Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Март , 11:57

Ветеринар һөнәренә ихтыяж арта

Республикалағы иң ҙур ветеринария хеҙмәттәренең береһе булған төбәктә - Баймаҡ районында был тәңгәлдә хәлдәр нисек һуң? Ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары ветеринар кадрҙары менән тәьмин ителгәнме? Улар тейешле белемгә эйәме? Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов һәм Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһының ветеринария станцияһы начальнигы Рәил Әбүбәкиров билдәләүенсә, атап үтелгән мәсьәләләр буйынса беҙҙә проблемалар юҡ, бөтөн хужалыҡтар ҙа, ауылдар ҙа ветеринария белгестәре менән тәьмин ителгән.Уларҙың барыһы ла тейешле белемгә эйә. Республикалағы хәл беҙҙең районға ла хас – йәштәр тармаҡҡа килергә ашҡынып бармай. Ветеринарҙың уртаса йәше – 47, 35 йәшкә тиклемге 11 кеше эшләй. Әле Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында беҙҙең райондан 13 студент ошо һөнәр буйынса белем ала.

Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин үткән аҙнала Урал аръяғы райондарында рәсми эш сәфәре менән булды. Ул төбәктәге эпизоотик хәл менән ҡыҙыҡһынды, ошо юҫыҡта эш алып барған ветеринария хеҙмәттәренең эше менән яҡындан танышты.

Азат Салауат улының Урал аръяғы райондарының баш ветеринар врачтары, район хакимиәте вәкилдәре ҡатнашлығында Урғаҙа ауылындағы Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы студенттары менән осрашыуы рәсми эш сәфәренең төп маҡсаты ине. Әйтергә кәрәк, ауыл хужалығы өсөн кәрәкле белгестәр әҙерләү һәм уларҙы һуңынан тыуған яҡтарына эшкә йәлеп итеү һуңғы тиҫтә йылдарҙа иң актуаль проблемаларының береһе булды һәм булып ҡала.

Башҡортостандың баш дәүләт ветеринар инспекторы билдәләүенсә, республиканың ауыл хужалығы өсөн ветеринар кадрҙары әҙерләү бөгөн иң мөһим бурыстарҙың береһе булып тора, сөнки әле ошо йүнәлештә эшләгән 500 кеше пенсия йәиһә пенсия алды йәшендә. Ә бына Башҡортостандың төрлө уҡыу йорттары йылына ни бары 200 белгес-ветеринар сығара. Уларының да һайлаған һөнәре буйынса эшкә урынлашыуы икеле. Шуның өсөн БР Ветеринария идаралығы, Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан йәш белгестәрҙе күтәрмәләү, уларҙың эш хаҡын арттырыу саралары күрелә.

Республикалағы иң ҙур ветеринария хеҙмәттәренең береһе булған төбәктә - Баймаҡ районында был тәңгәлдә хәлдәр нисек һуң? Ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары ветеринар кадрҙары менән тәьмин ителгәнме? Улар тейешле белемгә эйәме? Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов һәм Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһының ветеринария станцияһы начальнигы Рәил Әбүбәкиров билдәләүенсә, атап үтелгән мәсьәләләр буйынса беҙҙә проблемалар юҡ, бөтөн хужалыҡтар ҙа, ауылдар ҙа ветеринария белгестәре менән тәьмин ителгән.Уларҙың барыһы ла тейешле белемгә эйә. Республикалағы хәл беҙҙең районға ла хас – йәштәр тармаҡҡа килергә ашҡынып бармай. Ветеринарҙың уртаса йәше – 47, 35 йәшкә тиклемге 11 кеше эшләй. Әле Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында беҙҙең райондан 13 студент ошо һөнәр буйынса белем ала.

Был осрашыу ике яҡ өсөн дә бик файҙалы һәм фәһемле булды, артабан да бындай кимәлдәге һөйләшеүҙәрҙе даими ойошторорға ҡарар ителде. Сөнки йәштәрҙе тыуған яҡтарына эшкә йәлеп итеү, улар өсөн бөтөн шарттар тыуҙырыу арҡаһында ғына ауылдарыбыҙҙы һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ. Шунһыҙ илдең киләсәге юҡ.

Азамат Мөхәмәтшин.