Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Август 2020, 02:01

Депутаттың Баймаҡ районындағы эш сәфәре

Бөгөн Баймаҡ районында рәсми эш сәфәре менән РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров булды. Зариф Зәкир улы район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, уның урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина оҙатыуында Иҫән ауылында Физкультурник көнөнә арналған тантанала, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф объекттарын асыуҙа ҡатнашты.

Йыл да Физкультурник көнө уңайы менән Талҡаҫ күле буйлап йүгереү ойошторола. Быйыл унда баймаҡтарҙан тыш, Бөрйән, Әбйәлил райондарынан, Өфө, Сибай ҡалаларынан спортсылар көс һынашты. Барлығы 65 кеше был спорт байрамына килгән ине. Тантанала сығыш яһап, З.Байғусҡаров барыһын да байрам менән ҡотланы, районда спортҡа ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне. Ул физик культураны үҫтереүгә күп көс һалған педагогтарға һәм иң яҡшы спортсыларға юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Үҙ сиратында, Фәнис Ғәбдрәшит улы беҙҙең төбәктә физик культура һәм спортҡа ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне, ҡаҙаныштарға туҡталды. Ул иң-иңдәргә район наградаларын тапшырҙы.
Сәләмәт тормош рәүеше алып барған кеше һәм спортсы булараҡ, Зариф Зәкир улы шәхсән Талҡаҫ буйлап йүгереүҙә лә ҡатнашты. Ул 12 км 400 метрҙы 1 сәғәт тә 3 минутта үтеп, ир-егеттәр араһында 3-сө урынды яуланы.
Артабан Түбәнге Иҙрис ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы булды. Был объект республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә төҙөлгән. Быға ҡәҙәр яңы ФАП-тар Семеновск һәм Ишбирҙе ауылдарында файҙаланыуға ташырылған ине. Август аҙағында иһә Яратта ла яңы ФАП асыласаҡ.
Үҙенең тәбрикләү сығышында З.Байғусҡаров фельдшер-акушерлыҡ пунктының ауыл тормошонда ҙур роль уйнауын билдәләне, ил, республика кимәлендә артабан да медицинаға иғтибар ҙур буласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Дәүләт Думаһы депутаты коронавирус инфекцияһы менән көрәшкә тос өлөш индергән, хеҙмәттә ҡаҙаныштарға өлгәшкән медицина хеҙмәткәрҙәренә юғары дәүләт наградалары, яңы ФАП-ҡа үҙенең бүләген тапшырҙы.
- Башҡортостан Хөкүмәтенең ярҙамы менән һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә етди иғтибар бүленә, - тип билдәләне Фәнис Ғәбдрәшит улы, - әле асылыусы яңы ФАП шуның асыҡ миҫалы. Киләһе йыл Баймаҡта балалар поликлиникаһы төҙөлә башлаясаҡ.
Район башлығы был төбәктәге халыҡтың талантлы һәм әүҙем булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, төрлө ансамблдәрҙең район һәм республика кимәлендә ҙур уңыштарға ирешеүен билдәләне. Ул иң-иңдәргә район наградаларын тапшырҙы.
Ошо уҡ көндө Аҡморон мәктәбендә яңыртылған спорт залын асыу тантанаһы булды. "Мәғарифты үҫтереү" дәүләт программаһына ярашлы был спорт залына капиталь ремонт үткәрелгән. Һөҙөмтәлә уның иҙәндәре, ишектәре яңыртылған, яҡтыртыу ҡоролмалары, стеналары ремонтланған. Үткән йылдарҙа иһә, Ниғәмәт, Билал, Беренсе Төркмән, Үрге Таулыҡай, Беренсе Этҡол, Ярат һәм Темәс мәктәптәренең спорт залдары ла яңырыу кисергәйне.
Шуныһы һөйөнөслө, Аҡморон мәктәбе спортсылары район һәм республика кимәлендәге ярыштарҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаша, ҙур еңеүҙәр яулай.
Зариф Зәкир улы һәм Фәнис Ғәбдрәшит улы тантанала сығыш яһап, аҡморондарҙы ошо ваҡиға айҡанлы ихлас тәбрикләне, дәүләт наградалары тапшырҙы.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров районға эш сәфәренән бик ҡәнәғәт ҡалды, төбәктә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға, яңы объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыуға ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне.
Азамат Мөхәмәтшин.