Һаҡмар
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
2 Декабрь 2021, 17:30

“Малға күҙ төбәп торған ғаиләләр нимә эшләр?”

Төркмән фермеры ауыл халҡы өсөн борсола Үткән аҙнала районды ғына түгел, ә республиканы шаулатҡан хәл-ваҡиға булды – Моҡас ауыл биләмәһенең Беренсе Төркмән ауылындағы шәхси һәм фермер хужалыҡтарында һыйыр малының йоғошло төйөрлө дерматит менән ауырыу осрағы теркәлде.

Һәм шул ваҡыттан алып бөгөнгәсә был зонала эпизоотик хәл ҡатмарлы булып ҡала. Сир таралыу менән райондың хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең, Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһы ветеринар станцияһының төп көстәре Төркмән зонаһынан ҡайтып инмәй, ҡара таңдан кискә тиклем шунда эшләй. Был аңлашыла ла, сөнки үтә хәүефле сирҙе артабан таратмау өсөн барлыҡ саралар күреү мөһим.

Төркмәндәрҙең мөрәжәғәте буйынса кисә унда РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та булды. Зариф Закир улы район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, БР Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин, Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Ришат Кутлиматов менән берлектә ауыл халҡы менән осрашты, уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.

Билдәле, күптәрҙең төп йәшәү сығанағы булған һуңғы малынан яҙыуы бер ҙә генә ҡыуаныслы хәл түгел. Малһыҙ мин нисек йәшәргә тейеш?Балаларҙы нисек уҡытырмын? Йәшәү өсөн башҡа мөмкинлекте ҡайҙан алырмын? Компенсация түләнерме, уның күләме ниндәй булыр? Ярыҡ ялғашҡа ултыртмаҫтармы? Бына ошоноң ише күп һорауҙар халыҡҡа тынғылыҡ бирмәй. Һәм ошо борсоған мәсьәләләр буйынса улар етәкселәрҙән аныҡ яуап ишетергә теләне.

Мәҙәниәт йортонда оҙаҡ фекер алышыуҙарҙан һәм һөйләшеүҙәрҙән, республика бюджетынан бүленәсәк компенсацияның күләмен ишеткәндән һуң Төркмән ауылы халҡы малын утилләштерергә риза булды.

Әле район ветеринария станцияһының төп көстәре Төркмән ауылында эшләй, етәкселәр ҙә мәсьәләне даими контролдә тота. Бөгөн төркөм Илдар Тулыбаев етәкләгән фермер хужалығының малдарын утилләштереү һәм махсус соҡорға оҙатыу менән шөғөлләнде. Был хужалыҡта 57 баш һыйыр малы һәм 31 баш һарыҡ аҫралып, бөгөн улар юҡ ителде.

-Беҙҙең ауылда кешеләр күпләп шәхси хужалыҡты үҫтерә, мал-тыуар үрсетеү ярҙамында көн күрә, - ти Илдар Муллахмәт улы. - Ауырыуҙың таралыуы былай ҙа ауыр хәлдә йәшәгән ауыл халҡын һеңгәҙәтә һуҡты. Ә бит ауылда шул мал ғына аҫрап йәшәгән ғаиләләр бар. Малсылыҡ арҡаһында ғына күп бала тәрбиәләгән, балаларын ситтә уҡытҡан ғаиләләр күп. Улар артабан нисек көн күрер? Нимә менән шөғөлләнер?Балаларын нисек уҡытыр? Компенсация түләйбеҙ, тиҙәр ҙә бит, уныһы булырмы? Мине тап шулар, айырыуса ауыл халҡының киләсәге борсой.

Мин дә бушҡа ғына фермер хужалығы асманым: улдарым ситкә эшкә юлланмаһын, тыуған ауылында төпләнһен, үҙ ерендә үҙе хужа булһын тип тырыштым. Был хәлдән һуң нимә эшләргә? Улыма туйҙы ла ана шул мал көсө менән үткәрергә ниәтләп йөрөй инем. Һуғым да һуйып өлгөрөп булманы. Хәҙер магазинда ла, ауыл халҡының малы булмағас, һөткә ихтыяж бермә-бер артты.

Ни хәл итәһең, тәҡдирҙер инде. Законға ҡаршы барып булмай. Ил күргәнен күрербеҙ. Тик ауыл халҡын алдамаһындар ғына – ваҡытында компенсацияһын түләһендәр.

Әлбиттә, бик көйөнөслө хәл, -тип үҙенең фекере менән уртаҡлаша мәктәп директоры Зәһүрә Ҡаһарманова. - Етәкселәр, белгестәр менән осрашып һөйләшкәс, ауыл халҡы был хәлгә күнде, шунһыҙ мөмкин түгел. Уҡытыусылар ҙа малын утилләштерергә риза булды. Сөнки ауырыуҙың ҡотороуы, башҡа тарафтарға таралыуы ихтимал бит”.

Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов билдәләүенсә, бөгөнгә 48 шәхси хужалыҡтың һәм өс фермер хужалығының һыйыр малы һәм һарыҡ-кәзәһе утилләштерелеп, махсус соҡорға оҙатылған. Бер нисә көндән уларҙы яндырыу ойоштороласаҡ. “Әле Төркмәндә беҙҙең ветеринария хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән, Владимир ҡалаһындағы ғилми институт белгесе лә эшләй, - ти Азат Булат улы, -вирусолог булараҡ, ул был ауырыуҙың үтә ҡурҡыныс икәнлеген, уның тиҙ таралыуын билдәләй. Шуның өсөн ауырыу таралған төбәктәге бөтә малды утилләштереү мөһим, шунһыҙ мөмкин түгел, кире осраҡта, сир киләһе йылдарҙа тағы ла ҡалҡып сығасаҡ, тигән фекерҙә.

Сир мал аҙығынан таралған – рәсми версия әлегә шулай. Сөнки төркмәндәр быйыл Ырымбур, Силәбе өлкәләренән күпләп мал аҙығы һатып алған, ә тейешле ветеринар тикшереүҙәр үткәрелмәгән.

Атап үтелгән Владимир ҡалаһындағы ғилми институт тап Төркмәндә таралған йоғошло төйөрлө дерматит ауырыуы өсөн махсус вакцина эшләп сығарҙы һәм ул кисә төнөн бында килеп етте. Бөгөн райондың ветеринария хеҙмәтенең 9 бригадаһы Моҡас һәм Күсей ауыл биләмәһе ауылдарына вакцина эшләргә сыҡты. Әйтергә кәрәк, белгестәр менән кәңәшләшкәндән һуң, хәҙер инде Төркмән ауылы тирәләй 40 км радиустағы ауыл малдарына вакцина һалырға ҡарар ителде.Был биләмәгә Аҡморон, Темәс, Покровка зоналары, хатта Әбйәлил районы ауылдары ла инеп китә.

Әлбиттә, ауырыуҙан ҡаза күргән шәхси хужалыҡтар һәм фермер хужалыҡтары бик тә йәл, сөнки был төбәктә малсылыҡ төп йәшәү сығанағы булып тора. Нисек кенә ауыр булмаһын, бирешмәҫкә тырышайыҡ. Компенсация тураһында шикләнмәҫкә мөмкин – республика бюджетынан мәлендә ярҙам бүленәсәк.

Азамат Мөхәмәтшин.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас в