Һаҡмар
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Май 2020, 16:04

Мул уңышҡа нигеҙ һалына

Ҡуянтау ауылынан “Илгиз Байегетов” һәм “Динар Ситдыҡов” КФХ-ларында иң яуаплы ауыл хужалығы кампанияларының береһе – яҙғы баҫыу эштәре ойошҡанлы бара. Ике хужалыҡ та һәр көндө мөмкин тиклем файҙаланырға тырыша, тейешле технологияларға таянып эшләй. Был, әлбиттә, үҙенең тос емештәрен бирә.

Сәсеү-2020
Мул уңышҡа нигеҙ һалына
Ҡуянтау ауылынан “Илгиз Байегетов” һәм “Динар Ситдыҡов” КФХ-ларында иң яуаплы ауыл хужалығы кампанияларының береһе – яҙғы баҫыу эштәре ойошҡанлы бара. Ике хужалыҡ та һәр көндө мөмкин тиклем файҙаланырға тырыша, тейешле технологияларға таянып эшләй. Был, әлбиттә, үҙенең тос емештәрен бирә.
Ҡуянтау ауылынан “Илгиз Байегетов” һәм “Динар Ситдыҡов” КФХ-ларында иң яуаплы ауыл хужалығы кампанияларының береһе – яҙғы баҫыу эштәре ойошҡанлы бара. Ике хужалыҡ та һәр көндө мөмкин тиклем файҙаланырға тырыша, тейешле технологияларға таянып эшләй. Был, әлбиттә, үҙенең тос емештәрен бирә.
И.Ғ. Байегетов” КФХ-һының сәсеү майҙандары структураһы быйыл 1600 гектарҙы биләп, шуның 396 гектарын арпа, 387 гектарын һоло, 370 гектарын бойҙай, 250 гектарын рапс һәм ҡалғанын кәрешкә менән һоло ҡатнашмаһы тәшкил итә. Әле бында бөтә көс сәсеүгә йүнәлтелгән - баҫыу эштәренә К-701, Т-150 К һәм өс берәмек МТЗ тракторҙары менән ҡамыл агрегаттары йәлеп ителгән. Сәсеүҙә механизаторҙар Фәнил Шәрипов, Салауат Тимербулатов, Варис Ишембәтов, Иҙел Маликов, Хәбир Буранбаев, катоклауҙа Рауил Муллағәләмов, сәсеүселәр Азамат Сәғитов һәм Бикйән Ямантаев фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Водителдәр Владимир Яшкин һәм Рим Мостафин агрегаттарҙы орлоҡ менән тәьмин итә. Сәсеү комплексын техник хеҙмәтләндереү Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Альберт Һатыбаловҡа йөкмәтелгән. Баҫыу эштәре менән тәжрибәле агроном Мирза Абҙаҡов етәкселек итә. “Быйылғы яҙ игенсе өсөн бик ҡулай килә, - ти ул, - быны һуңғы көндәрҙә яҡшы яуып үткән ямғырҙар ҙа иҫбатлай. Аҙаҡҡы йылдарҙа сәсеү осоронда ундай яуым-төшөм булғаны юҡ ине әле”.
Айрат Аҡназаров етәкләгән ырҙын табағында эш ҡайнап тора. Айрат Сөнғәт улы – барлыҡ хеҙмәт юлын урындағы хужалыҡты үҫтереүгә арнай, Баймаҡ тәжрибә хужалығында инженер, оҙаҡ йылдар баҫыусылыҡ бригадиры булып эшләй, һуңғы йылдарҙа ырҙын табағында мөдир вазифаһын уңышлы атҡара. Уға Урал Исмәғилев ярҙамлаша, был егет орлоҡ ағыулау һәм баҫыуҙарға оҙатыуҙа тырышып эшләй. Әйткәндәй, хужалыҡ һоло, мал аҙығы өсөн иген ҡатнашмаһы сәсеүҙе тамамлап, әле төп көстө бойҙай менән арпаға йүнәлтте.
Динар Ситдыҡов” КФХ-һы үҫемлекселек тармағы буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә, тейешле технологияларҙы файҙаланып эшләй, иҡтисади табышлы культураларға өҫтөнлөк бирә. Әлеге миҙгелгә лә был предприятие яҡшы әҙерләнде һәм әле бында яҙғы баҫыу эштәре бик ойошҡанлы бара. Сәсеүҙә “Волгарь” тракторҙарында механизаторҙар Рәфис Ғайсин һәм Алексей Данилов, Т-150 К тракторында Кинйәбай Рәхимғолов һәм Марсель Баймөхәмәтов алдынғылыҡты бирмәй. Орлоҡ ташыу йәш водитель Иван Акулининға ышанып тапшырылған. Сәсеүлектәрҙе катоклауҙа бригадир Рәфҡәт Ишназаров һынатмай. Әйткәндәй, был уңған егеттәрҙең күбеһе заманында Баймаҡ тәжрибә хужалығын үҫтереүгә тос өлөш индереп, дан ҡаҙанған арҙаҡлы игенселәр. Рәфис Дәүләтша улы, мәҫәлән, быйыл 43-сө (!) сәсеү миҙгеленәнә аяҡ баҫҡан. Ул – район, төбәк кимәлендә танылған игенсе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Рәфҡәт Шәһит улының намыҫлы хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” маҡтаулы билдәһе менән баһаланған.
Д.И. Ситдыҡов” КФХ-һына быйыл 1060 гектарҙа яҙғы сәсеүҙе атҡарыу бурысы тора. Әле хужалыҡта мал аҙығы культураларына нөктә ҡуйылған, иген культураларының яртыһы сәселгән. Бер үк ваҡытта техник культура – 450 гектарҙағы етенде сәсәһе бар. Һәр хәлдә, предприятиела яҙғы баҫыу эштәрен тейешле агротехник сроктарҙа тамамлаясаҡтар – бында уның өсөн бөтә мөмкинлектәр бар.
Азамат Мөхәмәтшин.
Һүрәттәрҙә: И.Байегетов һәм М.Абҙаҡов хужалыҡ игенселәре араһында; А.Аҡназаров һәм У. Исмәғилев; “Д.Ситдыҡов” КФХ-һының баҫыу батырҙары.
Автор фотолары.
Читайте нас в