Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Май 2020, 12:21

Өмөтбайҙар әүҙемлек күрһәтте

Илдар Шәһәрғәзе улы Саптаров етәкләгән Билал ауыл биләмәһе йәшелләндереү, тирә-яҡты тәртипкә килтереү буйынса иғлан ителгән акцияларға әүҙем ҡушылды.

Илдар Шәһәрғәзе улы Саптаров етәкләгән Билал ауыл биләмәһе йәшелләндереү, тирә-яҡты тәртипкә килтереү буйынса иғлан ителгән акцияларға әүҙем ҡушылды. Кисә биләмә ауылдарында "Таҙа кесаҙна" өмәһе лә гөрләп үтте. Айырыуса Өмөтбай ауылы ҙур әүҙемлек күрһәтте. Тәүҙә ауыл халҡы үҙ урамдарын , юлдарҙы тәртипкә килтерҙе, аҙаҡ Әүлиә тауы буйындағы ҡый-һайҙы йыйҙы, Һаҡмар йылғаһы, шишмәләр буйы ла ялтырап ҡалды. Элекке ҡыйлыҡта ла тейешле тәртип булдырылды.Ике техника йәлеп ителде: ауыл биләмәһенең һәм Зөлфәр Юнысовтың МТЗ-82 тракторҙары.
Өмәлә ир-егеттәрҙән Мәүлит Ғәзизов, Зөлфәр Сәғәҙәтов, Таһир Камалов, Юлай Боҫҡонов, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Әлфиә Сәғәҙәтова, Зәлифә Ҡотлогилдина, Рәзилә Дәүләтбаева, Миләүшә Лоҡманова, Дилә, Рәмилә Бүләковалар, Розалиә Ғәзизова, Таңһылыу Ғайсина, Гөлфиә Сәғәҙәтова, Зөлфиә Латыпова, Нәзифә Бикташева, Фәнилә Шәйҙуллина, Алгөл Латыпова, Миңзәлә Зәйнуллина, Резеда Хәлитова, Гөлнур Сөләймәнова, Гүзәл Бүләкова, Зәлиә Ноғоманова әүҙем ҡатнашты. Балалар ҙа был изге эштән ситтә ҡалманы: Юлиә, Алтынай Бүләковалар, Нургизә, Айзилә Ғайсиналар, Айгүзәл Сафина, Илһам Бүләков һәм башҡалар ололарҙан бер ҙә ҡалышманы.
Шуныһы һөйөнөслө, өмәлә ҡатнашҡан һәр кем ихлас эшләне, ошондай сараларҙы даими ойошторорға һәм унда әүҙем ҡатнашырға һүҙ ҡуйышты. Афарин!
Читайте нас в