Һаҡмар
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
25 Июнь 2020, 15:52

Кисекмәҫтән бесәнгә төшөргә!

Ҡыш һәм яҙҙың ауыл хеҙмәтсәне өсөн бик ҡулай килеүе, яуым-төшөмдөң күп булыуы ҙур өмөттәр тыуҙырғайны. Яҙғы баҫыу эштәре осоронда етерлек дым булыуы шәп уңышҡа ла ишаралай ине. Әммә өмөттәр аҡланманы – бер айҙан ашыу Урал аръяғы төбәгендә, шул иҫәптән беҙҙең районда, бер тамсы ла ямғыр яуғаны юҡ. Өфөлә, уға яҡын райондарҙа, башҡа төбәктәрҙә яуым-төшөмдөң үтә күп булыуы тураһында ишетеп-уҡып торабыҙ. Әммә тап иң сифатлы иген етештерелгән һәм иң күп мал аҫралған төбәктә – Баймаҡ районында хәл үтә лә киҫкен бөгөн. Яуым-төшөмдөң булмауы арҡаһында һуңғы ике аҙнала бесәнлек-сабынлыҡтарҙа үләндең ҡатыуы һәм һарғайыуы күҙәтелә, ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәре лә бынан ҙур ҡаза күрә. Бындай шарттарҙа ауыл хеҙмәтсәненә нимә эшләргә? Фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар ҡышҡа етерлек мал аҙығы базаһы туплай алырмы? Ашлыҡ үҫтереп алыр-быҙмы? Ямғырҙар көтөлмәйме?Ошо һорауҙарға район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары А.Б. Шәрипов асыҡлыҡ индерә.

