Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
21 Ноябрь 2020, 13:55

Беҙҙе туйындырған да, кейендергән дә - Ер!

#Трезвоесело2020#Айыҡауыл2020 #Трезвоесело2020СтарыйСибай #Айыҡауыл2020ИҫкеСибай #ИҫкеСибайБаймаҡрайоны #СтарыйСибайБаймакскийрайон Республикабыҙҙың төп идаралыҡ контораһы Иҫке Сибай ауылында урынлашҡан “ЗауральеАгро” машина-технология станцияһы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы районда ғына түгел, тотош Урал аръяғында иң эре хужалыҡ һанала. Уның етештереү эшмәкәрлеге дүрт муниципаль район биләмәһендә – Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында алып барыла.

#Трезвоесело2020#Айыҡауыл2020
#Трезвоесело2020СтарыйСибай
#Айыҡауыл2020ИҫкеСибай #ИҫкеСибайБаймаҡрайоны
#СтарыйСибайБаймакскийрайон
Республикабыҙҙың төп идаралыҡ контораһы Иҫке Сибай ауылында урынлашҡан “ЗауральеАгро” машина-технология станцияһы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы районда ғына түгел, тотош Урал аръяғында иң эре хужалыҡ һанала. Уның етештереү эшмәкәрлеге дүрт муниципаль район биләмәһендә – Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында алып барыла.
“ЗауральеАгро” МТС-ының эшмәкәрлеге менән уның етәксеһе Рөстәм Йомағужа улы Сунгуров таныштыра:
– Предприятиеның сәсеүлек майҙандары 26,5 мең гектар тәшкил итеп, шуның 24, 6 гектарында иген, 2,7 гектарында мал аҙығы сәселә. Һыйыр малдарының һаны 1200 баш булһа, шуның 640 башы һауын һыйырҙары. Предприятиеның 65 тракторы, 29 сәсеү комплексы, 11 үҙйөрөшлө бесән сапҡысы һәм 77 комбайны, йөк транспорты һәм башҡа төр техникаһы бар. Эшселәр һаны 345 кешегә етә. Үҙ хужалығыбыҙҙан тыш, предприятие етештереүселәргә баҫыу эштәрендә ҙур ярҙам күрһәтә.
Пай ерҙәре менән файҙаланған өсөн пайсыларға йыл һайын 400 тоннанан ашыу иген таратыла. Мәҫәлән, Сибай ауыл Советы биләмәһендә 2017 йылдан алып 3222,91 гектар ерҙе 10 йылға ҡуртымға алыу тураһында килешеү төҙөлдө. Пайсылар менән иҫәп-хисап ваҡытында атҡарыла – уңыштың ниндәй булыуына ҡарап, 75 тоннанан ашыу иген бирәбеҙ.
– Ваҡытлы эш осоронда беҙҙә 500 тирәһе кеше эшләй, – тип һүҙгә ҡушыла предприятиеның иҡтисадсыһы Әхмәт Сәғит улы Рәхмәтуллин. – Йыллыҡ эш хаҡы фонды 75,0 миллион һум тәшкил итә. Бынан тыш “ЗауральеАгро” иң күп һалым түләүсе предприятие ла – йыл һайын бюджетҡа һәм бюджет булмаған фондтарға 35 миллион һумдан ашыу аҡса күсерәбеҙ.
“ЗауральеАгро” машина-технология станцияһы ауылдың социаль-иҡтисади үҫешенә, ауыл халҡының йәшәйешенә етди йоғонто яһаусы предприятие. Сөнки күп кенә ауылдаштарыбыҙ нәҡ унда эш таба, буш ятҡан пай ерҙәрен ҡуртымға биреп, әҙме-күпме файҙаһын күрә.
Мотал Рәмов.