Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
2 Декабрь 2020, 13:28

Ауыл хужалығында эшләр кеше ҡалырмы?

Бер нисә йылдан ошондай хәл килеп тыуыуы мөмкин

Көнүҙәк темаға
Ауыл хужалығында эшләр кеше ҡалырмы?
Бер нисә йылдан ошондай хәл килеп тыуыуы мөмкин
Быйылғы урып-йыйыу эштәре алдынан таныш фермер мөрәжәғәт итте:
-Ҡара әле, һинең йөрөмәгән ерең, һөйләшмәгән кешең юҡ, шуға ла ярҙам һорап шылтыратам. Эш шунда: миңә тиҙ арала комбайнсы кәрәк. Берәү түгел, икәү. МТЗ-ға ла берәй тракторсы табып бирһәң, тағы ла шәберәк. Лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләйем.
Оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы темаһына яҙған һәм ауыл хужалығы предприятиелары һәм КФХ етәкселәре менән даими аралашып йөрөгән журналист булараҡ, әлеге шылтыратыу минең өсөн яңылыҡ булманы. Агросәнәғәт комплексында кадрҙар етешмәүе һәр кемгә билдәле һәм әлеге фермерға үҙемсә ярҙам итергә булдым.
Райондың бер нисә ауылында йәшәгән таныш-тоношҡа, элек хужалыҡтарҙа эшләгән кешеләргә шылтыратып, тәки таптым ике комбайнсыны. Күндерҙем теге фермерға эшкә барырға. Хеҙмәт хаҡын һәйбәт түләйәсәк, унда эшләү өсөн бөтөн шарттар тыуҙырылған, тип тә өҫтәнем. Әммә тәртип яғы ҡаты унда, тип тә иҫкәрттем.
Шуныһы үкенесле, әлеге комбайнсылар атап үтелгән фермер хужалығына урып-йыйыу эштәрендә ярҙам итә алманы – төрлө сәбәптәр арҡаһында КФХ башлығы үҙ көсө менән сыҡты был ураҡты.
Ысынлап та, ауыл хужалығына кадрҙар етешмәүе һуңғы тиҫтә йылдарҙағы иң киҫкен проблемаларҙың береһенә әүерелде. Ошоғаса, йылдар буйы эш хаҡы түләмәһә лә, ауыл кешеләре колхоз-совхозға “йәбешеп ятты”. Шунан улар әкренләп ситтә эшләргә өйрәнде, кемдер үҙ эшен асты. Ә бына ауылда фермер хужалығы асҡандарға эшкә төшөргә ашҡынып барманы. Йәнәһе, уны байытаһы килмәй. Һөҙөмтәлә шундай хәл килеп тыуҙы: кеше эш юҡлыҡҡа, аҡса юҡлыҡҡа зарлана, властарҙы һүгә, әммә эргәләге фермерға механизатор йәки һауынсы булып эшкә бармай. Был хәл бына ике тиҫтә йыллап инде дауам итә.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республиканың ауыл хужалығы тармағы кадрҙарға ҙур ҡытлыҡ кисерә, белгестәр һәм эшселәргә ихтяыж йылдан-йыл арта бара. Йыл да, белгестәр фекеренсә, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең һаны уртаса 4-5 процентҡа кәмей. Фараздар буйынса, 2021 йылда республиканың ауыл хужалығы тармағы 115 агроном, 163 агроинженер, 138 зоотехник, 187 ветеринар, 163 механизатор һәм 152 һауынсыға ҡытлыҡ кисерәсәк.
Был тәңгәлдә шуны ла өҫтәргә кәрәк: ауылдан сыҡҡан йәштәрҙең, уҡыу йорттарын тамамлағас, тик 21 проценты ғына тыуған еренә ҡайтырға теләй. Ҡалғандары иһә ҡалала ҡалырға йәки Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә китергә теләк белдергән.
