Һаҡмар
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
29 Апрель 2020, 15:46

Хужалығы ныҡтың – биле ныҡ

Мерәҫ ауылынан Ғиззәт Ямантаев та, башҡа бик күп фермерҙар кеүек, үҙ эшен тап дәүләт ярҙамы алып башлап ебәрә һәм бөгөн аяғында ныҡ баҫып торған, киләсәккә ҙур өмөттәр ҡорған эшҡыуарҙарҙың береһе.

Һуңғы йылдарҙа төбәгебеҙҙә фермерлыҡ хәрәкәтенең ныҡлы тамыр йәйеүе, кооперация йүнәлешенең ышаныслы аҙымдары, милләттәштәребеҙҙең ер эшенә йөҙ бороуы күҙәтелә. Был, әлбиттә, ҡыуаныслы күренеш һәм бында федераль һәм республика кимәлендәге дәүләт программалары ла ҙур роль уйнай. Уларҙы тормошҡа ашырыуға район хакимиәтенең ауыл хужалығы секторы тос өлөш индерә.
Мерәҫ ауылынан Ғиззәт Ямантаев та, башҡа бик күп фермерҙар кеүек, үҙ эшен тап дәүләт ярҙамы алып башлап ебәрә һәм бөгөн аяғында ныҡ баҫып торған, киләсәккә ҙур өмөттәр ҡорған эшҡыуарҙарҙың береһе. Хәйер, Ғиззәт Ғәбит улы был аҙымға бай тәжрибә туплап килә. Данлыҡлы “Йылайыр” совхоз-техникумының агрономия бүлеген уңышлы тамамлаған белгес хеҙмәт юлын туған хужалығында - “Таналыҡ” колхозында агроном-орлоҡсо булып башлап, бригадир, баш агрономғаса үрләй, ауыл хужалығының бар нескәлектәрен үҙләштерә. “Урал аръяғы” МТС-ының Баймаҡ филиалында производство буйынса директор урынбаҫары булып эшләү уның ойоштороу һәләттәрен аса.
Бынан биш йыл элек ауыл хужалығы өлкәһендә етерлек тәжрибәһе булған белгес ныҡлы ҡарарға килә – малсылыҡ менән шөғөлләнеү маҡсатында үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын булдырырға ҡарар итә. “Эш башлаусы фермер” программаһында ҡатнашып, еңеп сыға һәм дәүләт ярҙамына 31 баш тана һәм бәләкәй пресс-йыйғыс һатып ала. Шул мәлдән алып производство үҫә, техник потенциалды, төп фондтарҙы нығытыу маҡсатлы алып барыла. Бөгөн инде “Ғ.Ғ. Ямантаев” КФХ-һында 75 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 35 һауын һыйыры, аҫрала, улар һаны йылдан-йыл арта бара. Машина-техника паркы МТЗ-80 тракторы, ГАЗ-53 автомашинаһы, башҡа ауыл хужалығы машиналары менән тулылана, фермер элекке хужалыҡтың буш торған ике малсылыҡ базаһын һәм гаражын һатып ала.
Әлбиттә, малсылыҡ менән маҡсатлы шөғөлләнеү өсөн етерлек мал аҙығы базаһы булдырыу мотлаҡ. Тәжрибәле агроном булараҡ, Ғиззәт Ямантаев иген һәм мал аҙығы культуралары сәсеү мөһимлеген яҡшы аңлай һәм былтыр үҫемлекселеккә тотонорға йөрьәт итә. Бөтәһе 200 гектарҙа пай ерен ҡуртымға ала һәм унда иген культуралары сәсеп, яҡшы уңыш үҫтерә. Быйыл майҙандарҙы тағы ла арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя фермер һәм иген культураларынан тыш, мал аҙығына ла йөҙ бормаҡсы – аҡтамыр менән иген ҡатнашмаһы сәсмәксе. Бының өсөн етерлек орлоҡ та тупланған.
Производствоны артабан үҫтереү ниәтендә “Ғ.Ғ. Ямантаев” КФХ-һы мал һанын, сәсеүлектәрҙе арттырыуҙы, техник потенциалды нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
-Беҙҙең Урал аръяғы төбәге шарттарында ауыл хужалығы тармағы менән шөғөлләнеү еңелдән түгел, әлбиттә, - тип билдәләй фермер, - әммә тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ булғанда тейешле һөҙөмтәгә ирешергә, киләсәккә ниндәйҙер өмөттәр ҡорорға мөмкин. Бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа тап ер эше менән шөғөлләнеү отошлолор тип уйлайым һәм үҙемде ошо тармаҡҡа арнағаныма бер ҙә үкенмәйем.
Хужалығы ныҡтың – биле ныҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. Был фекерҙе беҙ “Ғ.Ғ. Ямантаев” КФХ-һы миҫалында ла асыҡ әйтә алабыҙ.
Азамат Мөхәмәтшин.
Һүрәттә: Ғ.Ямантаев (уңда) үҙ эшенең оҫтаһы Нуриман Сәғитов менән.
Читайте нас в