Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Июль , 12:40

“Йәйләү”ҙә ысын башҡорт рухы йәшәй

Күптән түгел “Граф күле” турбазаһы үҙ ишектәрен асты – ул 7 йәштән 16 йәшкә тиклемге 73 бала һәм үҫмерҙе ҡабул итте.

“Йәйләү”ҙә ысын башҡорт рухы йәшәй

“Граф күле” -  райондың ғына түгел, ә Башҡортостостандың төрлө төбәктәренән, күрше өлкәләрҙән килеүсе балаларҙың иң яратҡан ял итеү урындарының береһе. Шуныһы үҙенсәлекле, Илгиз Ғәлимнур улы Йәнбирҙиндың уңған етәкселегендә быйыл “Граф күле” турбазаһы яңы миҙгелгә айырыуса яҡшы әҙерләнгән: бында байтаҡ күләмдә ремонт-төҙөкләндереү эштәре атҡарылған, яңы ял урындары,  фонтан, душ кабиналары барлыҡҡа килгән. Директорҙың тырышлығы менән хатта турбазаның үҙ теплицаһы булдырылған. Лагерь уртаһында тирмә ҡоролған. Быларҙың барыһы ла балалар матур ял итһен, каникулын файҙалы үткәрһен, сәләмәтлеген нығытһын өсөн эшләнгән. 

Коллектив билдәле педагог Мәрйәм Бураҡаеваның “Йәйләү” программаһы буйынса эшләй, бындағы саралар ата-әсәләрҙең теләге, балаларҙың йәш үҙенсәлеге һәм санитар-гигиена талаптарына ярашлы ойошторола. Лагерҙа балаларҙы алты тапҡыр ашатыу ойошторолған, төрлө түңәрәктәрҙә улар башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте, милли традициялары менән яҡындан таныша. Улар халыҡ уйындары, бейеүҙәр һәм йырҙар аша милли мөхиткә сума, уны үҙ итә. 

Лагерь асылған көндө “Беҙ – барыбыҙ ҙа бала саҡ иленән” исемле вожатыйҙарҙың смотр-концерты үтте. Улар балалар алдында үҙҙәренең йыр-моңға маһирлығын күрһәтте. Икенсе көнөнә иһә “Серле һандыҡ” сараһы ойошторолдо, унда  музыка етәксеһе Зәлифә Мырҙагилдина өләсәй образында ейәнсәренә башҡорт халҡының милли ҡомартҡыһын асты. Отрядтар тарафынан әҙерләнгән барлыҡ концерт номерҙары ошо өләсәй һандығында йәшерелгән ине. “Ни өсөн мин ял итергә килдем?” видеоролигы ла ҡыҙыҡһыныу уятты,     йырҙар һәм бейеүҙәр конкурсы ла бик оҡшаны.  

Артабанғы көндәрҙә “Күңелле старттар” ярышы ойошторолдо, унда “Үҫәргән” һәм “Бөрйән” отрядтары еңеү яуланы. “Тамъян”  һәм “Ҡыпсаҡ” отрядтары артабанғы урындарҙы бүлеште.

Һәр көн бында төрлө темаға арналып үтә, бихисап саралар үткәрелә, унда һәр кем әүҙем ҡатнаша. Балаларҙың тыуған көндәре лә матур итеп билдәләнә.  “Йәйләүҙә”ге ялды файҙалы һәм күңелле итеп ойоштороуға “Граф күле” турбазаһы директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Фәниә Кинйәбаева, өлкән тәрбиәсе Миңзифа Йәнбәкова, тәрбиәселәр Зәлифә Мырҙагилдина, Юлиә Дәүләткилдина,  отряд вожатыйҙары Зилиә Рустанова, Диана Бейешева, Миңлегөл Яныбаева, Гәүһәриә Иҫәндәүләтова, физруктар Искәндәр Иҫәнбаев, Илгиз Юлдашев  күп көс һала. 

Ашханала үҙ һөнәренең ысын оҫталары эшләй. Уның  мөдире Хөснә Хәсәнова, ашнаҡсылар Гөлфиә Яҡшығолова, Сулпан Дауытбаева, Зөлфиә Сәғитова, Гөлдәр Амантаева, Гөлфирә Аҡҡусҡарова, Флүрә Иҫәнбаева балаларҙы тәмле аш-һыуҙары менән һөйөндөрә. Өҫтәлдән ит, балыҡ, һөт ризыҡтары, йәшелсә-емеш бер ҡасан да өҙөлмәй. Фельдшер Фирая Салихова балаларҙың һаулығын етди контролдә тота. 

Лагерҙа көн дә атҡарылған эшкә йомғаҡ яһала, “Көн вожатыйы” билдәләнә, уңыштар барлана, иртәнге көнгә бурыстар ҡуйыла. Балалар рәхәтләнеп ял итһен, үҙенең тарихи булмышын белһен өсөн тап “Граф күле”ндә ойошторолған “Йәйләү” лагерына килергә кәрәк. Бында улар өсөн бөтөн мөмкинлектәр булдырылған. 

Азамат Мөхәмәтшин. 

Автор:Азамат Мухаметшин