Һаҡмар
+25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Аңлайышһыҙ быуындың аҡыллы балалары

Башланғыс класта балабыҙҙы компьютерҙан айырып була ине әле. Ә бына 11 йәшенә еткәс улыбыҙ тамам үҙгәрҙе. Компьютерҙан айырыла алмаған балам ауырыуға әйләнгән тип күпме төн илап сыға инем. Атаһының ҡайышы ла ярҙам итә алманы. Аптырағас, Магнитогорск ҡалаһына психологҡа алып киттек. Психолог кәңәше улыбыҙға түгел, ә күберәк үҙебеҙгә кәрәк булған икән. Ул беҙҙе бик оҙаҡ тыңланы...

Аңлайышһыҙ быуындың аҡыллы балалары
Аңлайышһыҙ быуындың аҡыллы балалары

Йөрәгем ... яраҡһыҙ булып сыҡты”

Тиҙҙән 14 йәшен тултырасаҡ ошо үҫмер менән танышыу минең өсөн күп яңылыҡтар асты. Яныбыҙҙа бөтөнләй ят, икенсе төрлө фекер йөрөткән быуындың үҫеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ бит. Күрәһең, шуға күрә хәҙерге мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылар, балалар менән ата-әсәләр араһында аңлашылмаусанлыҡ йыш осрайҙыр. Оҙайлы йылдар мәғариф системаһында эшләгән кеше бер нисә йыл элек ҡапыл эштән киткәс аптырауға ҡалғайным. Миңә лә уның ҡулында белем алыу бәхете тейгәйне. Яратҡан эшенән китеү сәбәбен һорағас, уҡытыусым көрһөнөп: “Миңә хәҙерге балаларҙы аңлауы бик ауыр була башланы. Элек уҡыусыларым менән еңел генә уртаҡ тел таба инек. Ә хәҙерге быуынды мин бөтөнләй аңламайым. Уларҙың фекерләүе минең өсөн ят, ә мин улар өсөн динозаврҙар дәүеренән килгән кеүекмен. Ундай шарттарҙа эшләүе ауыр бит ул. Бер нәмәгә иғтибар итмәй йөрөп тик ятырға булыр ине, әммә мин эшемә бар йөрәкте һалып башҡарырға өйрәнгәнмен. Тик йөрәгем хәҙерге заман балаларына яраҡһыҙ булып сыҡты...”-тип күңел кисерештәре менән уртаҡлашты.

Тыуғандан тиерлек замана гаджеттарында нисек эшләргә икәнлеген белеп тыуған һәм интернет киңлегендә һыуҙағы балыҡтай йөҙгән балалар менән эшләүе ауыр булыуына ышанам.

Ҡайыш та ярҙам итмәне

Әйтеп үткән 14 йәштәге үҫмер менән дә уйламаған шарттарҙа танышҡайным. Уның ата-әсәһенең үтенесе буйынса осрашыуыбыҙҙың “нескәлектәрен” асып тормайым. Был малай компьютерҙы күп кенә программист ағайҙарынан яҡшыраҡ белеүе менән аптыратты. Әсәһенең әйтеүенсә, ул һөйләшә белмәгән саҡта уҡ кеҫә телефоны менән ҡуллана белгән. Ата-әсәнең уны гаджеттарҙан, компьютерҙарҙан айырырға маташыуы бер ниндәй ыңғай һөҙөмтә бирмәгән. Үҫмерҙең әсәһенә һүҙ бирәйек:

- Башланғыс класта балабыҙҙы компьютерҙан айырып була ине әле. Ә бына 11 йәшенә еткәс улыбыҙ тамам үҙгәрҙе. Компьютерҙан айырыла алмаған балам ауырыуға әйләнгән тип күпме төн илап сыға инем. Атаһының ҡайышы ла ярҙам итә алманы. Аптырағас, Магнитогорск ҡалаһына психологҡа алып киттек. Психолог кәңәше улыбыҙға түгел, ә күберәк үҙебеҙгә кәрәк булған икән. Ул беҙҙе бик оҙаҡ тыңланы. Улыбыҙ менән айырым һөйләште. Психолог улыбыҙҙың интернет киңлегенән сығыуын яратмаһаҡ та, уны аңлап ҡабул итергә кәңәш итте. Һәм уның ошо артыҡ ныҡ ҡыҙыҡһыныуын кәрәкле йүнәлешкә борорға кәрәклеген белдерҙе. Беҙ барыһына ла әҙер инек. Сөнки улыбыҙҙың компьютерҙы артыҡ ныҡ белеүе хатта закон менән күңелһеҙлектәр алып килә башлағайны. Кәңәш иткәндән һуң улыбыҙҙы баш ҡалаға киләсәктә программист һөнәрен алыуға йүнәлткән мәктәпкә урынлаштырҙыҡ. Бында улыбыҙ кәрәкһеҙ тип тапҡан фәндәр юҡ йәки аҙнаһына бер сәғәт кенә. Беҙҙән айырылыуы балабыҙға ауыр булып тип уйлағайным. Киреһенсә килеп сыҡты. Ул үҙе кеүек фекер йөрөткән балалар араһына инеп сумып, донъяһын онотто. Әлбиттә, ҡыйын булды. Әммә хәҙер компьютерҙа аңлы эшләүен, яҡшы уҡыуын күреп ҡыуанабыҙ.

