Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
19 Май 2019, 02:12

Эш сәфәренән бик ҡәнәғәт ҡалды

Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов эш сәфәре менән Баймаҡ районында булды. Ул район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Азат Шәрипов, мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Руслан Дәүербәков оҙатыуында яҙғы баҫыу эштәре, малсылыҡ, йылҡысылыҡ тармаҡтарының эше менән танышты.

Вице-премьер тәүҙә "Радик Ишмуллин" КФХ-һының йәйге лагерында булды, һөт етештереү, хужалыҡтың үҫеш перспективалары менән ҡыҙыҡһынды. Бөгөн унда 368 баш мал аҫрала, шуның 225-ен һауын көтөүе тәшкил итә.

Артабан министр Зарифа Хәлимованың йылҡысылыҡ тармағы буйынса махсуслашҡан хужалығының йәйләүенә барҙы. Хужалыҡта 300 баш йылҡы аҫрала, шуның 125-е - һауын бейәләре. Бында производствоны модернизациялау буйынса маҡсатлы эш алып барыла, башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү йүнәлешендә дәүләт ярҙамына өмөт итә. Илшат Илдус улы был ниәтте хупланы, йылҡысылыҡҡа һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә вәғәҙәләне. Уның билдәләүенсә, Баймаҡта асылған бейә һөтөн киптереү цехын сифатлы сеймал менән тәьмин итеү һәм шул нигеҙҙә уникаль продукт сығарыу мөһим.

Сираттағы туҡталыш - "Толпар" ЯСЙ-һы баҫыуы. Илфат Салихов етәкләгән коллектив бөгөн сәсеүҙе ойошҡанлы алып бара, кампания аҙағына яҡынлаша. Әле игенселәр йомшаҡ бойҙай сәсеү менән мәшғүл. Был хужалыҡ ауыл хужалығы культуралары сәсеүҙән йыл да мул уңыш йыйып ала, тәжрибә үҙәге булып тора.

Илшат Фазрахманов районға эш сәфәренән бик ҡәнәғәт ҡалды, Баймаҡ аграрийҙарының хеҙмәтен юғары баһаланы.