Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
2 Декабрь 2020, 12:08

Хәләл ризыҡҡа һорау ҙур

Хәләл ризыҡ ниндәй була? Мәҫәлән, итте алайыҡ. Уның хәләллеге малды һуйыуҙан башлана. Мал-тыуар нисек һуйыла, кем ҡулы менән? Малды салғанда зекер ителәме? Ит комбинаттарында малды ток менән үлтереп һуйғандары харамға һанала. Сөнки был осраҡта мал үлтерелә һәм ҡаны сығарылмай – үләкһә һәм ҡан ашамағыҙ, тип әйтелә бит динебеҙҙә. Баҙарҙа ла итте кемдән алаһығыҙ?

Яңы мал һуйыу цехы ошо ихтыяжды кәметерме?
Билдәле булыуынса, һуңғы йылдарҙа халыҡтың, айырыуса ислам динендәгеләрҙең хәләл ризыҡҡа ихтыяжы ныҡ артыуы күҙәтелә. Илдә генә түгел, Башҡортостанда ла, шул иҫәптән беҙҙең районда ла хәләл продукция хәҙер ҙур һорау менән файҙалана. Тап ошондай ризыҡ менән һатыу иткән сауҙа селтәрҙәре күбәйә һәм уларҙан бер ҡасан да халыҡ өҙөлмәй. Был тәңгәлдә Баймаҡта “Складок” магазинын һәм Ленин урамында урынлашҡан күмәртәләп һатыу базаһын телгә алыу ҙа етә – уларҙа һәр саҡ һатып алыусылар күп була.
Дин әһелдәре һәм ислам дине ғалимдары билдәләүенсә, хәләл менән харамды айырыу мосолман өсөн бик мөһим. Сөнки белә тороп харам менән туҡланыу мосолман кешене гонаһҡа батыра, диндән сығара. Быға иғтибар биреү мотлаҡ.
Хәләл менән харам тигәндә, беҙҙең күбебеҙ беренсе сиратта ризыҡты мосолманса йәки бисмиллаһыҙ һуйылған итте күҙ алдына килтерә. Әммә, дин әһелдәре әйтеүенсә, “хәләл” төшөнсәһе мосолман тормошоноң бөтә яҡтарын да үҙ эсенә ала. Ул – ашаған ризыҡ, алып барған тормош, эш-бизнес, иҡтисад, дауаланыу, ғөмүмән, донъялағы көнкүрешебеҙ. Әйтәйек, малды ниндәй юл менән таптың? Урланған мал түгелме? Башҡа кешене талап, урлап алынған аҡсаға ризыҡ алыу, сусҡа аҫрап, шуны һатып алынған ризыҡ, араҡы йәки көмөшкә, тәмәке һатып алынған табыш – харам. Ришүәтселек арҡаһында алынған аҡса һәм ризыҡ, етемдәрҙең малын ашау һәм башҡа шундайыраҡ насар ысулдар менән табылған ризыҡ – харам. Магазин тотоп, унда харам әйберҙәр һатыу дөрөҫ түгел. Билмән цехтары асып, итте теләһә ҡайҙан алыу, уның составын белмәү ҙә – гонаһ.
Хәләл ризыҡ ниндәй була? Мәҫәлән, итте алайыҡ. Уның хәләллеге малды һуйыуҙан башлана. Мал-тыуар нисек һуйыла, кем ҡулы менән? Малды салғанда зекер ителәме? Ит комбинаттарында малды ток менән үлтереп һуйғандары харамға һанала. Сөнки был осраҡта мал үлтерелә һәм ҡаны сығарылмай – үләкһә һәм ҡан ашамағыҙ, тип әйтелә бит динебеҙҙә. Баҙарҙа ла итте кемдән алаһығыҙ?
Ислам динендә билдәләнеүенсә, мал салғанда кешенең мосолман, ир-ат, бәлиғ һәм үҙ аҡылында булыуы шарт. Аллаһты зекер итеүе, “Бисмиллаһи Аллаһу әкбәр” тип әйтеүе мотлаҡ. Ошо шарттар үтәлгәндә генә малдың, ҡоштоң ите хәләл була.
Магазиндарҙа хәләл аҙыҡ-түлек тулып ятһа ла, айырыуса ит продукцияһы өлкәһендә һорауҙар күп әле. Сөнки, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты вәкилдәре билдәләүенсә, сауҙа нөктәләренә “Хәләл” тамғаһы һуғылып сығарылған ит продукцияһы бөтөн талаптарға ла яуап бирмәй. Йәғни, бөгөн илдә һәм Башҡортостанда бөтөн талаптарға яуап биргән хәләл мал һуйыу цехтары юҡ кимәлендә. Был тәңгәлдә тиҙҙән Баймаҡта асыласаҡ хәләл мал салыу цехы һәм ит эшкәртеү производствоһы ниндәйҙер кимәлдә яҡшы башланғысҡа нигеҙ һалырға тейеш.
Белеүебеҙсә, беҙҙең районда хәләл ит һатып алыу үҙе бер етди проблема булып тора, сөнки йәкшәмбе баҙарында тәҡдим ителгән ит тә Баймаҡтағы мал һуйыу цехында салына. Ә унда, билдәле булыуынса, хәләл продукция өсөн шарттар тыуҙырылмаған. Хәләл ит эҙләгән кешеләр күп осраҡта ауыл кешеләренә мөрәжәғәт итә.
Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, Баймаҡта хәләл ит производствоһы асыу буйынса маҡсатлы эш алып барылды һәм бөгөн инвестор тарафынан элекке ЮХХДИ бинаһы биләмәһендә цехты төҙөү эштәре дауам итә. Был модулле мал һуйыу цехын фермер Фирҙәүес Хәлимов төҙөй. Әйткәндәй, ул күптән түгел Баймаҡ районында эш сәфәре менән булғанда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте”ндә лә ҡатнашты һәм үҙенең проектын тәҡдим итте. Республика етәксеһе был проектты хупланы.
Фирҙәүес Ғариф улы билдәләүенсә, был цех хәләл продукция етештереүҙең бөтөн талаптарына яуап бирәсәк. БР Мосолмандарының Диниә назараты вәкилдәре лә әлеге производствоны асыуҙы тормошҡа ашырған хәлдә, ул Урал аръяғы өсөн генә түгел, ә Башҡортостанда ла иң яҡшы проекттарҙың береһе буласаҡ.Район хакимиәте етәкселеге әйтеүенсә, яңы цехты йыл аҙағына ҡәҙәр файҙаланыуға тапшырыу күҙ уңында тотола. Мал һуйыу менән бер рәттән, бында хәләл иттән төрлө продукция сығарыу ҙа күҙ уңында тотола.
Азамат Мөхәмәтшин.