Ауыл хужалығы тармағында эшләүселәрҙең дә күбеһе урта йәки пенсия алды йәшендә. Хаҡлы ялда булып та, әле лә эшләп йөрөүселәр күп. Бөгөн беҙҙең райондың ауыл хужалығы предприятиеларына һәм КФХ-ларға бына ошо күренеш хас. Һуңғы йылдарҙа кадрҙар мәсьәләһе үтә ҡырҡыу проблемаға әүерелде, һәр миҙгелле кампания алдынан ауылдан-ауылға йөрөп механизаторҙар йәки һауынсылар йыйыу ғәҙәти күренешкә әйләнде. Бөгөн ауыл хужалығы предприятиеларының һәм фермер хужалыҡтарының барыһында ла тиерлек күбеһенсә ситтән килгәндәр эшләй. Был тәңгәлдә Ленин исемендәге АХК, Һаҡмарҙан “Илфат Сәфәрғәлин”, Йомаштан Хәйҙәр Килдеғошов, Яраттан Айҙар Мырҙаҡаев, Юлыҡтан Борис Миңлебаев КФХ-ларын ғына айырым билдәләп үтергә мөмкин – был хужалыҡтарҙың коллективын урындағы халыҡ тәшкил итә.
“Хәҙер һыйыр һауырға һауынсы, мал көтөргә көтөүсе генә түгел, механизатор ҙа , водитель дә табып булмай, - ти бер фермер хужалығы башлығы, - аҡса түләһәң дә, урындағы халыҡ эшкә килергә ашҡынып тормай. Шуның өсөн ауылдан-ауылға, райондан-районға эшсе ҡулы эҙләп сығып китәбеҙ. Бының өсөн, билдәле, йәшәр урынын да табырға кәрәк.
Ишеткәнһеңдер, быйыл комбайнерҙарға ҡытлыҡ булыу сәбәпле, күп кенә фермерҙар комбайн артына үҙҙәре ултырҙы. Автомашина артына ултырғандары ла, хатта үҙҙәре көтөү көтөп йөрөгәндәре лә бар – эшләргә кеше юҡ. Әгәр ҙә хәл ошолай дауам итһә, бер нисә йылдан хужалыҡтарҙа эшләү өсөн кеше лә табып булмаясаҡ. Хөкүмәт тә бит кооперативтарҙы бушҡа ғына уйлап сығармаған, сөнки был йүнәлеш элекке колхоз-совхоз кеүек үк бәләкәй хужалыҡтарҙы берләштереүҙе күҙ уңында тота. Киләсәктә бәләкәй КФХ-лар бер-береһе менән берләшеп, уртаҡ ҙур хужалыҡ ойоштормаһа, улар юҡҡа сығыр, моғайын. Шулай иткәндә генә эшләргә кешеһен дә, техникаһын да табырға мөмкиндер...”
“Ауыл хужалығында эшсе ҡулдар ҙа табырға, производствоны ла тейешенсә ойошторорға мөмкин, әммә ҡайһы бер факторҙарҙың аяҡ салыуы тармаҡҡа ҡамасаулай, - ти икенсе бер фермер, - мәҫәлән, ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтарҙың үтә түбән булыуы. Элек, совет заманында 1 литр һөткә 3 литр солярка һатып алырға мөмкин булған. Ә хәҙер киреһенсә. Техника-агрегаттар ҙа хәтәр ҡиммәт, уларға яҡынлап та булмай. Әйтәйек, яңы комбайн хәҙер 7 млн һум тора. Уны нисек һатып алаһың?! Йыл һайын ҡабатланған ҡоролоҡ та ауыл хужалығына аяҡ сала, шуның арҡала ашлығын да тейешенсә үҫтереп булмай, малын да үрсетеү ҡыйын. Билдәле, яҡшы табыш ала алмағас, юғары эш хаҡы ла түләп булмай. Элекке кеүек хеҙмәтсәндәрҙе йыл әйләнәһенә эшләтерлек эше лә юҡ хәҙер, сөнки күләм аҙ. Бына ошо факторҙар ҡамасаулай тармаҡҡа. Минеңсә, элекке кеүек система булдырырға, дәүләттең ауыл хужалығына йөҙ менән боролоуы кәрәк. Шул саҡта һөҙөмтәһе лә буласаҡ”.
