Һаҡмар
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
28 Ноябрь 2019, 18:10

Әхмәрҙә мал һуйыу цехы асылды

Бөгөн райондың агросәнәғәт комплексы тормошонда иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға булды – Әхмәр ауылында төбәктә тәүге модулле мал һуйы цехы файҙаланыуға тапшырылды. Уны асыу тантанаһында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов, “Баймаҡ” мәғлүмәт-үҙәге директоры Руслан Дәүербәков, объектты төҙөүсе “Арт-Агро” ЯСЙ-һы етәкселеге һәм Әхмәр ауылы халҡы ҡатнашты.

-Беҙҙең район кооперация йүнәлешен үҫтереү буйынса Башҡортостанда беренсе урынды биләй, - тип билдәләне үҙенең сығышында Азат Булат улы, - әле төбәктә 15 кооператив уңышлы эшләй. Әхмәр ауылында модулле мал һуйыу цехы асыу ҙа ошо йүнәлештә алып барылған эҙмә-эҙлекле эштең асыҡ һөҙөмтәһе ул. “Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексында табышты арттырыу проекттарын үҫтереү” программаһы буйынса ойошторолған конкурста “Ялантау” кооперативы (рәйесе Илфат Салихов) еңеп сыҡты һәм 2 млн 900 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. Тап ошо дәүләт ярҙамы менән яңы объект сафҡа инде.

Яңы производство заман талаптарына яуап биреүе менән айырылып тора, ул 3 кешене эш менән тәьмин итәсәк. Ирәндек төбәгенең район үҙәгенән ситтә урынлашыуы, халҡының төп кәсебе малсылыҡ булыуын күҙ уңында тотҡанда, был цехтың әһәмиәте бик ҙур. Ул халыҡ мәнфәғәтендә уңышлы эшләһен!

Зариф Закир улы Әхмәр ауылы халҡын ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлап ҡына ҡалманы, ҡыҫҡаса үҙенең депутат эшмәкәрлеге, халыҡ мәнфәғәтендә тормошҡа ашырыласаҡ яңы проекттар менән дә таныштырҙы. Уның билдәләүенсә, ауылдарҙа буш торған элекке хужалыҡ базаларын урындағы фермерҙарға биреү, бер үк ваҡытта уларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү мөһим. Шул уҡ ваҡытта ауылда йорт төҙөү өсөн йылына 3 процент менән кредит бүлеүҙе лә ғәмәлгә индереү күҙ уңында тотола. 4-5 йыл эсендә Рәсәйҙең барлыҡ төбәгендә лә кәрәҙле элемтә буласаҡ – маҡсат шундай.

Ялантау” кооперативы рәйесе Илфат Салихов яңы производствоны асыуҙа ярҙам күрһәткән район хакимиәтенә ҙур рәхмәт белдерҙе, артабанғы маҡсат булып ит эшкәртеү цехы төҙөү тора, тип билдәләне.

Һуңынан З.Байғусҡаров ошонда уҡ урынлашҡан “Толпар” ЯСЙ-һының йылҡы фермаһының эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Билдәле булыуынса, был предприятие башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү буйынса Башҡортостанда тоҡомсолоҡ репродукторы булараҡ танылған. Әле унда башҡорт атының уникаль булып һаналған Ирәндек тибы аҫрала, “Толпар”ҙа етештерелгән ҡымыҙ бар республикаға билдәле.

Азамат Мөхәмәтшин.

Читайте нас в