Һаҡмар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Июнь 2020, 15:11

“Төп маҡсат – ныҡлы мал аҙығы базаһы булдырыу”

Яҙғы баҫыу эштәре тамамланыу менән сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү, йәйләүҙәрҙә етештереүсәнлекте күтәреү, мал аҙығы әҙерләү эштәренә лә сират етте. Бөгөн райондың ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында бөтә көс тап бына ошо мәсьәләләргә йүнәлтелгән.

Райондың ауыл хужалығы тармағы лидеры – Ленин исемендәге АХК төбәктә иң тәүгеләрҙән булып мал аҙығы әҙерләүгә тотондо. Хужалыҡтың ғына түгел, ә райондың һәм республиканың алдынғы механизаторы Зәки Ҡотлоғужин “Нива-эффект” комбайнында ЖВН-6 урғысы менән иң беренсе булып 60 гектар биләгән Сәйәх үҙәгенә күп йыллыҡ үләндәрҙе сабыуға төштө. Бер аҙҙан уға МТЗ-82.1 тракторында ЖВП-4,7 урғысы менән Хәйбулла Ҡотлоғужин да ҡушылды. Был участкалағы эштәр менән бригадир Урал Гөлбәйетов етәкселек итә.
Танылған механизатор Зәки Булат улы быйыл утыҙ һигеҙенсе (!) тапҡыр мал аҙығы әҙерләү кампанияһында ҡатнаша. 1982 йылдан алып урындағы хужалыҡта эш башлаған З.Ҡотлоғужин маҡтаулы ла, данлыҡлы ла хеҙмәт юлы үткән. Һәм бөгөн дә ул, барлыҡ ауыл хужалығы кампанияларында ҡатнашып, башҡаларға үрнәк күрһәтеп эшләй.
Ленин исемендәге АХК-ла төбәктә иң күп һыйыр малы аҫрала – 1300 баш. Әлбиттә, ҡеүәтле тармаҡты етерлек аҙыҡ базаһы менән тәьмин итеү өсөн маҡсатлы, эҙмә-эҙлекле эш талап ителә. Хужалыҡ был тәңгәлдә йылдың-йылы етерлек бесән һәм йәшел масса туплауға һәм малды имен ҡышлатыуға ирешә. Барлығы 995 гектарҙағы күп йыллыҡ үлән майҙандарынан, 320 гектарҙағы судан үләненән, 229 гектарҙағы кәрешкә менән һоло ҡатнашмаһынан, 250 гектарҙағы донниктан һәм 320 гектарҙа сәселгән иген ҡатнашмаһынан бесән һәм сенаж әҙерләү бурысы тора.
-Йылдағыса, малсылыҡ тармағын ныҡлы мал аҙығы базаһы менән тәьмин итеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, - ти хужалыҡ рәйесе Ғәлим Сәлимов. - Бының өсөн беҙҙең бөтә мөмкинлектәр бар. Бөгөн бөтә көс тап ошо участкаға йүнәлтелгән.
Азамат Мөхәмәтшин.