Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
27 Июль 2018, 18:58

Төбәк өсөн сорттар бында сығарыла

Рәсәй фәндәр академияһы Өфө тикшеренеү үҙәгенең Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтына ҡараған Баймаҡ поддразделениеһы Ҡуянтау ауылында урынлашҡан.

Рәсәй фәндәр академияһы Өфө тикшеренеү үҙәгенең Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтына ҡараған Баймаҡ поддразделениеһы Ҡуянтау ауылында урынлашҡан. Марс Солтанов етәкләгән коллектив (унда бөтәһе 14 кеше эшләй) Урал аръяғы төбәге шарттарында ауыл хужалығы культураларының перспектив сорттарын сығарыу һәм үҫтереү менән шөғөлләнә. Ауыл хужалығы фәндәре докторҙары Яхъя Ҡәйепов менән Радик Иҙрисов, шулай уҡ өс ғилми хеҙмәткәр тәжрибә үткәрә, яңы сорттар сығарыу өҫтөндә эшләй.

Һеҙ һүрәттә күргән Вилүр Шәмсетдинов БДАУ-ның агрономия факультетын тамамлап, бына һигеҙ йыл инде ошонда ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, фән менән уңышлы шөғөлләнә. Вилүр Ишбулды улы әле “Урал аръяғы шарттарында мал аҙығы культураларын үҫтереү үҙенсәлектәре” тигән ғилми эш өҫтөндә эшләй. Киләһе йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡларға йыйына.

Быйыл Баймаҡ подразделениеһының тәжрибә участкаларында ауыл хужалығы культураларының 136 сорты һәм гибриды сәселгән. Шулар араһында, мәҫәлән, йомшаҡ бойҙайҙың – 9, ҡаты бойҙайҙың – 11, кукуруздың – 21, борсаҡтың – 6, көнбағыштың 11 һ.б. сорттары үҫтерелә. Һуңынан инде, был тәжрибәне, культураларҙы ныҡлап өйрәнгәндән һуң, беҙҙең төбәк шарттарында иң ҡулайлылары һайлап алынасаҡ.

Был предприятие бына оҙаҡ йылдар инде төбәк аграрийҙарын сифатлы, беҙҙең шарттарға яраҡлашҡан культуралар менән тәьмин итә. Бөгөн унда йомшаҡ бойҙайҙың “кинельская юбилейная” супер элита, “икада” супер элита сорттарын һатып алырға мөмкин. Шулай уҡ һоло, арпа, судан үләне орлоҡтары ла бар.