Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Апрель 2020, 14:36

Әллә күпме мал янып һәләк булған

Янғында ун баш һыйыр, 11 баш ваҡ мал, бер ат һәм 200-ҙән ашыу бройлер тауығы һәләк булған.

Күпме мал янып әрәм булған...
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы хәбәр итеүенсә, бөгөн төндә Саҡмағош районы ауылдарының береһендә ферма янып киткән.
Ваҡиға урынына тиҙ арала Рәжәп, Балтас, Йомаш, Тайнаш ауыл биләмәләренең янғын һүндереү командалары һәм ҡотҡарыусылар килеп еткән. Урында ферманың 900 квадрат метр самаһы майҙанда ҡыйығы янғанын күргәндәр. Ут сыҡҡан ваҡытта бина эсендә 50 баштан ашыу һыйыр малы һәм башҡа йорт хайуандары барлығы асыҡланған.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы хәбәр итеүенсә, утты һүндереү ауыр шарттарҙа барған - ел көслө булған. Янғында кешеләр зыян күрмәгән. Әммә хужалыҡ бик ҙур юғалтыу кисергән: ун баш һыйыр, 11 баш ваҡ мал, бер ат һәм 200-ҙән ашыу бройлер тауығы һәләк булған.
Әлеге ваҡытта янғын сәбәптәре асыҡлана, урында белгестәр эшләй.
Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
https://vk.com/wall-104965500_41592