Һаҡмар
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
21 Октябрь 2021, 15:57

“Шәхси хужалыҡтарға субсидия һорайбыҙ”

Ошо көндәрҙә “Һаҡмар” гәзите редакцияһына Мерәҫ ауылы халҡынан хат килеп төштө. Унда шулай тиелә:“Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Әминев Фәнис Ғәбдрәшит улына һәм уның ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Шәрипов Азат Булат улына Мерәҫ ауылы халҡынан асыҡ хат.

“Шәхси хужалыҡтарға субсидия һорайбыҙ”
“Шәхси хужалыҡтарға субсидия һорайбыҙ”


Билдәле булыуынса, 2021 йыл бик ауыр килде, шәхси хужалыҡтар аяуһыҙ ҡоролоҡ арҡаһында ҡышҡа етерлек мал аҙығы әҙерләй алманы.
Сентябрь аҙағында ауылда сход булды. Район хакимиәтенән ҡатнашҡан вәкил субсидия тураһында аңлатты. Бесәнгә субсидия түләнмәй, иген фуражына ғына түләнә, тине ул, әммә бының өсөн чек кәрәк. Әммә эшҡыуарҙар чек биреүҙән баш тарта. Районға бүленгән аҡсанан шәхси хужалыҡтарға эләкмәй килеп сыға, беҙҙе бына ошо мәсьәлә борсой.

Ауыл хужалығы буйынса иҫәп алыу үтте, тимәк, кемдә күпме баш мал барлығы асыҡ билдәле. Ғөмүмән, район етәкселәренән шәхси хужалыҡтарҙағы һауын һыйырҙарына ҡарап районға бүленгән аҡсанан субсидия биреүегеҙҙе һорайбыҙ.
Ихтирам менән – Мерәҫ ауылы халҡы (барлығы 17 ҡултамға)".

Хатҡа яуап биреүен һорап, беҙ район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары А.Б. Шәриповҡа мөрәжәғәт иттек. Ул бына нимә тине:

-Ҡоролоҡтан күргән зыянды өлөшләтә ҡаплау һәм фермер, шәхси хужалыҡтарға ярҙам күрһәтеү маҡсатында республика Хөкүмәте тарафынан районға аҡса бүленде. Әммә уның күләме ҙур түгел. Субсидияны бүлгәндә беҙ шәхси хужалыҡтар менән килешеү төҙөп, улар үҙҙәрендәге малды яҙға имен баҫтырырға тейеш, тигән талапты ҡуябыҙ. Һәм яҙ айҙарында иһә ошо мал һанын мотлаҡ тикшерәсәкбеҙ.

Федераль ҡануниәткә ярашлы, һатыу-һатып алыу буйынса операцияларҙа ҡулаҡса менән иҫәпләшеү тыйылған. Барлыҡ алыш-биреш тик контроль-касса операциялары аша башҡарыла. Һәм мотлаҡ чек булырға йәиһә аҡса банк системаһы аша үтергә тейеш. Юғиһә, РФ-тың Административ һәм Енәйәти кодекстарына ярашлы яза көтә.

Субсидия шәхси хужалыҡтарға бесән һатып алған өсөн дә, фураж алған өсөн дә бирелә. Әгәр кеше кемдәндер бесән йәиһә фураж ала икән, ҡулаҡса менән түгел, ә онлайн аша иҫәпләшһен. Шул саҡта һатыу-һатып алыу законлы һанала һәм һеҙгә, әгәр ҙә барлыҡ документтар тәртиптә булһа, субсидия бирелә.
Субсидия алыу өсөн барлыҡ документтарҙы урындағы ауыл биләмәһе хакимиәтенә 20 ноябргә тиклем тапшырырға кәрәк. Документтар теҙмәһе ауыл Советтарында бар, район хакимиәтенең рәсми сайтында ла ҡарарға мөмкин.
Азамат Мөхәмәтшин әҙерләне.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас в