы төркмәндәрҙе. Етәкселәр билдәләүенсә, компенсация күләме насарҙан түгел, баҙар хаҡтары менән билдәләнәсәк. Мәҫәлән, бер баш һыйыр өсөн, уның тере ауырлығына ҡарап, яҡынса 60 мең һум аҡса түләнәсәк. Әйткәндәй, БР Башлығы ҡушыуы буйынса компенсация Яңы йылға тиклем ваҡытында документтарын тапшырған барлыҡ ғаиләләргә лә биреләсәк.
“Ғаиләләргә төрлө кимәлдәге һалымдарын түләү хәҙер инде оло проблемаға әйләнәсәк. Ошо мәсьәләне бер нисек ыңғай хәл итеп булмаймы?” – тигән һорау ҙа яңғыраны сходта. Мансур Вәлиев был һорауға проблеманы ыңғай хәл итеү мөмкинлеге тураһында ентекләп һөйләп бирҙе.
“Беҙҙең министрлыҡ тарафынан Төркмән ауылы халҡына мөмкин тиклем ярҙам күрһәтеү юлдары өйрәнелә, – тине үҙенең сығышында Ольга Кабанова. – Ошо маҡсатта 18 йәшкә тиклемге балаларға Яңы йыл күстәнәстәре ебәрәсәкбеҙ. Шул уҡ ваҡытта халыҡты күсмә ҡабул итеү ҙә ойошторасаҡбыҙ”.
Валерий Белов билдәләүенсә, Төркмән балаларына Сибайҙағы һөт кухняһынан бушлай һөт һәм йогурт килтереү ойоштороласаҡ. Ауыл сходында төркмәндәр йылдар буйы борсоған башҡа проблемаларҙы ла күтәреп сыҡты. Халыҡты мәктәптең ҡыйығынан һыу ағыуы, урамдарҙы яҡтыртыу, рөхсәтһеҙ ҡыйлыҡ, берәҙәк эттәр, өйҙәргә газ үткәреү, аптеканың булмауы, колонкаларҙың йүнләп эшләмәүе, юлдарҙың насар торошо кеүек актуаль мәсьәләләр борсой. Ауылда хоккей ҡумтаһы төҙөү, мәҙәниәт йортона бильярд, өҫтәл теннисы алыу кәрәклеге тураһында ла һүҙ күтәрелде.
Шуныһы мөһим, Урал Килсенбаев етәкләгән делегация халыҡтың һәр мөрәжәғәтен етди ҡабул итеп, бар һорауға ла аныҡ яуап бирҙе, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләне. Күптәрен урында уҡ хәл итте. Әйтәйек, әле район хакимиәте тарафынан ауылға тулыһынса газ үткәреү мәсьәләһе иғтибар үҙәгендә тотола. Сөнки бында 402 йорт-ихатаның 289 ғына “зәңгәр яғыулыҡ” менән файҙалана. Барлыҡ йорттарға газ үткәреү өсөн тағы ла 15 млн һум аҡса талап ителә.
Киләһе йылда был мәсьәлә программаға индереләсәк. Был хаҡта Фәнис Әминев һөйләне. Мәктәптең ҡыйығы ла яҡын йылдарҙа ремонтланасаҡ – Урал Таһир улы шулай тип белдерҙе. Мәҙәниәт йортона бильярд һәм өҫтәл теннисы ла килтереләсәк. Хоккей ҡумтаһын төҙөүҙе Фәнис Ғәбдрәшит улы үҙ иңенә алды. Урал Килсенбаевтың тәҡдиме буйынса Телеграм каналында ауыл халҡы менән махсус чат булдырылды. Урал Таһир улы төркмәндәрҙе борсоған һорауҙарҙы, килеп тыуған проблемаларҙы шунда йүнәлтергә саҡырҙы. “Был аҙым һәр мәсьәләне ваҡытында хәл итеү өсөн мөһим. Быны үҙем контролдә тотасаҡмын”, – тине ул. Әле был чатҡа һорауҙар килеп, уларға яуап биреү башланды. Әйткәндәй, У.Килсенбаев сходта ҡатнашыусыларға үҙ телефон һандарын да бирҙе. “Ниндәйҙер киҫкен проблема килеп тыуһа, тура үҙемә шылтырата алаһығыҙ”, – тип билдәләне ул.
Ғөмүмән, осрашыу ысын мәғәнәһендә үҙ маҡсатына иреште, етәкселәр халыҡтың аһ-зары менән яҡындан танышты, уларға яуапты бергәләп эҙләне. Шуныһы ҡыуаныслы, был саранан төркмәндәр ҡәнәғәт ҡалды, үҙҙәренең ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.