Һаҡмар
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
27 Июль 2018, 18:13

“Тармаҡ етди һынылыш осорон кисерә”

“Баймаҡ районы республикала иген һәм малсылыҡ продукцияһы етештереү буйынса иң алдынғы урындарҙың береһен биләй. Төбәк аграрийҙары яҡшы эшләй һәм үҙҙәренең уңыш-ҡаҙаныштары менән ғорурлана ала. Афарин!” - бына ошондай баһа биргәйне быйылғы “Һабантуй-2018” халыҡ байрамында БР Башлығы Рөстәм Хәмитов.

“Баймаҡ районы республикала иген һәм малсылыҡ продукцияһы етештереү буйынса иң алдынғы урындарҙың береһен биләй. Төбәк аграрийҙары яҡшы эшләй һәм үҙҙәренең уңыш-ҡаҙаныштары менән ғорурлана ала. Афарин!” - бына ошондай баһа биргәйне быйылғы “Һабантуй-2018” халыҡ байрамында БР Башлығы Рөстәм Хәмитов.

Ысынлап та, Башҡортостандың аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә тос өлөш индергән төбәк булараҡ, һуңғы йылдарҙа Баймаҡ районында агросәнәғәт комплексын үҫтереү, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу, фермер хужалыҡтарын үҫтереү һәм дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса маҡсатлы, эҙмә-эҙлекле эш алып барыла һәм ул үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Һуңғы ике йыл район аграрийҙары өсөн айырыуса уңышлы булды – үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтары буйынса яҡшы ҡаҙаныштарға өлгәшелде. Иген етештереү буйынса беҙҙең төбәк республикала йәнә иң яҡшылар рәтенә баҫты.

Баймаҡта үтәсәк мөһим сара – республиканың Урал аръяғы зонаһында урып-йыйыу эштәрен ойоштороу, игенселектә алдынғы технологияларҙы һәм ауыл хужалығы культураларының перспектив сорттарын ғәмәлгә индереүгә арналған “Баҫыу көнө-2018” төбәк семинар-кәңәшмәһе алдынан район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов менән осрашып, тармаҡҡа ҡағылышлы иң актуаль һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.


– Азат Булат улы, һуңғы осорҙа райондың ауыл хужалығы тармағында һынылыш осоро күҙәтелә, айырыуса үҫемлекселек йүнәлешендә ниндәйҙер һөҙөмтәләр тураһында һөйләргә мөмкин. Ҡасандыр үҫемлекселек менән дан тотҡан төбәк аграрийҙарының ҡайтанан ер эшенә ныҡлап тотоноуы, яңы уй-ниәттәр менән яныуы ҡыуандыра.

– Эйе, беҙҙең районда һуңғы йылдарҙа иген һәм мал аҙығы, техник культуралар үҫтереү, малсылыҡ продукцияһы етештереү буйынса етди һынылыш күҙәтелде. Быйыл төбәк республикала иң беренселәрҙән булып яҙғы баҫыу эштәрен тамамланы. Шуныһы айырыуса һөйөнөслө, аграрийҙар сәсеүҙе бығаса булмағанса юғары кимәлдә ҡаршы алды, уны оптималь сроктарҙа, тейешле технологиялар нигеҙендә һәм бик тә сифатлы итеп атҡарып сыҡты. Сәсеү майҙандары структураһы 84300 гектарҙы биләп, шуның 73 мең гектарын иген культуралары, 8 мең гектарын техник культуралар, 3300 гектарын мал аҙығы культуралары, 22 гектарын картуф һәм йәшелсә тәшкил итте.

