Һаҡмар
-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
29 Апрель 2020, 15:55

Сосновкалар йылға ҙур өмөт бағлай

Атаҡлы “Йылайыр” совхозының Сосновка бүлексәһе илебеҙ тарихында лайыҡлы урын биләгән төбәктәрҙең береһе. Иген үҫтереү буйынса даны таралған хужалыҡтың ошо подразделениеһы үҙенең хеҙмәт ҡаһармандары менән элек-электән билдәле булды, тап ошонда Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхин үҫеп сыҡты.

Замандар үҙгәреп, хужалыҡ тарҡалһа ла, данлыҡлы совхоздың икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарында тормош ҡайнай, уларҙа ауыл хужалығы культуралары үҫтерелә. Арҙаҡлы игенселәрҙең эшен бөгөн Рәшит Яхин, Илдар Ғөбәйҙуллин, Рәмил Якиев, Миңдәүләт Мөрсәлимов, Нур Рәхмәтуллин кеүек уңған фермерҙар дауам итә.
Илдар Хәләф улының барлыҡ хеҙмәт һәм тормош юлы тыуған ауылы менән бәйле. Сосновка мәктәбен тамамлағас, данлыҡлы “Йылайыр” совхоз-техникумының ауыл хужалығын механизациялау бүлегендә уҡый. Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, урындағы хужалыҡта механизатор булып эшләй. БДУ-ның Сибай институтын тамамлағас, Сосновка мәктәбендә балаларға белем бирә. Бер үк ваҡытта крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштора. Һуңғараҡ уның базаһында “Дилә” ЯСЙ-һы барлыҡҡа килә.
И. Ғөбәйҙуллин етәкләгән “Дилә” йәмғиәте 700 гектарҙа иген һәм техник культуралар үҫтереү буйынса махсуслаша. Әле бында техника-агрегаттарҙы яҙғы миҙгелгә көйләү-һынау эштәре аҙағына яҡынлаша. Ремонтта предприятие механизаторҙары Риф Кәлимуллин, Артур Исхаҡов һәм Ислам Боҫҡонов һынатмай. Әйткәндәй, яҙғы баҫыу эштәренә 2 берәмек К-700 тракторы менән ҡамыл сәскестәре йәлеп ителәсәк.
Илдар Хәләф улы производствоны яҡшы кимәлдә ойоштороу менән бер рәттән, ауылдың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, имам-хатип һәм староста вазифаларын да уңышлы атҡарырға мөмкинлек таба. Уның кеүек уңғандарҙан үрнәк алайыҡ!
Азамат Мөхәмәтшин.
Һүрәттә: И.Ғөбәйҙуллин (уртала) механизаторҙар Артур Исхаҡов һәм Риф Кәлимуллин менән.
Автор фотоһы.