Һаҡмар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Октябрь 2021, 13:09

"Экопродукт" ҡеүәтен арттыра

Бөгөн Баймаҡта бейә һөтөн һәм ҡымыҙҙы киптереү буйынса махсуслашҡан "ЭКОПРОДУКТ" предприятиеһында тантаналы сара булды - производствоның икенсе сиратын төҙөүгә фатиха бирелде.

"Экопродукт" ҡеүәтен арттыра
"Экопродукт" ҡеүәтен арттыра


Тантанала район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов, Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев, Урал аръяғы ахуны, райондың имам-мөхтәсибе Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин ҡатнашты.
Производство начальнигы Руслан Дәүербәков предприятие, уның производство ҡеүәттәре менән яҡындан таныштырҙы, "Экопродукт" ЯСЙ-һының перспектив йүнәлештәре тураһында һөйләне.Билдәле булыуынса, 2018 йылда файҙаланыуға тапшырылған был производство Рәсәй Федерацияһында берәү генә.Уникаль предприятие ысын мәғәнәһендә уникаль продукт - бейә һөтөн һәм ҡымыҙын киптереп сығара.Әле әҙер продукцияны Ҡаҙағстан Республикаһы һатып ала, бер-ике айҙан ул ҙур күләмдә Төркиәгә оҙатыла башлаясаҡ.
Производствоның икенсе сиратын төҙөү башланды һәм ул киләһе яҙ файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас в