Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
1 Апрель , 12:39

Яңы миҙгелде – яҡшы әҙерлек менән

Татлыбай ауылынан “Р.И. Ишмуллин” КФХ-һы районда тотороҡло эшләүсе, йылдан-йыл үҙенең производство ҡеүәттәрен арттыра барыусы ҡеүәтле предприятиеларҙан һанала. Йылҡысылыҡ, һыйыр малы, һарыҡ үрсетеү, үҫемлекселек тармаҡтары менән шөғөлләнеүсе фермер хужалығы техник потенциалды нығытыу, ауыл хужалығы кампанияларын ойоштороу, хеҙмәтсәндәргә тейешле эш шарттары тыуҙырыу буйынса күп хужалыҡтарға өлгө булып тора.

Татлыбай ауылынан “Р.И. Ишмуллин” КФХ-һы районда тотороҡло эшләүсе, йылдан-йыл үҙенең производство ҡеүәттәрен арттыра барыусы ҡеүәтле предприятиеларҙан һанала. Йылҡысылыҡ, һыйыр малы, һарыҡ үрсетеү, үҫемлекселек тармаҡтары менән шөғөлләнеүсе фермер хужалығы техник потенциалды нығытыу, ауыл хужалығы кампанияларын ойоштороу, хеҙмәтсәндәргә тейешле эш шарттары тыуҙырыу буйынса күп хужалыҡтарға өлгө булып тора.

Үткән аҙнала район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Айнур Вәлишин, бүлек инженеры Рәмил Байымов “Р.И. Ишмуллин” КФХ-һында булып, мал ҡышлатыу, техника-агрегаттарҙы яңы миҙгелгә әҙерләү барышы менән яҡындан танышты. Улар фермер хужалығы башлығы Радик Исҡужа улы оҙатыуында предприятие цехтарында һәм участкаларында булды, уларҙағы эш шарттары менән ҡыҙыҡһынды, ремонт барышын ҡараны.

Әйтергә кәрәк, Р.Ишмуллин етәкләгән фермер хужалығы яңы миҙгелгә ныҡлы әҙерлек менән аяҡ баҫа. Атап әйткәндә, сәсеү агрегаттары бында көҙҙән үк әҙерләп ҡуйылған, етерлек орлоҡ тупланған, улар тейешле кондицияға еткерелгән. Тракторҙарҙы ремонтлауҙы бында йыл башында уҡ, йәғни районда иң беренсе булып башланылар һәм техника паркы тулыһынса әҙер тиерлек. Барлығы биш техника: 2 берәмек К-700 һәм 3 берәмек МТЗ-82.1 тракторҙары күптән инде әҙерлек һыҙығына баҫтырылған. Әле ДТ-75 һәм “Беларусь” тракторҙарын ремонтлау аҙағына яҡынлаша. Шуныһы үҙенсәлекле, алдан уҡ хәстәрлек күреп, предприятие сәсеү кампанияһына байтаҡ күләмдә яғыулыҡ-майлау материалдары ла туплап ҡуйған. Техника-агрегаттарҙы ремонтлауҙа механизаторҙар Ислам Биктимеров, Ғәлим Юламанов, Әмир Мөхәмәтов һәм иретеп йәбештереүсе Илдар Балапановтар маҡтауға лайыҡ. Уларҙың ныҡышмалы хеҙмәте һәм эштәрҙе тейешенсә ойоштороу һөҙөмтәһендә бөгөн хужалыҡ яңы миҙгелде лайыҡлы ҡаршы ала. Әйткәндәй, Азат Булат улы хужалыҡтың яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеген юғары баһаланы.

Райондың ауыл хужалығы тармағы етәкселәре артабан малсылыҡ тармағындағы эштәр менән яҡындан ҡыҙыҡһынды. Был өлкәлә лә һөҙөмтәләр насарҙан түгел. Базаларҙа йыл да байтаҡ күләмдә ремонт эштәре атҡарыла, билдәле, малдар өсөн тейешле шарттар тыуҙырыла. Ул көндө быҙау аҙбарын ҡараған ваҡытта етәкселәр бында бөтөн уңайлыҡтар тыуҙырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Малдарҙың рационы ла етерлек күләмдә аҙыҡ, фураж менән тәьмин ителгән.

Бөгөн күп хужалыҡтар хеҙмәтсәндәргә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләү, уларға тейешле эш һәм ял шарттары булдырыу менән маҡтана алмай. Ә бына Радик Исҡужа улы етәкләгән предприятиела был тәңгәлдә бөтөн уңайлыҡтар тыуҙырылған, хеҙмәтсәндәр өсөн бар шарттарға яуап биргән ашхана, ятаҡхана, хатта мунса ла бар.

Ғөмүмән, “Р.И. Ишмуллин” КФХ-һы яңы миҙгелгә яңы дәрт һәм уй-ниәттәр менән аяҡ баҫа. Татлыбай ауыл биләмәһенең социаль инфраструктураһын үҫтереүгә үҙенең тос өлөшөн индергән был предприятие яҙғы баҫыу эштәрен ойошҡанлы атҡарып сығыр, тигән тулы ышаныс бар.

Азамат Мөхәмәтшин.

Р.И. Ишмуллин” КФХ-һында үҙ һөнәренең алдынғылары эшләй. Нур Ғүмәров – тап шундайҙарҙың береһе. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Нур Исмәғизам улы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре араһында “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ булды. Ул барлыҡ ауыл хужалығы кампанияларында әүҙем ҡатнаша һәм үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән үтәй.