Һаҡмар
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
29 Апрель 2020, 16:00

Уңған кеше эш ырата

Ишмөхәмәт биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа һуңғы йылдарҙа эшҡыуарлыҡ үҫешә, күпләп фермер хужалыҡтары барлыҡҡа килә. Байыштан Ғәҙел Рәхмәтуллин, Хәлим Ҡолмөхәмәтов, Рафиҡ Рәсүлев, Ишмөхәмәттән Мансур Ишмөхәмәтов, Мөхәмәҙиә Сәлимов һәм Ғәлимнур Ишмөхәмәтов, Янғаҙынан Юлай Усманов, Риф Барлыбаев һәм Зөфәр Аслаевтар етәкләгән крәҫтиән-фермер хужалыҡтары бөгөн тотороҡло үҫешә, үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтары буйынса махсуслаша. Атап үтелгән бәләкәй предприятиелар Ишмөхәмәт ауыл хакимиәтенең социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә лә тос өлөш индерә.

Ишмөхәмәт ауылынан Рафаил Йәрмөхәмәтовты бында уңған фермер, үҙ эшенең ысын оҫтаһы һәм оҫта ойоштороусы булараҡ беләләр. Рафаил Тәхиә улының барлыҡ хеҙмәт һәм тормош юлы тыуған ауылы менән бәйле. Ошондағы урта мәктәпте тамамлағас, ул ситтән тороп данлыҡлы “Йылайыр” совхоз-техникумының ауыл хужалығын механизациялау бүлеген тамамлай, һуңынан Башҡорт дәүләт аграр университетында белемен камиллаштыра. Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, хеҙмәт юлын “Йылайыр” совхозында дауам итә. 1998 йылға ҡәҙәр механизатор булып эшләй, шул йылда үҙенең фермер хужалығын ойоштора. Бер үк ваҡытта Янғаҙы бүлексәһендә идарасы, һуңғараҡ совхоз директоры урынбаҫары, аҙаҡ “Урал аръяғы” МТС-ының Баймаҡ филиалында баш инженеры булып эшләй.
Эре предприятиеларҙа бай тәжрибә туплау Р.Йәрмөхәмәтовҡа крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороуҙа этәргес көс булып тора. Ер эшен, техниканы яҡшы белгән һәм ойоштороу һәләттәре булған етәксе производствоны үҫтереү, матди-техник базаны байытыу буйынса маҡсатлы эш алып бара. Урындағы ауыл биләмәһенә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүҙе лә ул үҙенең бурысы итеп алған.
“Р.Т. Йәрмөхәмәтов” КФХ-һының сәсеү майҙандары 313 гектарҙы тәшкил итеп, шуның 200 гектарында бойҙай һәм 100 гектарында арпа үҫтерелә, ҡалғаны парға ҡалдырыла. Быйылғы миҙгелгә лә хужалыҡ яҡшы кимәлдә әҙерләнеп, ошо көндәрҙә дым ҡаплауға төштө. Ул тәжрибәле механизатор Фирғәт Сәфәрғәлин иңенә йөкмәтелгән.
Уңған кеше эш ырата, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Рафаил Тәхиә улы кеүек тырыш, ер тураһында ныҡлы хәстәрлек күргән ир-егеттәр барҙа, ауылдарыбыҙ ҙа бирешмәҫ, баҫыуҙарҙа ашлыҡ уңыр, иртәнге көнөбөҙ яҡты булыр.
Азамат Мөхәмәтшин.
Читайте нас в