Шуныһы айырым иғтибарға лайыҡ: һуңғы осорҙа ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары иҡтисади табышлы культуралар сәсеү, беҙҙең шарттарҙа яҡшы уңыш бирерҙәй сорттарҙы һатып алыу, ерҙе эшкәртеү, биопрепараттар ҡулланыу, технологияны аныҡ күҙәтеүгә ныҡлы иғтибар бүлә башланы һәм был үҙенең тос емештәрен бирә. Быйыл, мәҫәлән, иген-ҡуҙаҡлы, техник культуралар майҙандары үткән йыл менән сағыштырғанда 3 тапҡырға артты, 1000 тонна сифатлы орлоҡ материалы сәселде, шуның 400 тоннаһын элиталыһы тәшкил итте. Яңы сорттарҙан бойҙайҙың “кинельская юбилейная”, “альбидум”, “челябинская-75”, “саратовская-74”, “тулайковская-108”, “кинельская-59” һәм башҡаларҙы билдәләп үтергә кәрәк. Техник культураларҙан етен һәм рапс майҙандары йылдан-йыл арта – тәүгеһенеке – 5358 га, икенсеһенеке 2107 га тәшкил итте.

Ауыл хужалығы тармағының техник потенциалы ла йылдан-йыл нығый. Ошоғаса район аграрийҙары нигеҙҙә сәсеү, мал аҙығы әҙерләү, урып-йыйыу эштәре осоронда “Урал аръяғы-Агро” МТС-ының Баймаҡ филиалы ярҙамына таянһа, һуңғы йылдарҙа үҙҙәре күпләп техника-агрегаттар һатып ала башланы, комбайн паркын нығытты. Быйыл ғына ла, мәҫәлән, 5 берәмек “Акрос” һәм “Вектор” комбайндары, К-744, МТЗ-82.1 тракторҙары, 4 берәмек “Агратор” һәм “Омичка” сәскестәре, шулай уҡ иген таҙартыу машиналары һәм башҡаларын һатып алды. Был тәңгәлдә эш дауам итә. Билдәле, паркты яңыртыу кампанияларҙы тейешле технологиялар нигеҙендә һәм сифатлы итеп атҡарып сығыу мөмкинлеге бирәсәк.

– Билдәле, беҙҙең төбәк шарттарында үҫемлекселек менән шөғөлләнеү бер ҡасан да еңел булманы, һуңғы тиҫтә йылдарҙа бигерәк тә. Быйыл хәл айырыуса киҫкен тора, яуым-төшөмдөң аҙ булыуы ауыл хужалығы культураларының уңышын хәүеф аҫтына ҡуя. Ошондай шарттарҙа үҫемлекселектә ниндәй алымдарға йөҙ бороу мөһим?

– Беҙҙең ауыл хужалығы бүлеге бына байтаҡ йылдар инде һауа торошо, тәбиғәт шарттары, йылдың ниндәй килеүе, культураларҙың уңышы кеүек күренештәрҙе даими күҙәтеп бара, өйрәнә, һығымталар яһай, теркәй. Бына шуларҙан һуң аныҡ фекерҙәр әйтергә мөмкин. Һуңғы бер нисә йылда, аяуһыҙ ҡоролоҡтан һуң, һауа шарттарының яҡшырыуы һәм ауыл хужалығы культураларының яҡшы уңыш биреүе үҫемлекселектә һынылыш яһарға мөмкинлек бирҙе, сит ил санкциялары крәҫтиән өсөн бик ҡулай булды. Ауыл хужалығына ҡараш та үҙгәрҙе, кеше ергә ныҡлап ылыға башланы. Ошоғаса районда сәсеүлектәр майҙаны 43 мең гектарҙы биләһә, быйыл ул 84 мең гектарға етте. Бында фермер хужалыҡтарының өлөшө хәтһеҙ булды.

Ләкин шул уҡ ваҡытта быйыл яҙҙан уҡ һауа шарттарының беҙҙең төбәк аграрийҙарын ҡыуандырмауы, айырыуса йәйге осорҙа аяуһыҙ эҫе булыуы, ямғыр яумауы ҙур хәүеф тыуҙырҙы. Ошо сәбәпле быйыл тәбиғәт ҙур ҡаза кисерҙе, ауыл хужалығы культураларының торошо ла яҡшынан түгел. Әгәр ҙә хәл артабан да ошолай дауам итһә, ашлыҡтың төшөмө гектарынан 15 центнерҙан да артмаясаҡ тип уйлайым.

Ошондай хәлдәрҙе һәм факторҙарҙы иҫәпкә алып, беҙҙә үҫемлекселек тармағында яңы алымдарға йөҙ бороу мөһим һәм был мотлаҡ та. Ул, нигеҙҙә, дым һәм тупраҡ һаҡлаусы технологияларҙы үҙләштереүгә ҡайтып ҡала. Хәҙер инде киң тарала барған нуль технологияһы кеүек алымдар кәрәк беҙгә. Әйтергә кәрәк, был йүнәлеш менән Октябрь ауылынан Айрат Шәрәфетдинов, Сосновканан Нур Рәхмәтуллин, Мәмбәттән Таһир Юнысов шөғөлләнә һәм ул үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Иртәме-һуңмы, барыбыҙ ҙа ошо технологияға күсергә мәжбүр буласаҡбыҙ – сөнки тәбиғәт шарттары һәм заман беҙҙән шуны талап итә. Әйткәндәй, Йылайыр ауыл биләмәһе фермерҙары ошо йүнәлештә эш башларға ниәтләй.

– Һуңғы йылдарҙа, айырыуса быйыл, аграрийҙарҙың иҡтисади табышлы культураларға, бигерәк тә техник культураларға етди иғтибар биреүе күҙәтелә. Беҙҙең шарттарҙа ниндәй культураларға өҫтөнлөк бирергә кәрәк, тип уйлайһығыҙ?

– Билдәле булыуынса, һуңғы йылдарҙа иген культураларына һатып алыу хаҡтарының йылдан-йыл төшә барыуы күҙәтелә, уны ҡайҙа тапшырыу проблемаһы килеп тыуа. Был хәл сәсеү майҙандары структураһын ҡабаттан ҡарап сығыуҙы талап итә. Беҙҙең төбәк шарттарына ҡулайлашҡан, ҡоролоҡҡа бирешмәгән, ҙур һорау менән файҙаланған культуралар сәсергә кәрәк. Һуңғы осорҙа был йүнәлештә фермерҙар етди уйлана, аныҡ ҡарарға килә башланы. Тап шуныһы һөйөндөрә. Әйтеп үтеүемсә, иген-ҡуҙаҡлы, техник культуралар майҙандары үткән йыл менән сағыштырғанда 3 тапҡырға артты. Айырыуса етен, рапсҡа йөҙ бороусылар артҡандан-арта. Был тәбиғи ҙә, сөнки уларға һатып алыу хаҡтары һәр саҡ юғары, һорау ҙа ҙур. Шул уҡ ваҡытта быйылдан районда ноҡот борсағы (нут. - ред.), горчица кеүек яңы сорттар сәселде. Уларға ла ихтыяж бик ҙур. Киләсәктә беҙгә тап бына ошондай культураларға өҫтөнлөк бирергә кәрәк һәм был үҙен аҡлаясаҡ.

Әммә шул уҡ ваҡытта иген культураларынан да баш тартырға ярамай, сөнки тиҙҙән был тәңгәлдә бер етди проблеманың хәл ителеүе көтөлә. Атап әйткәндә, Әбйәлил районының Әлмөхәмәт элеваторы күптән түгел Новороссийск һәм Калининград порттарына тимер юлы асты һәм шулар аша сит илгә иген оҙатыласаҡ. Беҙҙең ашлыҡ менән Төркиә күптән ҡыҙыҡһына, уларға ҙур күләмдә ҡаты бойҙай кәрәк. Әле үк Әлмөхәмәт элеваторы хужалыҡтар менән ошо хаҡта һөйләшеүҙәр алып бара. Был, әлбиттә, аграрийҙарға ҙур ярҙам буласаҡ тип уйлайым.

– Малсылыҡ – ауыл хужалығы иҡтисадының нигеҙе булып тора. Уны үҫтереү йәһәтенән ниндәй перспективалар бар, бөгөнгө шарттарҙа был тармаҡ менән шөғөлләнеү үҙен аҡлаймы?

