Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
24 Апрель , 11:55

Рассадаға ла сынығыу кәрәк

Беҙҙең үҙгәреүсән һауа шарттарында күп йәшелсәне тик рассада аша үҫтереп була. Теплицаға сығарғансы уны тәҙрә төптәрендә тотабыҙ. Көндәр йылыныу менән үҫентеләр тышҡа ултыртыла. Ошондай мәлдә рассада көслө стресс кисерә. Уларға төндә температураның түбәнәйеүе лә, сағыу ҡояш та насар тәьҫир итә. Һөҙөмтәлә япраҡтарҙа бешеү урындары барлыҡҡа килә, үҫентенең тамыры насарая, уны үҫеүе тотҡарлана. Бындай хәлгә ҡалмаҫ өсөн рассаданы сыныҡтырырға кәрәк...

Беҙҙең үҙгәреүсән һауа шарттарында күп йәшелсәне тик рассада аша үҫтереп була. Теплицаға сығарғансы уны тәҙрә төптәрендә тотабыҙ. Көндәр йылыныу менән үҫентеләр тышҡа ултыртыла. Ошондай мәлдә рассада көслө стресс кисерә. Уларға төндә температураның түбәнәйеүе лә, сағыу ҡояш та насар тәьҫир итә. Һөҙөмтәлә япраҡтарҙа бешеү урындары барлыҡҡа килә, үҫентенең тамыры насарая, уны үҫеүе тотҡарлана. Бындай хәлгә ҡалмаҫ өсөн рассаданы сыныҡтырырға кәрәк. Бындай үҫентеләр күсереп ултыртыуҙы еңел кисерә, уңышты ла мулыраҡ бирә.

Сыныҡтырыуҙы рассаданы тышҡа ултыртыуға 1-2 аҙна ҡалғас башларға кәрәк. Был ысулды ошо ваҡыттан артыҡ ҡулланмағыҙ. Сөнки рассаданың үҫеше тотҡарланасаҡ, ә был киләсәк уңышҡа насар тәьҫир итәсәк.

Иң тәүҙә үҫентеләр өсөн төнгө температураны төшөрөргә кәрәк. Йылы яратҡан томат, ҡабаҡлылар, борос өсөн +12-14С, һалҡынға сыҙамлы кәбеҫтә, күсәрле салаттарға +6-8С. Бының өсөн рассада йәшниктәрен балконға, лоджияға сығарырға һәм уны бер тәүлек тоторға. Көндөҙ тәҙрәне лә асырға мөмкин, тик төнгөлөккә ябырға кәрәк.

Үҫентеләрҙең тамырҙарын да әҙерләргә кәрәк. Бының өсөн температураны төшөрөү менән бер рәттән һыу ҡойоуҙы ла кәметергә кәрәк. Рассада тупрағының өҫтө тулыһынса кибеүен көтөргә кәрәк. Был ысул үҫентеләрҙең үҫеүен тотҡарлап, тамырҙарын ныҡлы тамырлы итер. Сыныҡтырыу рассаданың япраҡтарына ла файҙалы. Тик һыуҙы әҙ ҡойоу менән ныҡ мауыҡмағыҙ. Әгәр рассаданың япраҡтары һәленеп ултырһа,уға һыуҙы тупрағына һеңгәнсе ҡойорға кәрәк.

Үҫентеләрҙе ултыртыр алдынан уларҙы ашландырырға кәрәк. Ғәҙәттә рассадаға мочевина йәки составында фосфор, азот, калий (Кристаллон, Фертика) булған препараттар индерелә. Ашлама индереү рассадаға көс бирәсәк, киләсәк уңышҡа юл һаласаҡ.