Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Апрель , 09:13

Лениндар яҙғы баҫыу эштәренә әҙер!

Күптән түгел дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы райондың ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтарының техника паркын техник тикшереүҙе тамамланы. Инспекция начальнигы Булат Байрамғолов билдәләүенсә, агросәнәғәт предприятиелары был сараға етди әҙерләнгән һәм улар һынауҙы уңышлы үткән. Шулар араһында Ленин исемендәге АХК башҡаларға үрнәк булып тора. “Ленин исемендәге кооператив техника паркын йыл да яңы миҙгелгә юғары кимәлдә әҙерләй һәм техосмотрҙы уңышлы үтә, - тип билдәләне Булат Миҙхәт улы, - хужалыҡта техника-агрегаттарҙы яҙғы баҫыу эштәренә көҙ үк әҙерләп ҡуялар, ә инде яҙ айҙарында улар һынау-көйләү эштәренә йәлеп ителә. Хужалыҡ етәкселегенең, инженерия хеҙмәтенең тырышлығы менән предприятие тракторҙары быйыл да әҙерлек һыҙығына ваҡытында баҫтырылған, уларҙы бөгөндән баҫыу эштәренә сығарырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта хужалыҡтың мал аҙығы, иген урыу комбайндары ла мәлендә техник тикшереүҙе уңышлы үтә. Бына кемдәрҙән үрнәк алырға кәрәк беҙгә!”

Ысынлап та, Ғәлим Булат улы Сәлимов етәкләгән Ленин исемендәге АХК ауыл хужалығы производствоһын ойоштороу, миҙгелле кампанияларға әҙерлек буйынса районда бер ҡасан да алдынғылыҡты биргәне юҡ. Иң яуаплы ауыл хужалығы кампанияларының береһе – яҙғы баҫыу эштәрен быйыл да предприятие юғары кимәлдә ҡаршы ала. Әле бында техника-агрегаттарҙы һынау-көйләү менән шөғөлләнәләр.

-Быйыл яҙғы баҫыу эштәренә 10 берәмек техника йәлеп ителәсәк, - тип билдәләй предприятиеның инженерия хеҙмәте етәксеһе Ғәле Сәғәҙәтов. - Атап әйткәндә, 2 берәмек К-700, бер Т-150 К һәм 2 берәмек МТЗ-82.1 тракторҙары – сәсеүҙә, 5 берәмек МТЗ-82.1 тракторы иген ташыуҙа һәм тырматыуҙа эшләйәсәк. Уларҙың барыһы ла баҫыу эштәренә әҙер. Бынан тыш, 3 ҡамыл һәм 2 рәт сәскестәре лә күптән инде ремонтлап ҡуйылған.

Йылдағыса, сәсеүҙе үҙебеҙҙең көс менән атҡарып сығасаҡбыҙ, бының өсөн беҙҙә бөтә мөмкинлектәр бар. Барлыҡ техника-агрегаттар ҙа механизаторҙар һәм эшселәр менән комплектланды, улар хеҙмәт хәүефһеҙлеге буйынса инструктаж үтте. Хеҙмәтсәндәргә махсус кейем һатып алынды. Ғөмүмән, быйыл да баҫыу эштәрен тейешле агротехник сроктарҙа һәм ойошҡанлы атҡарып сығырбыҙ, тигән ниәттәмен.

Техника-агрегаттарҙы һынау-көйләү эштәрендә механизаторҙар Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Наил Солтанов, Рауил Сәғәҙәтов, Ғәйзулла Сағынбаев, Самат Сәйетов, иретеп йәбештереүсе Илнур Ишкинин, эшселәр Рәмил Күсәрбаев, Наил Исхаҡовтар һынатмай. Бригадир Азат Исхаҡов эштәрҙе ойоштороуға үҙ өлөшөн индерә.

Сифатлы орлоҡтоң уңыш нигеҙе икәнлеген яҡшы аңлап эш итә лениндар. Хужалыҡ был тәңгәлдә йыл да сорт яңыртыу сараһын күрә һәм ул үҙен тулыһынса аҡлай. Быйыл иһә 30 тонна I репродукциялы һоло, 4 тонна донник, 8 тонна рапс, 10 тонна судан үләне, 1 тонна күстерә орлоғо һатып алынған. Әйткәндәй, хужалыҡ сәсеү эштәре осорона етерлек яғыулыҡ-майлау материалдары туплаған, минераль ашлама һатып алыу буйынса ла эштәр алып барыла.

Танылған ауыл хужалығы производствоһы етәксеһе Ғ.Б. Сәлимов етәкләгән Ленин исемендәге АХК яҙғы баҫыу эштәрен быйыл да ойошҡанлы атҡарып сығыр, тигән тулы ышаныс бар. Хужалыҡта гөрләп торған эштәр ҙә был фекерҙе бермә-бер дәлилләй.

Азамат Мөхәмәтшин.