Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
27 Сентябрь 2021, 15:30

Һәр шәмбелә - йәрминкә!

Йәрминкәлә ҡатнашыусылар әйтеүенсә, быйыл айырыуса картуф үтемле. Был аңлашыла ла, ҡоролоҡ арҡаһында күптәр “икенсе икмәк”тән уңыш ала алманы.

Һәр шәмбелә - йәрминкә!
Һәр шәмбелә - йәрминкә!

Сентябрҙә Баймаҡта ике тапҡыр ауыл хужалығы йәрминкәһе гөрләп үтте. Йәрминкәләрҙең һатыусылар өсөн дә, һатып алыусылар өсөн дә отошло булыуын күҙ уңында тотоп, уларҙы артабан да ойошторорға ҡарар ителде.

Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Айнур Вәлишин белдереүенсә, ауыл хужалығы йәрминкәһе Баймаҡта октябрь айы тамамланғанса һәр шәмбе үтәсәк.

Йәрминкәлә ҡатнашыусылар әйтеүенсә, быйыл айырыуса картуф үтемле. Был аңлашыла ла, ҡоролоҡ арҡаһында күптәр “икенсе икмәк”тән уңыш ала алманы. Шуға күрә киләһе йәрминкәләргә һатырға картуф алып килегеҙ. Мотлаҡ һатып бөтөп ҡайтасаҡһығыҙ. Сөнки халыҡ ситтән килгән һатыусыларға түгел, ә үҙебеҙҙә үҫтерелгән сифатлы картуфҡа өҫтөнлөк бирә.

Шулай уҡ ит һәм игенгә лә һорау ҙур.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас в