Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
5 Ноябрь 2020, 17:26

Урып-йыйыу эштәренә йомғаҡ яһалды

Билдәле булыуынса, коронавирус пандемияһы менән бәйле, республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда ла халыҡты күпләп йыйған төрлө саралар үткәреү тыйылды. Ошоно күҙ уңында тотоп, йыл да ойошторолған Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө быйыл бәләкәй форматта үтте. Хеҙмәттә юғары ҡаҙаныштарға ирешкән, урып-йыйыу эштәрендә иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәрен район етәкселәре урындарға барып тәбрикләне. Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев һәм ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Айнур Вәлишин “Илгиз Байегетов” КФХ-һы, Ленин исемендәге АХК һәм “Салауат” ЯСЙ-һында булып, алдынғыларҙы бүләкләү тантанаһында ҡатнашты.

Билдәле булыуынса, коронавирус пандемияһы менән бәйле, республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда ла халыҡты күпләп йыйған төрлө саралар үткәреү тыйылды. Ошоно күҙ уңында тотоп, йыл да ойошторолған Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө быйыл бәләкәй форматта үтте. Хеҙмәттә юғары ҡаҙаныштарға ирешкән, урып-йыйыу эштәрендә иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәрен район етәкселәре урындарға барып тәбрикләне.
Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев һәм ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Айнур Вәлишин “Илгиз Байегетов” КФХ-һы, Ленин исемендәге АХК һәм “Салауат” ЯСЙ-һында булып, алдынғыларҙы бүләкләү тантанаһында ҡатнашты.
Ауыл хужалығы производствоһында яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәне һәм агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Ҡуянтауҙан крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Илгиз Байегетов Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһына һәм аҡсалата премияһына лайыҡ булды.
Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Сәлимов етәкләгән Ленин исемендәге АХК урып-йыйыу эштәре, мал аҙығы әҙерләү, орлоҡ һалыу һәм ер эшкәртеү буйынса район хеҙмәт ярышында йәнә еңеүсе булып танылды һәм II дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Хужалыҡтың алдынғы механизаторы Самат Сәйетов оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн һәм тармаҡты үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһына һәм аҡсалата премияһына лайыҡ булды. Предприятиеның баш инженеры Ғәле Сәғәҙәтовҡа иһә Башҡортостан Республикаһы Гостехнадзор инспекцияһының Рәхмәт хаты һәм бүләге тапшырылды.
-Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы район агросәнәғәт комплексының ғорурлығы булып тора, - тип билдәләне тәбрикләү тантанаһында Фәнис Ғәбдрәшит улы, - бының нигеҙендә уның етәксеһе Ғәлим Булат улы Сәлимовтың производствоны оҫта ойоштороуы, коллективты яңы үрҙәргә рухландырыуы һәм алға аныҡ маҡсаттар ҡуйып эшләй белеүе ята. Тәбиғәт ҡуйған ҡаты һынауҙарға ҡарамаҫтан, кооператив игенселәре, шулай уҡ райондың башҡа ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары, йылына күрә ярайһы уңыш үҫтереп алды, етерлек орлоҡ һәм фураж әҙерләп һалды, малға ла етерлек аҙыҡ тупланды. Үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын берҙәй уңышлы үҫтереүгә өлгәшкән Ленин исемендәге АХК башҡа хужалыҡтарға үрнәк булып тора.
Артабан район етәкселәре “Салауат” ЯСЙ-һында булды. Район хакимиәте башлығы Ф.Ғ. Әминев ауыл хужалығы производствоһында өлгәшкән уңыштары һәм тармаҡты үҫтереүгә тос өлөш индергәндәре өсөн “Салауат” ЯСЙ-һының тәжрибәле механизаторы Зәбир Рамазановҡа, шулай уҡ фермер хужалығы башлығы Сергей Мичуновҡа Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһын һәм аҡсалата премияһын тапшырҙы.
Фәнис Ғәбдрәшит улы атап үтелгән хужалыҡ етәкселәрен һәм алдынғыларын бүләкләү тантанаһында тармаҡтың бөгөнгө һулышы, мал ҡышлатыу, киләһе уңыш тураһында хәстәрлек күреү кеүек мәсьәләләр менән яҡындан ҡыҙыҡһынды. Һөйләшеүҙә шулай уҡ агросәнәғәт комплексындағы иң актуаль мәсьәләләр, шул иҫәптән ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, ҡаралды.
Азамат Мөхәмәтшин.