Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
2 Апрель , 11:38

"Г.З. Байрамғолова” КФХ-һы – иң ышаныслы партнер!"

“Пандемия тормошҡа яңыса ҡарарға, күберәк шәхси хужалыҡҡа йөҙ борорға өйрәтте. Ҡош үрсетеү менән шөғөлләнергә уйлайым. Ҡош-ҡортто кемдән һатып алһам отошло булыр икән?”, “Яҙ етһә, себеш, ҡаҙ, өйрәк бәпкәләре тәҡдим итеүселәр күбәйә лә китә, кемдән алырға белмәйһең”, “Һәр саҡ Баймаҡҡа йөрөп булмай, шунлыҡтан ауылға килгәндәрҙән һатып алабыҙ себеш-бәпкәне, был хәүефле түгелме икән?”, “Ҡош-ҡорт өсөн емде ҡайҙан һатып алһаң отошло булыр икән?”, “Баҙарға ситтән килтереп себеш-бәпкә һатып алыусыларға ышанып буламы?”, “Байрамғолов” КФХ-һы быйыл да төрлө акциялар үткәрерме икән?” - һуңғы осорҙа редакцияға ҡош-ҡорт миҙгеленә бәйле ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүселәр күбәйҙе. Актуаль һорауҙарға аныҡ яуап алыу маҡсатында беҙ иң тәүҙә Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһының ветеринария станцияһы етәксеһе - райондың баш ветврачы Рәил Риф улы Әбүбәкировҡа мөрәжәғәт иттек. Ул бына нимә тип яуап бирҙе:-Рәсәй төбәктәрендә ҡош киҙеүе ҡоторған ваҡытта себеш-бәпкәләрҙе кемдән һатып алыу мәсьәләһенә бик етди ҡарарға кәрәк, юғиһә вайымһыҙлыҡ киҫкен проблемаларға килтереүе ихтимал. Баҙарҙарҙа, ауылдарҙа ситтән килеп ҡош-ҡорт менән һатыу итеүселәрҙән һәр саҡ һаҡ булырға кәрәк, сөнки сифатһыҙ продукция тәҡдим итеүселәр күп хәҙер. Ундайҙарға ышанырға ярамай. Социаль селтәрҙәрҙәге матур рекламаға алданып, хәүефле ҡош-ҡорт һатып алыуығыҙ ихтимал. Шуның өсөн беҙгә тик үҙебеҙҙә генә етештерелгән продукцияға, был осраҡта инде себеш-бәпкәләргә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Был тәңгәлдә Баймаҡтан “Г.З. Байрамғолова” КФХ-һы халыҡтың ышаныслы партнеры булып тора, тип шикләнмәйенсә әйтә алам.Был фермер хужалығы бына байтаҡ йылдар инде ҡала һәм район халҡын ғына түгел, ә Урал аръяғы төбәген, күрше өлкәләрҙе лә сифатлы ҡош-ҡорто менән тәьмин итә. Предприятие әлеге миҙгелгә лә яҡшы әҙерләнде, бөтөн саралар үтәлде, производство участкалары барлыҡ талаптарға яуап бирә. Ғөмүмән, бында кәрәкле ветеринария ҡағиҙәләре үтәлә, тимәк, продукция ла яҡшы сифатлы.Яңы миҙгелгә әҙерлек, предприятиеның бөгөнгө һулышы тураһында фермер хужалығы башлығы Гөлнара Зәйнулла ҡыҙы Байрамғолова һөйләй:-Беҙҙең предприятие яңы миҙгелгә йылдағыса яҡшы әҙерләнде, биналарға ремонт эшләнде, барлыҡ санитар талаптарға еткерелде. Быйыл да беҙ халыҡты үҙебеҙҙең сифатлы продукция менән ҡыуандырырға, төрлө акциялар ойошторорға ниәтләйбеҙ. Әйтергә кәрәк, беҙ тик Башҡортостанда етештерелгән предприятиелар менән генә эшләйбеҙ. Мәҫәлән, бройлер һәм өйрәк себештәренең йомортҡаларын Благовар ҡошсолоҡ фабрикаһынан һәм “Башҡорт бройлеры” предприятиеһынан һатып алабыҙ. Ҡаҙ йомортҡалары иһә, билдәле булыуынса, үҙебеҙҙең Беренсе Этҡолдағы ферманан килтерелә. Унда барлыҡ ветеринария талаптары үтәлә, ваҡытында прививкалар эшләнә.Үткән йәкшәмбе ҡош миҙгелен астыҡ – бройлер себештәренең тәүге партияһы сыҡты. 18 апрелдә иһә “Уральская белая”, “Уральская серая” һәм “Линда” тоҡомло ҡаҙ бәпкәләре һатыуға сығасаҡ. Май башынан 4 айлыҡ йомортҡа һалыу өсөн тәғәйенләнгән тауыҡтарҙы ла һатып алырға мөмкин. Ошо айҙа өйрәк бәпкәләренә лә сират етәсәк. Быйыл да төрлө акциялар үткәреп, апрель айында арзан хаҡ менән ҡаҙ бәпкәләре һатыуға сығарыласаҡ (алдан түләү шарты менән). Шул уҡ ваҡытта бөтөн талаптарға яуап биргән махсус ем менән дә тәьмин итәбеҙ. Ғөмүмән, беҙ һәр саҡ халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып эшләйбеҙ һәм барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ!

