Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Ноябрь 2016, 19:56

Хеҙмәт ярышында еңеүселәр

“Урал аръяғы-Агро” МТС-ы райондың агросәнәғәт комплексы тормошонда ҙур роль уйнай. Уның Баймаҡ филиалы предприятиеның подразделениелары араһында иң ҡеүәтлеләрҙән һанала һәм ағымдағы хужалыҡ йылын яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлай. Был предприятие урып-йыйыу миҙгеле йомғаҡтары буйынса районда 3-сө урынға сыҡты һәм диплом, аҡсалата премия менән бүләкләнде.

Филиал механизаторҙары Нияз Мусин менән Вәлит Әхмәтов (һүрәттә) урып-йыйыу эштәре йомғаҡтары буйынса район хеҙмәт бәйгеһендә еңеүсе тип табылды һәм “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” таҫмаһына, аҡсалата премияға лайыҡ булды.