Күреүебеҙсә, ауыл хужалығын эшсе ҡулдар менән тәьмин итеү бөгөн киҫкен проблемаға әүерелде. Билдәле, быға ошоғаса ауыл хужалығында уңышлы эшләп килгән тотош системаны юҡҡа сығарыу ҙа булышлыҡ итте. Хәйер, һөнәрселек училищеларында ауыл хужалығы өсөн белгестәр әҙерләнә, әлбиттә, әммә улар тыуған яғына ҡайтырға ашҡынып тормай. Мәҫәлән, Баймаҡтағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы йыл да 45 механизатор һәм 22 йорт хужабикәһе әҙерләп сығара. Әммә шул егеттәрҙең ни бары 10-15 проценты ғына хужалыҡтарға йәиһә ҡалалағы ойошмаларға механизатор булып эшкә урынлаша, эшләһә лә, оҙаҡ түҙмәй – ҡырға “ҡаса”.
Бөгөн ауыл хужалығы предприятиеларында һәм КФХ-ларҙа агроном, зоотехник, ветеринар, механик тигән белгестәр бөтөнләй юҡ кимәлендә. Фермер бер үҙе бар эште лә үҙ иңенә йөкмәй, әммә уның был йүнәлештәрҙе ойошторорлоҡ аҡылы-белеме етәме һуң? Тик Ленин исемендәге АХК, “Толпар” ЯСЙ-һы, “Салауат” ЯСЙ-һы, “Урал аръяғы-Агро” МТС-ында ғына тейешле белеме булған белгестәр эшләй.
Дәүләт үҙ яғынан агросәнәғәт комплексына төрлөсә ярҙам итергә тырыша, байтаҡ программалар тормошҡа ашырыла, фермерҙар гранттар алып ҡыуана. Башҡортостан Хөкүмәте, мәҫәлән, ошоғаса уҡыу йортон тамамлап ауыл хужалығы тармағына эшкә ҡайтҡан белгестәргә 500 мең һум бер тапҡыр бирелә торған ярҙам бүлеп килде. Ошо көндәрҙә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы был ярҙамды 750 мең һумға тиклем еткереү тәҡдимен күтәреп сыҡты. Әммә был аҙым үҙен аҡлармы, йәштәр ауылда ҡалырмы?..
Нисек кенә булмаһын, илде туйындырған тармаҡты кадрҙар ҡытлығынан йолоп ҡалыу – дәүләттең, власть органдарының иң мөһим бурыстарының береһе булырға тейештер. Юғиһә, биш-ун йылдан ауылда эшләргә лә кеше ҡалмаҫ тимә...
Азамат Мөхәмәтшин.
Халыҡ фекере
Ғәлим Сәлимов, Ленин исемендәге АХК рәйесе:
-Лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, тейешле эш шарттары, социаль гарантиялар булғанда ауыл хужалығында эшләргә кешеһе лә буласаҡ. Бына беҙҙең хужалыҡта 100 кеше эшләй, уларҙың барыһы ла штатҡа ҡуйылған, бөтә социаль гарантиялар һаҡлана. Шулай булғас, эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ бер ҡасан да булғаны юҡ. Коллективтың 30 процентын йәш көстәр тәшкил итә.
Илфат Сәфәрғәлин, фермер хужалығы башлығы:
-Элекке кеүек кешене әрләп йәиһә ҡурҡытып эшкә ҡушып булмай, матур мөғәмәлә булырға кәрәк. Беҙҙә тик үҙебеҙҙекеләр эшләй. Коллектив ағзаларына ваҡытында хеҙмәт хаҡы түләйбеҙ, уларҙы утыны, бесәне, һаламы, игене менән тәьмин итәбеҙ.