Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
31 Август 2020, 20:37

Тотороҡло үҫешкә өлгәшеп

Баймаҡтан Гөлнара менән Рәмил Байрамғоловтар етәкләгән фермер хужалығы төбәктә тотороҡло үҫешкә өлгәшеүсе, йылдан-йыл үҙенең производство ҡеүәттәрен арттыра барыусы предприятиеларҙан һанала.

Райондың ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында иң яуаплы ауыл хужалығы кампанияларының береһе – урып-йыйыу эштәре ҡыҙғандан-ҡыҙа. Төбәк аграрийҙары аяҙ көндәрҙең һәр минутын мөмкин тиклем тулыраҡ файҙаланып ҡалырға, үҫтерелгән уңышты түкмәй-сәсмәй йыйып алырға тырыша. Баҫыуҙарҙа бөгөн ысын мәғәнәһендә хеҙмәт ҡаһарманлығы сағыла. Игенселәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте менән әле иген культуралары 30 мең гектарҙа урып-һуғылған, был иһә планға ҡарата 43 процент тәшкил итә. Барлығы 23 мең тонна тулайым ашлыҡ йыйып алынған, гектар ҡеүәте уртаса 7,2 центнер.
Баймаҡтан Гөлнара менән Рәмил Байрамғоловтар етәкләгән фермер хужалығы төбәктә тотороҡло үҫешкә өлгәшеүсе, йылдан-йыл үҙенең производство ҡеүәттәрен арттыра барыусы предприятиеларҙан һанала. Ҡошсолоҡ һәм үҫемлекселек тармаҡтары менән уңышлы шөғөлләнеүсе был хужалыҡ быйыл да яҡшы күрһәткестәргә өлгәште, техник потенциалын да яңыртыу мөмкинлеге тапты – юғары етештереүсәнле “Чулпан” үҙйөрөшлө сапҡыс һатып алды.
“Р.Р. Байрамғолов” КФХ-һының сәселгән иген культуралары майҙандары 560 гектарҙы биләп, шуның 170 гектарын һоло, 90 гектарын арпа һәм ҡалғанын бойҙай тәшкил итте. Ер тураһында даими хәстәрлек күреүгә, тейешле технологияларҙы файҙаланыуға ҡарамаҫтан, ҡатмарлы һауа шарттары үҙенекен итте – хужалыҡ баҫыуҙарында уңыш көтөлгәнсә булманы. Һоло менән арпа – 6, бойҙай иһә 8 центнер төшөм бирҙе. Хужалыҡ етәкселегенең эште тейешенсә ойоштороуы, игенселәрҙең ныҡышмалы хеҙмәте менән үҫтерелгән уңыш ваҡытында йыйып алынды. Иген культураларын яҫмаға һалыуҙа “Чулпан” сапҡысында Дамир Ҡадыров, урып-һуғыуҙа “Енисей” комбайнында Альберт Туйканов һәм “Вектор” комбайнында Ришат Әминев, ашлыҡты ташыуҙа водителдәр Михаил Малахов менән Александр Марущяк һынатманы. Баймаҡтағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары Максим Пичугин һәм Рамазан Моратов ошонда хеҙмәт практикаһы үтеп, дөйөм уңышҡа үҙ өлөшөн индерҙе. Баш агроном Арсен Байымов участкаларҙағы эште оҫта ойошторҙо.
Урып-йыйыу эштәре менән бер рәттән, баҫыуҙарҙағы һаламды рулондарға төрөү һәм Беренсе Этҡолдағы ҡаҙ фермаһына ташыу ҙа ойошторолдо. Бында механизатор Илфат Латыповтың хеҙмәте айырыуса ҙур.
“Р.Р. Байрамғолов” КФХ-һы игенселек технологияһына етди иғтибар бүлә, ер тураһында даими хәстәрлек күрә. Ураҡ эштәре барышында уҡ предприятие был агротехник алымға тотондо – барлығы 90 гектарҙа ер эшкәртелде. Был эш бөгөн дә дауам итә һәм барлыҡ майҙандар ҙа эшкәртеләсәк.
Рәмил Рауил улы билдәләүенсә, хужалыҡ бөгөндән үк киләһе сәсеү миҙгеленә әҙерлек эштәре алып бара, орлоҡ фондын элиталы сорттар менән яңыртыу өҫтөндә эшләй. Был, әлбиттә, үҙенең тос емештәрен бирәсәк.
Азамат Мөхәмәтшин.