Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
27 Июль 2018, 18:28

Туймазыныҡы ары торһон!

Һуңғы йылдарҙа районда йәшелсәселек тармағының ныҡлап үҫеш алыуы, халыҡтың был кәсепкә ихлас тотоноуы күҙәтелә.

Һуңғы йылдарҙа районда йәшелсәселек тармағының ныҡлап үҫеш алыуы, халыҡтың был кәсепкә ихлас тотоноуы күҙәтелә. Әгәр ҙә быға ҡәҙәр ҡала һәм район халҡы ситтән килтерелгән йәшелсәне һатып алһа, бөгөн килеп баҙарҙа, магазиндарҙа үҙебеҙҙә үҫтерелгән ҡыяр, помидор, һуған, картуф, кишер, кәбеҫтә өҫтөнлөк ала башланы. Туймазынан килтерелгән ҡыярҙар арзанлығы менән алдырһа, баймаҡтарҙың йәшелсәһе уға ҡарағанда күпкә сифатлы, экологик яҡтан таҙа булыуы менән айырылып тора. Шуға күрә лә халыҡ тап үҙебеҙҙекен һатып алырға тырыша. Айырыуса Һаҡмар ауылынан Флүр Мырҙахановтың (һүрәттә) фермер хужалығында үҫтерелгәне һәр кемдең иғтибарын үҙенә йәлеп итә.

Флүр Зөфәр улы бынан өс йыл элек фермер хужалығы аса һәм “Эш башлаусы фермер” дәүләт программаһында ҡатнашырға йөрьәт итә. Унда еңеп сыҡҡас, бүленгән грантҡа теплицалар төҙөп ултырта. Бөгөн инде уңған фермерҙың 2250 квадрат метр ҙурлыҡтағы өс теплицаһы бар, уларҙа ҡыяр, помидор, еләк үҫтерелә. Йылдан-йыл производство киңәйә, ҡеүәте арта бара. Быйыл ғына ла, мәҫәлән, 15 тонна ҡыяр һатыуға сығарылған. Әҙер продукция Баймаҡ, Сибай ҡалаларына оҙатыла, ҙур һорау менән файҙалана. Киләсәктә етештереү күләмен арттырыу күҙ уңында тотола.