Һаҡмар
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
31 Май 2019, 19:21

Игене лә, йыры ла булыр

...”Урал аръяғы-Агро” МТС-ы Баймаҡ филиалының Йылайыр бүлексәһе игенселәре 584 гектарҙағы арпа сәсеүҙе бына-бына тамамларға йыйына. Хужалар, атап әйткәндә, филиал директоры Фәнил Әхмәров, уның производство буйынса урынбаҫары Азат Әхмәтшин, бүлексә агрономы Айнур Мусин, инженер Шәфҡәт Бараков, өлкән менеджер Шәфҡәт Кәлимуллин сәсеү барышын диҡҡәт менән күҙәтә, алға аныҡ бурыстар билдәләй, буласаҡ баҫыу эштәре тураһында уй-ниәт ҡора. улар менән әлеге сәсеүҙең үҙенсәлеге тураһында әңгәмәләшәбеҙ. #Севвобъективе, #посевнаявБашкирии, #растимхлебвРБ #СПоКвРБ


– Быйылғы яҙғы баҫыу эштәрен беҙҙең филиал яҡшы әҙерлек менән ҡаршы алды һәм ойошҡанлы атҡарып сыҡты, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды билдәле ауыл хужалығы производствоһы белгесе, тәжрибәле агроном Азат Ишбулды улы. – Тәбиғәт-климат шарттары ла игенсе өсөн бик ҡулай килде, яҙ айҙарында яуым-төшөм дә яҡшы булды. Был иһә һәйбәт күләмдә дым тупланыуына булышлыҡ итте. Тейешле агротехник сроктарҙа сәсеүҙе тамамлауға ирештек. Әммә һуңғы осорҙа көндәрҙең ҡапыл эҫетеп ебәреүе, бөтөнләй яуым-төшөм булмауы беҙҙе, игенселәрҙе, борсомай ҡалмай әлбиттә. Әгәр артабан да аҙнаун көн ошолай һауа торошо торһа, киҫкен хәл килеп тыуасаҡ, тип күҙаллайым. Һәр хәлдә, беҙ яҡшыға өмөт итәбеҙ, ямғырҙар булыр, яҡшы ашлыҡ Йылайыр бүлексәһе игенселәре үҫтереп алырбыҙ, тип уйлайбыҙ.

Билдәле булыуынса, “урал аръяғыАгро” МТС-ының Баймаҡ филиалы райондың агросәнәғәт комплексында ҙур роль уйнай, ул үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын үҫтереүгә тос өлөш индерә. Филиал 13370 гектар һөрөнтө ергә эйә булып, шуның 12300 гектарында ауыл хужалығы культуралары үҫтерә. Быйыл шуның 7330 гектарын иген, 2970 гектарын техник, 2920 гектарын мал аҙығы культуралары тәшкил итте. Атап әйткәндә, күп майҙандарҙы йомшаҡ бойҙай, арпа, етен, һоло, кәрешкә-һоло ҡатнашмаһы, сорго-судан гибриды, кукуруз һәм көнбағыш тәшкил итте.

МТС-тың Баймаҡ филиалы үҙенең танылған игенселәре менән билдәле. Быйылғы миҙгелдә лә улар һынатманы, ысын мәғәнәһендә сәсеү батырҙары булып танылды. ДжонДир тракторҙарында механизаторҙар Әғзәм менән Илшат Мәүлетҡоловтар, Сафа Халиҡов, Мирас Йәғәфәров, Василий Дюдяев, Айсыуаҡ Тулыбаев, Владимир Люлин, Айҙар Хәсәнов, Андрей овчаров, Ислам Кәлимуллин, К-744 тракторында Нурмөхәмәт Баймөхәмәтов, МТЗ-82.1 тракторҙарында Айса Солтанғолов, Дмитрий Кошелев, орлоҡ ташыуҙа Ғәзиз Самарбаев, Рафаэль һәм Фәнил Ҡолмөхәмәтовтар, Сергей Сухоручкин, тырматыуҙа Рәсүл Вәлиев, Азамат Юлушев, катуклауҙа Мансур менән Ильяс Лотфуллиндар иң юғары һөҙөмтәгә иреште. Күлтабан бүлексәһенең ырҙын табағы хеҙмәтсәндәре Әсҡәт Ниәтшин, Ғаяз Юлдашев һәм Сәфәр Шәмсетдинов үҙ иңенә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән атҡарып сыҡты.

Шуныһы һөйөнөслө, предприятиела яңы һәм элиталы сорттар сәсеү, иҡтисади табышлы культураларҙы арттырыу, иҫке майҙандарҙы яңыртыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. ошо маҡсатта быйыл бойҙайҙың “альбидум-32”, “тулайковская 108”, арпаның “саша” сорттары, башҡа мал аҙығы культуралары сәселгән. Күлтабандағы һөт етештереү комплексын мал аҙығы менән тәьмин иткән төп подразделение булараҡ, Күлтабан бүлексәһе әлеге миҙгелдә күп йыллыҡ үлән майҙандарын яңыртыуҙа тағы бер аҙым яһаны – эспарцет, люцерна, сорго-судан гибриды сәсте.

...Данлыҡлы “Йылайыр” совхозы тарихта ҡалһа ла, ул биләгән икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙа тормош туҡтағаны юҡ. Бөгөн уның эшен “урал аръяғы-Агро” МТС-ы уңышлы дауам итә, иген игә, мал үҫтерә. Заман ҡуйған ҡаты һынауҙарға ҡарамаҫтан, предприятие коллективы иртәнге көнгә яҡты ышаныс менән баға, тырышып эшләй һәм йәшәй. Игенсенең ауыр ҙа, яуаплы ла хеҙмәте тейешле баһаһын алыр – ашлығы ла, йыры ла булыр. Шулай булһын да!

Азамат МөХӘМӘТШИН.