Пандемия тормошҡа яңыса ҡарарға, күберәк шәхси хужалыҡҡа йөҙ борорға өйрәтте. Ҡош үрсетеү менән шөғөлләнергә уйлайым. Ҡош-ҡортто кемдән һатып алһам отошло булыр икән?”, “Яҙ етһә, себеш, ҡаҙ, өйрәк бәпкәләре тәҡдим итеүселәр күбәйә лә китә, кемдән алырға белмәйһең”, “Һәр саҡ Баймаҡҡа йөрөп булмай, шунлыҡтан ауылға килгәндәрҙән һатып алабыҙ себеш-бәпкәне, был хәүефле түгелме икән?”, “Ҡош-ҡорт өсөн емде ҡайҙан һатып алһаң отошло булыр икән?”, “Баҙарға ситтән килтереп себеш-бәпкә һатып алыусыларға ышанып буламы?”, “Байрамғолов” КФХ-һы быйыл да төрлө акциялар үткәрерме икән?” - һуңғы осорҙа редакцияға ҡош-ҡорт миҙгеленә бәйле ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүселәр күбәйҙе.

Актуаль һорауҙарға аныҡ яуап алыу маҡсатында беҙ иң тәүҙә Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһының ветеринария станцияһы етәксеһе - райондың баш ветврачы Рәил Риф улы Әбүбәкировҡа мөрәжәғәт иттек. Ул бына нимә тип яуап бирҙе:

-Рәсәй төбәктәрендә ҡош киҙеүе ҡоторған ваҡытта себеш-бәпкәләрҙе кемдән һатып алыу мәсьәләһенә бик етди ҡарарға кәрәк, юғиһә вайымһыҙлыҡ киҫкен проблемаларға килтереүе ихтимал. Баҙарҙарҙа, ауылдарҙа ситтән килеп ҡош-ҡорт менән һатыу итеүселәрҙән һәр саҡ һаҡ булырға кәрәк, сөнки сифатһыҙ продукция тәҡдим итеүселәр күп хәҙер. Ундайҙарға ышанырға ярамай. Социаль селтәрҙәрҙәге матур рекламаға алданып, хәүефле ҡош-ҡорт һатып алыуығыҙ ихтимал. Шуның өсөн беҙгә тик үҙебеҙҙә генә етештерелгән продукцияға, был осраҡта инде себеш-бәпкәләргә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Был тәңгәлдә Баймаҡтан “Г.З. Байрамғолова” КФХ-һы халыҡтың ышаныслы партнеры булып тора, тип шикләнмәйенсә әйтә алам.

Был фермер хужалығы бына байтаҡ йылдар инде ҡала һәм район халҡын ғына түгел, ә Урал аръяғы төбәген, күрше өлкәләрҙе лә сифатлы ҡош-ҡорто менән тәьмин итә. Предприятие әлеге миҙгелгә лә яҡшы әҙерләнде, бөтөн саралар үтәлде, производство участкалары барлыҡ талаптарға яуап бирә. Ғөмүмән, бында кәрәкле ветеринария ҡағиҙәләре үтәлә, тимәк, продукция ла яҡшы сифатлы.

Яңы миҙгелгә әҙерлек, предприятиеның бөгөнгө һулышы тураһында фермер хужалығы башлығы Гөлнара Зәйнулла ҡыҙы Байрамғолова һөйләй:

-Беҙҙең предприятие яңы миҙгелгә йылдағыса яҡшы әҙерләнде, биналарға ремонт эшләнде, барлыҡ санитар талаптарға еткерелде. Быйыл да беҙ халыҡты үҙебеҙҙең сифатлы продукция менән ҡыуандырырға, төрлө акциялар ойошторорға ниәтләйбеҙ.

Әйтергә кәрәк, беҙ тик Башҡортостанда етештерелгән предприятиелар менән генә эшләйбеҙ. Мәҫәлән, бройлер һәм өйрәк себештәренең йомортҡаларын Благовар ҡошсолоҡ фабрикаһынан һәм “Башҡорт бройлеры” предприятиеһынан һатып алабыҙ. Ҡаҙ йомортҡалары иһә, билдәле булыуынса, үҙебеҙҙең Беренсе Этҡолдағы ферманан килтерелә. Унда барлыҡ ветеринария талаптары үтәлә, ваҡытында прививкалар эшләнә.

Үткән йәкшәмбе ҡош миҙгелен астыҡ – бройлер себештәренең тәүге партияһы сыҡты. 18 апрелдә иһә “Уральская белая”, “Уральская серая” һәм “Линда” тоҡомло ҡаҙ бәпкәләре һатыуға сығасаҡ. Май башынан 4 айлыҡ йомортҡа һалыу өсөн тәғәйенләнгән тауыҡтарҙы ла һатып алырға мөмкин. Ошо айҙа өйрәк бәпкәләренә лә сират етәсәк.

Быйыл да төрлө акциялар үткәреп, апрель айында арзан хаҡ менән ҡаҙ бәпкәләре һатыуға сығарыласаҡ (алдан түләү шарты менән). Шул уҡ ваҡытта бөтөн талаптарға яуап биргән махсус ем менән дә тәьмин итәбеҙ.

Ғөмүмән, беҙ һәр саҡ халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып эшләйбеҙ һәм барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ!

А.Салауатов.

Һүрәттә: Елена Дятлова һәм Зәлиә Муллагилдина – үҙ эшенең ысын оҫталары.

Автор фотоһы.