-Сер түгел, был өлкәлә хәлдәр үтә шәптән түгел. Ҡоролоҡ йылдарында беҙҙә мал һаны байтаҡ кәмене, был шәхси секторға ла, ауыл хужалығы предприятиеларына ла ҡағыла. Ҡайһы бер эре хужалыҡтарҙың тарҡалыуы ла был хәлгә булышлыҡ итте. Әммә был проблеманан йылдан-йыл арта барған фермер хужалыҡтары ҡотҡарҙы. Йәш фермерҙарҙы күтәрмәләү программаларының әүҙем тормошҡа ашырылыуы малсылыҡҡа иғтибарҙы арттырҙы. Шулай ҙа һуңғы осорҙа районда һыйыр малының бер аҙ кәмеүе күҙәтелә, был хәл тотош республикаға ла, Рәсәйгә лә хас күренеш. Һөткә һатып алыу хаҡтарының һуңғы йылдарҙа ҡырҡа түбәнәйеүе, ситтән беҙҙең илгә күпләп һөт порошогы индерелеүе бәкәлгә һуҡты. Башҡортостан Хөкүмәте был тәңгәлдә аграрийҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтергә тырыша. Ошо арала Рәсәй Хөкүмәте лә был тәңгәлдә аныҡ ҡарар ҡабул итергә тейеш.

Малсылыҡ тармағының перспективалары тураһында һөйләгәндә, беҙгә продукцияны эшкәртеүгә йөҙ борорға кәрәк, тик шул саҡта ғына аныҡ һөҙөмтәгә ирешә аласаҡбыҙ. Район хакимиәте был тәңгәлдә маҡсатлы эш алып бара, һөт эшкәртеү менән шөғөлләнгән предприятиеларға дәүләт ярҙамы алып биреүгә ҙур иғтибар бүлә. “Буранбай” һәм “Яковлевка” кооперативтары быға асыҡ миҫал. Шул уҡ ваҡытта Баймаҡтағы ит комбинатын яңынан асыу буйынса эштәр алып барыла, ошо юҫыҡта күрше өлкәләрҙең тәжрибәһе өйрәнелә. Күлтабандағы мегафермала киләсәктә һөт эшкәртеү цехы асыу ҙа күҙ уңында тотола.

Күптән түгел Баймаҡта үҙ эшен башлаған бейә һөтөн киптереү производствоһы Рәсәйҙә генә түгел, ә бөтөн донъяла ла иң тәүге проект. Уға өмөт ҙур. Әле ул тәүге продукцияһын етештерә башланы, һатыу баҙары өйрәнелә. Йылҡысылыҡ тармағы киң үҫеш алған төбәктә был предприятиеның киләсәге өмөтлө булыр тип ышанайыҡ.

Бына ошо атап үтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу малсылыҡ тармағын беҙҙең шарттарҙа табышлы итәсәк һәм тармаҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең артыуына килтерәсәк, тигән ниәттәмен.

Ғөмүмән, булған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, районда агросәнәғәт комплексы әкренләп үҫешә, йылдан-йыл фермерҙар һаны арта, техника паркы яңыра. Халҡыбыҙҙың ергә мөнәсәбәте ыңғай яҡҡа үҙгәрә, үҫемлекселек, малсылыҡ, йәшелсәселек менән шөғөлләнеүселәр арта. Ҡалала һәм районда икмәк бешереү, һөт ризыҡтары етештереү цехтары йылдан-йыл күбәйә. Был, әлбиттә, ҡыуаныслы күренеш. Ауыл хужалығы тармағы артабан да үҫешер, яңы һулыш алыр, тигән ныҡлы өмөттәмен. Сөнки ауыл хужалығы менән беҙҙең тамырҙарыбыҙ бәйләнгән, ул борон-борондан халҡыбыҙҙы туйындырыусы булған. Һәм киләсәктә лә тыуған еребеҙ беҙҙең яҡлаусыбыҙ булһын.


Һандар һәм факттар


*Баймаҡ районында 12 ауыл хужалығы предприятиеһы, 311 крәҫтиән-фермер хужалығы, 4 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы һәм 17 меңдән ашыу шәхси ярҙамсы хужалыҡ уңышлы эшләй. Улар тарафынан 5 млрд һумдан ашыу тулайым продукция етештерелә.


*Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр 332,8 мең гектарҙы биләй, шуның 139,2 мең гектары - һөрөнтө ерҙәр.


*Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы тармағы тотороҡло үҫешә. Сәсеү майҙандары ла, ауыл хужалығы культураларының уңышы ла йылдан-йыл арта. Әгәр ҙә бынан биш йыл элек иген культураларының тулайым йыйымы 66 мең тонна тәшкил итһә, былтыр иһә район карауайы 155 537 тоннаға етте. Тулайым йыйым күләме буйынса район республикала иң яҡшы биш төбәк иҫәбенә инә.


*Райондың бөтә төр хужалыҡтарында 39496 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 21454 баш һыйыр аҫрала. Йылҡы – 11971, шул иҫәптән 4710 баш бейә, һарыҡ – 44706. Былтыр 884 тонна ҡымыҙ, 543 тонна йылҡы ите етештерелгән.


* Төбәктә фермерлыҡ йүнәлешен күтәрмәләү, йәштәрҙе дәүләт программаларына йәлеп итеү маҡсатлы тормошҡа ашырыла. Бөтәһе 42 фермер “Эш башлаусы фермер” программаһы буйынса грант алыуға иреште. 8 кеше “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү”, 2 кооператив дәүләт ярҙамына лайыҡ булды. Быйыл иһә 5 яңы эш башлаусы фермер дәүләт ярҙамы аласаҡ.


* Күлтабан ауылындағы мегаферманы файҙаланыуға тапшырыу районда һөт етештереүҙе 30 процентҡа арттырыу мөмкинлеге бирҙе. Был комплекста бөгөн 1068 баш һыйыр малы аҫрала, шуның 550-һен һауын һыйырҙары тәшкил итә. Ул заманса базалар, һауын залы, ҡоролмалар менән йыһазландырылған, эш процесы компьютерлаштырылған, “һөт таксиһы”, мал аҙығы таратыу өсөн махсус робот бар. Бында көндәлек уртаса һауым 15-30 кг тәшкил итә.
*Ауыл хужалығындағы тулайым продукцияның 34 проценты фермерҙар өлөшөнә тура килә, улар тарафынан сәсеү майҙандарының 75 проценты эшкәртелә.
*Баймаҡта донъя кимәлендә уникаль проект тормошҡа ашырыла – быйыл бейә һөтөн киптереү цехы эшләй башланы.
*Баймаҡ районы йылҡысылыҡ спортын үҫтереү буйынса Башҡортостанда ҙур танылыу яуланы. Беҙҙең төбәк арғымаҡтары һәм юртаҡтары республика, Рәсәй кимәлендәге ат спорты ярыштарында бер ҡасан да алдынғылыҡты бирмәй. Күптән түгел Ҡурғанда үткән Бөтә Рәсәй һабантуйында баймаҡтар йәнә ҙур еңеүҙәр яулап ҡайтты.
*Төбәктә йылдан-йыл ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү һәм етештереү цехтары артҡандан-арта. Бөгөн һөт продукцияһы буйынса махсуслашҡан “Буранбай”, Яковлевка” кооперативтары, бейә һөтөн киптереү менән шөғөлләнгән “Маяҡ”, һөт ризыҡтары сығарыусы “Бай” кооперативтары, ит ярымфабрикаттары, кондитер изделиелары етештергән һәм икмәк бешергән “Баймаҡ” АХК-һы табышлы эшләй. Икмәк бешереү, макарон изделиелары, ҡамыр ризыҡтары сығарыу менән шөғөлләнгән цехтар йылдам арта.
* Гөлнара Байрамғолованың ҡошсолоҡ тармағы буйынса махсуслашҡан фермер хужалығы районда ғына түгел, Урал аръяғы төбәгендә лә, унан ситтә лә киң билдәле. Был предприятие үҙенең ҡеүәттәрен йылдан-йыл арттыра, халыҡты сифатлы һәм арзан продукция менән тәьмин итә. Производство ҡош-ҡорт менән төбәк халҡын ғына түгел, күрше Силәбе, Ырымбур өлкәләрен дә, ҡалаларын да тәьмин итә.
*Районда “Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексында килем алыуҙы арттырыу “ программаһы тормошҡа ашырыла. Тиҙҙән төбәктә ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү буйынса яңы цехтар асыу күҙ уңында тотола.

Читайте нас в