Һаҡмар
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Декабрь 2019, 19:02

Ярҙам ал да кооператив ас!

Үткән йома Баймаҡта Урал аръяғы райондары эшҡыуарҙары һәм фермерҙары ҡатнашлығында үткән семинар-кәңәшмә тап ошо һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты. #нацпроекты;#региональныепроекты

Һуңғы йылдарҙа төбәктә фермер хужалыҡтарының һәм кооперативтарҙың артҡандан-арта барыуы, ауыл хужалығы продукцияһы эшкәртеүсе цехтарҙың әүҙем эш башлауы ҡыуаныслы күренеш. Бында, әлбиттә, дәүләт ярҙамы ҙур роль уйнай. Шуныһы һөйөнөслө, “Милли проект” сиктәрендә дәүләт ярҙамы йылдан-йыл арта бара. Киләһе йылда ниндәй проекттарға өҫтөнлөк биреләсәк? Ниндәй йүнәлеште һайларға? Тормошон ауыл хужалығы менән бәйләргә теләүселәргә ниндәй ярҙам бүленә? Үткән йома Баймаҡта Урал аръяғы райондары эшҡыуарҙары һәм фермерҙары ҡатнашлығында үткән семинар-кәңәшмә тап ошо һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты.

Ирек Искәндәр улы тәүҙә халыҡ ижады үҙәгендә райондың ауыл хужалығы тауары етештереүсе фермерҙарының һәм эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларының күргәҙмәһе менән танышты. Урғаҙа ауылынан “Яковлевка” кооперативы күргәҙмәгә үҙе етештергән һөт продукцияһын алып килгән. Уның етәксеһе Рауил Назаров әйтеүенсә, предприятие һөт, май, ҡаймаҡ, кефир, сыр, ҡорот һ.б. әҙерләп сығара, продукция Баймаҡтың 25 сауҙа нөктәһендә һатыла. Тиҙҙән “Яковлевка” Магнит һәм Өфө ҡалаларына аҙыҡ-түлек оҙата башлаясаҡ.

Түбәнге Яйыҡбайҙан Азат Абайҙуллин, фермерлыҡ йүнәлешен уңышлы ойоштороу менән бер рәттән, ит эшкәртеү цехы асып, билмән етештереү, шулай уҡ теплицала йәшел һуған үҫтереү менән маҡсатлы шөғөлләнә, продукция халыҡта ҙур һорау менән файҙалана.

Күргәҙмәгә үҙенең продукцияһын яңы асылған “Игентау” кооперативы ла тәҡдим итте. Йылҡы итенән етештерелгән ярымфабрикаттарҙы министр урынбаҫары юғары баһаланы.

-Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамы менән бөгөн Баймаҡ районының агросәнәғәт комплексы яҡшы үҫешә, йылдан-йыл фермер хужалыҡтары, кооперативтар һаны арта бара, -тип билдәләне үҙенең сығышында фәнис Ғәбдрәшит улы, - бында, әлбиттә, төрлө дәүләт программаларының ярҙамы ҙур. Һөт, ит, ҡымыҙ етештереү күләме, мал һаны буйынса беҙҙең төбәк республикала алдынғы урындарҙы биләй. Шул уҡ ваҡытта федераль һәм республика программалары ярҙамы менән асылған яңы производстволар уңышлы эшләй. Әле районда һуңғы осорҙа ғына 15 кооперативтың файҙаланыуға тапшырылыуы күп нәмә тураһында һөйләй. Әйткәндәй, беҙҙең район хакимиәтендә үткән 102 “Инвестсәғәт”тең яртыһы тап ауыл хужалығы тармағы менән бәйле. Артабан да беҙ был юҫыҡта маҡсатлы эшләйәсәкбеҙ.

2020 йылда хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларына дәүләт ярҙамы күрһәтеү” темаһына төплө сығыш яһап, Ирек Искәндәр улы федераль һәм республика программаларының һәр береһенә айырым туҡталды, күп һанлы һорауҙарға яуап бирҙе. Шуныһы һөйөнөслө, киләһе йылдан дәүләт ярҙамы күләме тағы ла арттырыла. Мәҫәлән, әгәр ҙә быға ҡәҙәр “Эш башлаусы фермер” проекты буйынса еңеүсегә 3 млн һумға ҡәҙәр грант бүленһә, 2020 йылдан инде – 5 млн һум. “Ғаилә фермаһы” программаһы буйынса 30 млн һумға ҡәҙәр ярҙам ҡаралған. Ә бына ауыл хужалығы каооперативтары өсөн тағы ла күберәк – 70 млн һумға ҡәҙәр. “Агростартап” буйынса ла 5 млн һумға ҡәҙәр арттырыла.

Киләһе йылдан программаларҙа ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул итеү иртәрәк башлана: “Агростартап” - ғинуарҙан, башҡа проекттар – февраль – май айҙарында. “Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексында табышты арттырыу проекттарын яҡлау” программаһы буйынса апрель айында заявкалар тапшырыла.

Рәсәй ауыл хужалығы банкының Баймаҡтағы өҫтәмә офисы идарасыһы Хазина Ғәбитова ауыл хужалығы өлкәһенә бүленгән кредит продукттары менән таныштырҙы.

Шуныһы һөйөнөслө, семинар-кәңәшмә үҙ маҡсатына иреште, унда ҡатнашҡан һәр кем һөйләшеүҙән бик ҡәнәғәт ҡалды. Диалог формаһында үткән кәңәшмә төбәктә яңы производстволар асыуға этәргес көс бирер, тигән ышаныс бар.

Азамат Мөхәмәтшин.

Читайте нас в