Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
22 Июль , 09:31

Һәр малға - 25 центнер аҙыҡ берәмеге

Йәй – күптәрҙең яратҡан миҙгеле. Кемдер отпуск ала, икенселәр баҡсаһында булыша, аҡсалылар иһә диңгеҙгә ял итергә юллана. Ә бына ауыл хеҙмәтсәне ял юҡ - ул хужалығын ҡышҡа әҙерләп ҡалырға тырыша. Райондың ауыл хужалығы предприятиеларында, фермер һәм шәхси хужалыҡтарында бөгөн иң ҡыҙыу мәл – малға аҙ

Етерлек мал аҙығы тупланасаҡ

Быйылғы ҡатмарлы хәл атап үтелгән хужалыҡты ла урап үтмәне. Аномаль эҫелек һәм яуым-төшөмдөң булмауы арҡаһында бында күп йыллыҡ үлән сәсеүлектәре - люцерна, козлятник, күстерә баҫыуҙарынан мал аҙығы әҙерләү мөмкин түгел. Дым булмауы арҡаһында етен, арпа, бойҙай сәсеүлектәре лә өлөшләтә зыян күргән. Рапс баҫыуын иһә ҡоролоҡ бөтөнләй юҡҡа сығарған.

Бына ошондай ҡатмарлы шарттарҙа ла юғалып ҡалманы “Салауат” ЯСЙ-һы коллективы һәм бөгөн төп көстө мал аҙығы әҙерләү кампанияһына йүнәлтте. Әле предприятие баҫыуҙарында бесән туплау әүҙем дауам итә. Үләнде сабыуға ике берәмек КПП-4,2 һәм ЖВЗ-7 урғысы, йыйыуға ГВР-6 тырмаһы, преслауға ПРФ-180 агрегаты йәлеп ителгән. Механизаторҙар Тәлғәт Дәүләтов, Зәбир Рамазанов, Хәйҙәр Усманов, Сабит Хажин, Айтуған Ғатауллин үҙ иңдәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы үтәй. Уларҙың тырыш хеҙмәте менән әле барлығы 150 тонна бесән әҙерләнгән. Тағы ла кәмендә 150 тонна туплау маҡсат итеп ҡуйыла.

“Салауат” йәмғиәте етәкселеге билдәләүенсә, етерлек һутлы аҙыҡ – сенаж һәм силос әҙерләү өсөн хужалыҡта мөмкинлек бар. Бының өсөн 100 гектарҙа үҫтерелгән көнбағыш, 100 гектарҙағы рапс, 100 гектарҙағы судан үләне һәм өлөшләтә һоло менән арпа сәсеүлектәре файҙаланыласаҡ. Дөйөм алғанда, хужалыҡта шартлы һәр баш малға ҡарата 25 центнер аҙыҡ берәмеге тупларға иҫәп тоталар. Был иһә 300 баш һыйыр малын имен ҡышлатыу мөмкинлеген бирәсәк.

Шуныһы һөйөнөслө, предприятиеның иген сәсеүлектәре йылына күрә насарҙан түгел, уларҙан ярайһы уңыш көтөлә. Орлоҡ өсөн билдәләнгән донник баҫыуы ла яҡшы төшөмө менән ҡыуандырмаҡсы. Әйткәндәй, иген баҫыуҙарының таҙа булыуы ла күҙгә ташлана, был иһә тейешле агротехник сараларҙы ваҡытында атҡарыуҙың, минераль ашлама – карбомид индереүҙең асыҡ һөҙөмтәһе ул.

Тимәк, булған ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, “Салауат” ЯСЙ-һы коллективы быйыл да малсылыҡ тармағын етерлек аҙыҡ базаһы менән тәьмин итер, кәрәгенсә ашлығын да йыйып алыр, тигән ышаныс бар.

Азамат Мөхәмәтшин.

Автор:Азамат Мухаметшин