Һаҡмар
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
29 Апрель 2020, 15:38

“Ауыл яҙмышы – минең яҙмышым”

Бәхтигәрәй ауылынан “Ғ.Р. Нәҙербаев” КФХ-һы райондың агросәнәғәт комплексында тотороҡло үҫешкә өлгәшеүсе, йылдан-йыл үҙенең производство ҡеүәттәрен арттыра барыусы предприятиеларҙың береһе булып танылды.

Фермер ғүмерен тыуған ере менән бәйләгәненә үкенмәй

Бәхтигәрәй ауылынан “Ғ.Р. Нәҙербаев” КФХ-һы райондың агросәнәғәт комплексында тотороҡло үҫешкә өлгәшеүсе, йылдан-йыл үҙенең производство ҡеүәттәрен арттыра барыусы предприятиеларҙың береһе булып танылды.
Ғилман Нәҙербаевтың барлыҡ хеҙмәт һәм тормош юлы тыуған төйәге менән бәйле. Ауылындағы башланғыс мәктәпте, Баймаҡ мәктәп-интернатын тамамлаған егет бала саҡтағы хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институтының Ҡуянтауҙағы подразделениеһында ғилми хеҙмәткәр булып башлай. Йәш белгес биш йыл дауамында фәнни эш менән маҡсатлы шөғөлләнә, “Урал аръяғы төбәге шарттарында мал аҙығы культуралары үҫтереү” тигән тема өҫтөндә эшләй.
Яҙмыш елдәре Ғилман Риза улын артабан “Башҡортостан” МТС-ының Баймаҡ филиалына илтә – бында ул өлкән менеджер вазифаһын башҡара. Бер нисә йылдан Баймаҡ урман хужалығына янғын-химик хеҙмәт начальнигы итеп тәғәйенләнә. Был вазифала ла ул намыҫлы хеҙмәте менән абруй яулауға ирешә.
Бынан дүрт йыл элек Ғилман Нәҙербаев, яҡшы эшен һәм вазифаһын ҡалдырып, кинәт кенә ауыл хужалығы менән шөғөлләнергә булып китә һәм үҙенең фермер хужалығын булдыра. Был аҙымға барырға уны нимә этәрҙе икән? Ни тиһәң дә, ауыл хужалығы – еңел тармаҡ түгел, ул һәр кемдән ғәйәт ҙур тырышлыҡ, сабырлыҡ талап итә. Етмәһә, беҙҙең Урал аръяғы шарттарында был өлкә менән шөғөлләнеү ысын мәғәнәһендә батырлыҡ талап итә...
-Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, мине һәр саҡ тыуған ауылым, тыуған ерем үҙенә тартты, - тип хәтерләй ул мәлдәрҙе Ғилман Риза улы, - ауыл яҙмышы – минең яҙмышым, икәнен аңланым. Уйланып йөрөй торғас, тыуған еремдә үҙ эшемде асырға тәүәккәләнем. “Эш башлаусы фермер” программаһында ҡатнашып, 1,5 млн һум дәүләт ярҙамына эйә булдым. Был аҡсаға 10 баш һыйыр малы, яңы МТЗ-82.1 тракторы һатып алдым. Фермер хужалығын үҫтереүгә шәхси хужалыҡта аҫралған 10 баш һыйыр малы ла булышлыҡ итте.
Ошо йылдар эсендә “Ғ.Р. Нәҙербаев” КФХ-һы йылдам үҫешә, үҙенең техник потенциалын нығыта, производство ҡеүәттәрен арттыра. Бөгөн предприятиела 51 баш һыйыр малы аҫрала, улар һаны йылдан-йыл күбәйә бара. Малға аҙыҡ әҙерләү маҡсатында 100 гектар бесәнлек ерен ҡуртымға ала, техника паркы былтыр яңы пресс-йыйғыс һәм тырма менән тулылана.
Билдәле, малсылыҡ тармағын тейешенсә ойоштороу өсөн үҫемлекселек менән шөғөлләнмәү мөмкин түгел. Ошоно күҙ уңында тотоп, хужалыҡ 200 гектар пай ерендә иген һәм мал аҙығы культуралары сәсеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Производствоны ойоштороуҙа фермер атаһы менән әсәһенең, ғаиләһенең, малсылыҡ буйынса бригадир, ағаһы Иршаттың ныҡлы ярҙамын һәм хәстәрен тойоп эшләй. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә 80 йәшлек юбилейын билдәләйәсәк атаһы Риза Йомағужа улы маҡтаулы хеҙмәт юлы үткән кеше. Ул туған хужалығында малсы, механизатор булып намыҫлы эшләп, дан ҡаҙана, “Өлгөлө хеҙмәте өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдарына, “Социалистик ярышта еңеүсе” билдәләренә лайыҡ була, сит илгә путевка менән бүләкләнә. Һуңғы йылдарҙа урмансы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Риза Йомағужа улы Бәхтигәрәй ауылының имам-хатибы вазифаһын уңышлы атҡара.
Уңған фермер билдәләүенсә, булған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, тыуған ереңдә йәшәү һәм эшләүҙән дә бәхетлерәк нәмә юҡтыр. Ғаиләһе менән тыуған ауылына күсеп ҡайтырға, яңы өй һалырға ла ниәтләй ул. “Кемгә нисектер, ә бына миңә ауылдан да яҡшыраҡ тормош юҡ, - ти Ғилман, - сөнки бында яратҡан эшем бар, иртәнге көнөбөҙ ҙә ышаныслы. Ауыл хужалығы продукцияһы һәр ҡайҙа ла үтемле, көн дә һөт етештереүҙән уртаса 5 мең һум самаһы табыш алып торабыҙ. Быйыл мал көтөүен тағы ла 20-25 башҡа арттырырға ниәтләйбеҙ. Ғөмүмән, элек тә, бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа ла ауыл хужалығы терәк-таяныс булып тора. Мин ғүмеремде тыуған ауылым менән бәйләгәнемә үкенмәйем”.
Ғилман Нәҙербаев кеүек рухлы һәм тырыш егеттәребеҙ – ауылдарыбыҙҙың терәге һәм киләсәге ул. Тап шундайҙар өлгөһөнә эйәрәйек!
Азамат Мөхәмәтшин.
Читайте нас в