Һаҡмар
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
31 Май 2019, 10:15

Баймаҡ аграрийҙары сәсеүҙе тамамланы!

Бөгөн район аграрийҙары сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү, мал аҙығы әҙерләү кампанияһына әҙерлек эштәре менән мәшғүл.


Баймаҡ районы аграрийҙары иң яуаплы ауыл хужалығы кампанияларының береһе – яҙғы баҫыу эштәрен тамамланы. Яҙғы сәсеү 78400 гектарҙы биләп, шуның 64500 гектарын иген, 9400 гектарын техник һәм 4500 гектарын мал аҙығы культуралары тәшкил итте. Быйыл иҡтисади табышлы культуралар майҙандары тағы ла артты – иген-ҡуҙаҡлы культуралар – 5, техник культуралар 20 процентҡа күберәк сәселде.

Шуныһы һөйөнөслө, райондың ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары быйыл яҙғы баҫыу эштәрен үткән йылдарҙағына ҡарағанда күпкә ойошҡанлы, тейешле агротехник сроктарҙа, сифатлы итеп атҡарып сыҡты. Сәсеүҙә минераль һәм шыйыҡ ашламалар ҡулланылды. Айырыуса Ленин исемендәге АХК, “Толпар”, “Колос”, “Юрта” ЯСЙ-лары, “Р.Рәсүлев”, “А.Шәрәфетдинов”, “В.Землянский”, “Г.Байрамғолова”, “А.Мырҙаҡаев”, “И.Байегетов”, “Новиковтар” КФХ-лары, “Николай һәм уның компанияһы” ширҡәте яҙғы баҫыу эштәрен ойошҡанлы үткәрҙе. Ленин исемендәге АХК, “Салауат”, “Колос”, “Рассвет” ЯСЙ-лары, “Р.Рәсүлев”, “И.Байегетов”, “А.Мырҙаҡаев”, “Д.Ситдыҡов”, “Р.Яхин” КФХ-лары иҡтисади табышлы культуралар сәсеүгә ҙур иғтибар бүлде.

Бөгөн район аграрийҙары сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү, мал аҙығы әҙерләү кампанияһына әҙерлек эштәре менән мәшғүл.
Читайте нас в