Һаҡмар
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Май 2019, 16:57

Иртә сәскән уңыр, бураҙнаһы тулыр

Райондың ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәре аҙағына яҡынлаша. төбәктең агросәнәғәт комплексында ҙур роль уйнаған предприятие булараҡ, ленин исемендәге аХк оптималь сроктарҙа сәсеүҙе тамамланы һәм башҡаларға үрнәк күрһәтте. Танылған хужалыҡтың данлыҡлы игенселәре кампанияны алдынғы технологиялар нигеҙендә сифатлы итеп атҡарып сыҡты, баҫыу эштәрендә ҡатнашҡан һәр кем ысын хеҙмәт батырлығы күрһәтте. #Севвобъективе, #посевнаявБашкирии, #растимхлебвРБ#СПоКвРБ

Ленин исемендәге АХК-ның сәсеү майҙандары районда иң ҙурҙарҙан һанала һәм быйыл да ул шул кимәлдә ҡалды – 2395 гектарҙы тәшкил итте. Шуның 480 гектарын бойҙай, 400 гектарын арпа, 360 гектарын һоло, 390 гектарын рапс, 625 гектарын бер йыллыҡ үләндәр һәм 140 гектарын күп йыллыҡ үләндәр биләне. Быйылғы сәсеүҙә минераль ашламалар киң ҡулланылды, ул яҡшы ҡышлаған 150 гектарҙағы ужым арышы, шулай уҡ рапс һәм бойҙай сәсеүлектәренә индерелде.

Сәсеүҙә механизаторҙар, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре Айрат Бүкәнбаев һәм Наил Солтанов, шулай уҡ Айрат Туйсин, Фәнил Ғәйетбаев, Ғәйзулла Сағынбаев, катуклауҙа Хадарис Мортазин, орлоҡ ташыуҙа Самат Сәйетов, Салауат, Илдар, Ҡәнзәфәр Гөлбәйетовтар, сәсеүселәр Рәмил Солтанов, Данил Әхмәтшин, Рәмил Күсәрбаев, Азамат Дәүләкәнов, Альберт Гөлбәйетов, Данил Ғәлин, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары Ильяс Бикҡолов, Рәфил Ишкинин, Заһир Үҙәнбаев баҫыу батырҙары булып танылды. Хужалыҡтың агрономия (баш агроном Урал Әхмәтйәнов), инженерия (баш инженер Ғәле Сәғәҙәтов) хеҙмәттәре, бригада етәкселәре үҙ участкаларындағы эште оҫта ойошторҙо.

Йәмил Үҙәнбаев етәкләгән ырҙын табағы коллективы орлоҡ әҙерләү, уны баҫыуҙарға оҙатыу эшенә яуаплы ҡараны. Миңзәлә Ишалинаның ашнаҡсылар коллективы баҫыу батырҙарын тәмле ашһыуҙары менән һөйөндөрҙө. Икмәк бешереүселәр Әнисә Рыҫмөхәмәтова менән Зәлифә Исхаҡова, ашнаҡсы Гөлиә Солтановаларҙың тырыш хеҙмәтен айырым билдәләп үтмәү мөмкин түгел.

Предприятиела хеҙмәтсәндәрҙе дәртләндереү саралары йыл да ҡулланыла һәм ул үҙенең тос емештәрен бирә. Быйыл да сәсеүҙе ойошҡанлы атҡарып сығыу маҡсатында биш тапҡыр удар 1 һәм 3 көнлөктәр ойошторолдо, уларҙа еңеүселәрҙе бүләкләү өсөн 50 мең һум аҡса тотонолдо. Әйткәндәй, яҙғы баҫыу эштәре йомғаҡтары буйынса сәсеү батырҙары билдәләнәсәк һәм уларға премия тапшырыласаҡ.

Хужалыҡтың башҡа участкаларында ла эш эҙмә-эҙлекле, ойошҡанлы дауам итә. Әле йәйләүҙәрҙә һөт етештереү артҡандан-арта бара, һауынсылар араһында хеҙмәт ярышы ла иғлан ителде. Бөгөн көн дә тулайым 6 тонна проукция етештерелә. Бер үк ваҡытта фермаларҙы ҡышҡа әҙерләү эштәре башланды ла инде.

Танылған ауыл хужалығы производствоһы етәксеһе Ғәлим Булат улы Сәлимовтың оҫта ойоштороуында Ленин исемендәге АХК йәнә бер каманияны ойошҡанлы атҡарып сыҡты, мул уңышҡа нигеҙ һалды. Һәр хәлдә, хужалыҡтың быйыл да яҡшы төшөм алырына шикләнмәҫкә мөмкин.

Читайте нас в