Ҡыш һәм яҙҙың ауыл хеҙмәтсәне өсөн бик ҡулай килеүе, яуым-төшөмдөң күп булыуы ҙур өмөттәр тыуҙырғайны. Яҙғы баҫыу эштәре осоронда етерлек дым булыуы шәп уңышҡа ла ишаралай ине. Әммә өмөттәр аҡланманы – бер айҙан ашыу Урал аръяғы төбәгендә, шул иҫәптән беҙҙең районда, бер тамсы ла ямғыр яуғаны юҡ.
Өфөлә, уға яҡын райондарҙа, башҡа төбәктәрҙә яуым-төшөмдөң үтә күп булыуы тураһында ишетеп-уҡып торабыҙ. Әммә тап иң сифатлы иген етештерелгән һәм иң күп мал аҫралған төбәктә – Баймаҡ районында хәл үтә лә киҫкен бөгөн. Яуым-төшөмдөң булмауы арҡаһында һуңғы ике аҙнала бесәнлек-сабынлыҡтарҙа үләндең ҡатыуы һәм һарғайыуы күҙәтелә, ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәре лә бынан ҙур ҡаза күрә. Бындай шарттарҙа ауыл хеҙмәтсәненә нимә эшләргә? Фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар ҡышҡа етерлек мал аҙығы базаһы туплай алырмы? Ашлыҡ үҫтереп алыр-быҙмы? Ямғырҙар көтөлмәйме?Ошо һорауҙарға район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары А.Б. Шәрипов асыҡлыҡ индерә.
Азат Булат улының фекере бына шундай:
– Билдәле булыуынса, беҙҙең төбәктә йыл аша тигәндәй ҡаты ҡоролоҡ булып тора. Фитосанитар хәл дә ҡатмарлы. Былтыр ҙа эҫе көндәр, туҡтауһыҙ ҡыуан ел иҫеүе, яуым-төшөмдөң булмауы арҡаһында киҫкен хәл килеп тыуып, байтаҡ хужалыҡтар, шул иҫәптән шәхси сектор, бесәнһеҙ тороп ҡалғайны. Һөҙөмтәлә шәхси хужалыҡтар мал һанын ҡырҡа ҡыҫҡартырға мәжбүр булды. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа ғына ла һыйыр малы 8 мең башҡа кәмене. Һарыҡ та күпкә әҙәйҙе. Йылҡы малы ғына шул кимәлдә ҡалды.
Быйыл, белеүебеҙсә, ҡыш та, яҙ ҙа крәҫтиән өсөн бик ҡулай килде, яуым-төшөмө менән ҡыуандырҙы. Яҙғы баҫыу эштәре осоронда ла тупраҡта дымдың етерлек булыуы яҡшы уңышҡа өмөтләндерҙе. Был хәлгә беҙ ныҡ ҡыуанғайныҡ. Тап ошо ваҡытта үлән ҡапыл күтәрелде, хатта бынан ике-өс аҙна элек мал аҙығы әҙерләү кампанияһын башлау талабын ҡуйҙы. Әммә июнь айы бөтә өмөттәрҙе селпәрәмә килтерҙе – бер тапҡыр ҙа ямғыр яуманы. Ваҡытында бесәнгә төшмәнек һәм бөгөн ул ҡатып бөткән үләнгә әйләнеп бара инде. Беҙҙең халыҡ июнь айында бесәнгә төшөргә ғәҙәтләнмәгән, мал аҙығы әҙерләүгә беҙ июль аҙағында тотонабыҙ. “Июндә бесән ыуыҙ ғына була әле, уны сабыуҙан файҙа юҡ, кипмәй”, – тигән хата фекер йәшәй. Эйе, бәлки, элек шулай булғандыр, әммә хәҙер, глобаль йылытыу менән бәйле, климат та ҡырҡа үҙгәрҙе. Шунлыҡтан беҙгә элекке кеүек июлдә һәм августа түгел, ә мотлаҡ рәүештә июндә бесәнгә төшөргә кәрәк. Метеорологтар билдәләүенсә, мартта яуым-төшөм нормала булһа, апрелдә иһә 130 процент тәшкил иткән. Май айында ла нормаға яҡын булған. Июнь айы тураһында белеп торабыҙ. Ниндәйҙер фараздар тураһында һөйләү иртәрәктер – яуым-төшөм һаман да юҡ.
Бөгөн Ленин исемендәге АХК, “Радик Рәсүлев”, “Илфат Сәфәрғәлин”, “Линар Әхмәтов”, “Айбулат Юнысбаев”, “Илгиз Байегетов”, “Динар Ситдыҡов” КФХ-лары, “Салауат” ЯСЙ-һы, Урал аръяғы-Агро” МТС-ының Баймаҡ филиалы мал аҙығы әҙерләү менән әүҙем шөғөлләнә. “Күлтабан” мегафермаһы сенаж һалыуҙы ойошҡанлы алып бара. Башҡа хужалыҡтар ҙа, шул иҫәптән шәхси сектор ҙа, улар өлгөһөнә эйәрергә һәм кисекмәҫтән бесәнгә төшөргә бурыслы. Әгәр ҙә беҙ мал аҙығы әҙерләүгә үҙебеҙҙең ҡарашыбыҙҙы үҙгәртмәһәк, киләсәктә ныҡлы мал аҙығы базаһы ла әҙерләү алмаясаҡбыҙ, тейешле продукция етештереп булмаясаҡ. Ваҡытында, йәғни июнь айында уҡ әҙерәк булһа ла сифатлы аҙыҡ туплап өлгөрһәк, күпкә яҡшы була. Һуңынан әҙерләнгән мал аҙығының сифаты ла булмай, унан яҡшы продукция ла алып булмай.
Әйҙәгеҙ, хөрмәтле ауылдар халҡы, шәхси ярҙамсы хужалыҡ менән шөғөлләнеүселәр! Кисекмәҫтән, йәғни бесән ҡатып бөтмәҫ һәм “утынға әйләнмәҫ элек”, бесәнгә төшәйек, булғанын сабып-йыйып алайыҡ. Иртәгә һуң булыуы ихтимал. Ашығайыҡ!
Район хакимиәте халыҡҡа тап бына шулай тип мөрәжәғәт итә.
Читайте нас в