Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Август 2020, 16:55

Район баҫыуҙарында эш ҡайнай

Башҡортостандың аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә тос өлөш индергән төбәк булараҡ, Баймаҡ районы хужалыҡтарында бөгөн төп көс урып-йыйыу эштәренә йүнәлтелде. Райондың баш агрономы Нәжип Хәсәнов билдәләүенсә, әле иген культуралары 16 процент майҙанда йыйып алынған, гектар ҡеүәте уртаса 7,5 центнер тәшкил итә. Бөгөн аграрийҙар алдында торған төп бурыс - ашлыҡты юғалтыуһыҙ һәм тиҙерәк йыйып алыу. Сөнки беҙҙең төбәктә шунһыҙ мөмкин түгел.

Башҡортостандың аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә тос өлөш индергән төбәк булараҡ, Баймаҡ районы хужалыҡтарында бөгөн төп көс урып-йыйыу эштәренә йүнәлтелде. Райондың баш агрономы Нәжип Хәсәнов билдәләүенсә, әле иген культуралары 16 процент майҙанда йыйып алынған, гектар ҡеүәте уртаса 7,5 центнер тәшкил итә. Бөгөн аграрийҙар алдында торған төп бурыс - ашлыҡты юғалтыуһыҙ һәм тиҙерәк йыйып алыу. Сөнки беҙҙең төбәктә шунһыҙ мөмкин түгел.
Билдәле булыуынса, быйыл тәбиғәт район аграрийҙарына йәнә ҡаты һынау ҡуйҙы - аяуһыҙ эҫелек, ике ай самаһы бөтөнләй яуым-төшөм булмауы, ҡатмарлы фитосанитар хәл үҫемлекселек тармағын һеңгәҙәтә һуҡты. Бына шундай хәтәр шарттарҙа ла юғалып ҡалманы ауыл хеҙмәтсәне һәм етерлек күләмдә малға аҙыҡ әҙерләй алды, әле булған ашлыҡты түкмәй-сәсмәй йыйып алыу сараһын күрә. Ишмырҙанан Радик Рәсүлев етәкләгән фермер хужалығы ла бөгөн баҫыу эштәрен ойошҡанлы алып бара, мал ҡышлатыу миҙгелен яҡшы ҡаршы ала, киләһе уңыш тураһында хәстәрлек күрә.
Быйыл "Р.Рәсүлев" КФХ-һына 845 гектарҙа иген һәм техник культуралар йыйып алыу бурысы тора. Шуның 570 гектарын иген культуралары, ҡалғанын етен менән рапс биләй. Әле төп көс ашлыҡты һуғып алыуға йүнәлтелгән. Игенде яҫмаларға һалыуҙа ЖВЗ-7 урғысында Рәил Ямантаев, урып-һуғыуҙа "ВЕКТОР" комбайнында Илшат Рәсүлев, игенде ташыуҙа водитель Василий Макаренко һынатмай. Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте менән 100 гектарҙағы һолоно урып-һуғыу тамамланған, гектар ҡеүәте 5 центнер тәшкил иткән. Әле был звено арпа һәм бойҙай баҫыуҙарында эшләй. 200 гектарҙа сәселгән арпаның яртыһы йыйып алынған, уңыш - 10,4 центнер. Бойҙай иһә 5,2 центнер уңыш биргән.
-Аяуһыҙ ҡоролоҡ арҡаһында 200 гектарҙағы рапстан һәм 75 гектарҙағы етендән тейешле уңыш алып булмаясаҡ, шуның өсөн уларҙы сенажға һаласаҡбыҙ, - ти хужалыҡ етәксеһе Радик Ғәйнислам улы. -Быйыл ҡышҡа яҡшы әҙерлек менән инәбеҙ: барлығы 340 тонна бесән, 500 тонна сенаж, әлегә 70 тонна һалам әҙерләнде. Йәшел масса тағы ла һаласаҡбыҙ, фураж туплау ҙа дауам итә. Бөгөнгә 40 тонна орлоҡ һалынды, 106 пайсыға 3-әр центнер иген таратып бирелде. Ауыл халҡын да ашлыҡ менән тәьмин иттек.
Урып-йыйыу эштәре менән бер рәттән, ашлыҡ һуғылған баҫыуҙарҙа һаламды преслау һәм хужалыҡ бесәнлегенә ташыу ҙа ойошторолған. Был хеҙмәт фронтында Илшат Тусалин, Фәрит Сыңғыҙов, Ғәле Манышев һынатмай.
Быйылғы аҙыҡ запасы хужалыҡтағы 300 баш һыйыр малын имен ҡышлатыу мөмкинлеге бирәсәк. Әйткәндәй, көҙ һауын көтөүе тағы ла 30 баш тана менән тулыланасаҡ.
Ғөмүмән, Радик Рәсүлев етәкләгән хужалыҡ производствоны оҫта ойоштора, яңы миҙгелде яҡшы әҙерлек менән ҡаршы ала. Быны участкаларҙа гөрләп торған эш асыҡ дәлилләй.