Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Сентябрь , 15:30

Йылдың мөһим саралары барланды

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында республиканың ҡала-райондарында эшләүсе ҡоролтай рәйестәре, район хакимиәте вәкилдәре, журналистар менән онлайн-кәңәшмә үткәрелде. Уның эшендә беҙҙең райондан хакимиәттең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов һәм район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Илгиз Йәнбирҙин ҡатнашты. Ултырышта мөһим мәсьәләләр көн үҙәгенә сығарылды. Кәңәшмәне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова алып барҙы.

Йылдың мөһим саралары барланды

Тәүҙә Башҡорт тарихы йылын урындарҙа тормошҡа ашырыу тураһында тарих буйынса комиссия кураторы, БДУ доценты Нурислам Ҡалмантаев сығыш яһаны. Ул район ҡоролтайҙарының был йүнәлештәге эшенә баһа бирҙе, йүнәлештәрҙе билдәләне. Башҡорт википедияһы ирекмәне Зәйтүнә Ниғмәтйәнова иһә виртуаль селтәрҙең үҙенсәлектәрен, мөмкинлектәрен атаны, милләтебеҙҙең тарихына, бөгөнгөһөнә ҡағылышлы ҡыҙыҡлы материалдарҙы унда туплау һм берләштереү проблемаһын күтәрҙе.

Ҡоролтай ҡарамағындағы республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеү һәм уҡытыу темаһын күтәреп сыҡты. “Мәғариф учреждениеларында туған телде өйрәтеү һәм уҡытыу мәсьәләһендә фәҡәт ата-әсәләрҙең фекере хәл иткес роль уйнай”, - тип билдәләне ул.

Федераль статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органы етәксеһе Рөстәм Ғатауллин октябрҙә үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тәртибе, үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.

16 сентябрҙән Башҡортостанда старт алған “Айыҡ ауыл-2021” конкурсын ойоштороу мәсьәләһе лә көн үҙәгенә сығарылды. 20 сентябрҙән иһә бәйгелә ҡатнашырға теләүселәр муниципаль этапҡа ғариза тапшыра башлаясаҡ. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе урынбаҫары Тәнзилә Ҡотлогилдина еткерҙе.

А.Салауатов.

Автор:Азамат Мухаметшин