Нөктәһеҙ һөйләшеү

Бармаҡтарына күҙ ҙә эйәртеп булмаған үҫмергә ҡарайым. Ул хәҙер законлы рәүештә интернет аша аҡса ла эшләй. Киләсәктә үҙенә компьютер һатып алырға хыяллана. Уныһы әллә нисә йөҙ мең һум тора икән.

- Һинең тиҫтерҙәрең генә түгел, ә бәләкәс балаларҙы ла гаджеттарҙан айырып булмай. Улар интернет киңлегендә көн-төн ултырырға әҙер. Нисек уйлайһың, ата-әсәләр был осраҡта нимә эшләргә тейеш?

- Ә был күренеште бер нисек тә туҡтатып булмай. Беҙҙең тормошобоҙ ата-әсәләр, уҡытыусылар теләгәнсә түгел. Һеҙҙең өсөн балаларҙың интернет киңлегенән сыҡмауы хатта ҡот осҡос (көлә) һымаҡ. Ысынында был хәҙерге замандың ҡәҙимге, ябай күренеше. Бер нисә йылдан был хәл бер кемде лә аптыратмаҫ, мәктәптә лә уҡыу программаһы ла ошоға ҡарап үҙгәрер тип уйлайым.

- Һин бигерәк инде! Балалар интернет селтәрендә ултыра торған дәрес булмаҫ инде.

- Ә ни өсөн булмаҫҡа тейеш? Алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар, программистар балаларға кескәйҙән дөрөҫ сайтты һайларға ярҙам итһә – насармы ни? Хәҙерге ваҡытта балалар интернет киңлегенә тапшырылған бит. Өлкәндәр компьютерға “ата-әсәләр тыйыуы” тигән функцияны ҡуйып киткән була. Хәҙер йәшермәй әйтә алам: атайым менән әсәйем ҡуйған был тыйыуҙы мин бәләкәй кластарҙа уҡ “емереп” инеп, үҙем теләгән сайттарҙы инеп ҡарай, уйындарын уйнай инем. Һәм күпселек минең тиҫтерҙәрем дә ошоноң менән маҡтана. “Ата-әсә тыйыуы” тигән функцияны “еңеү” - беҙҙең өсөн уйынсыҡ кеүек. Дөрөҫөн әйткәндә, һеҙ – өлкәндәр, компьютерҙы беҙҙән күпкә насарыраҡ беләһегеҙ бит. Кеҫә телефондары менән дә шул уҡ хәл. Яңы телефон алһалар, атай-әсәйгә лә, туғандарыма ла бар нәмәһен үҙем рәтләп бирәм.

- Ләкин һеҙ бит йәнле аралашыуҙан мәхрүм. Дуҫтарығыҙ ҙа юҡ...

- Миңә виртуаль аралашыу күпкә ҡыҙыҡлы. Дуҫтарым ер шарының һәр мөйөшөндә бар. Улар менән аралашыу күп сит телдәрҙе еңел өйрәнергә ярҙам итә. Тик бына ваҡыт етмәй китә, шуға күрә төнөн дә ултырабыҙ...

 

Насар ҙа, яҡшы ла түгелдер...

Үҫмерҙең сабырһыҙлана башлауын күреп, хушлашырға ашыҡтым. 14 йәштә ваҡыт етмәһенсе әле! Былай һәйбәт, аҡыллы малай ул. Тик бына уның менән аралашҡандан һуң сит ил планетаһы кешеһен күргәндәй булам.

Эйе, хәҙерге балаларҙың тормошо бөтөнләй икенсе. Уларҙың үҙенә генә хас телмәре, яҙыу стиле бар. Төшөнөргә маташһаң – нимәһендер аңлайһың, ләкин күбеһе башҡа һыймаҫлыҡ кеүек. Уйындарында – виртуаль өйҙәре, йорт хайуандары, хатта виртуаль никахҡа ингән һәм айырылышыу тураһында таныҡлыҡтары ла бар. Был 10-13 йәштәге балаларҙа! Һәм бының насармы әллә яҡшымы йәки бөтөнләй иғтибарға алырға ла кәрәкмәгән күренешме икәнлеген әйтеп тә булмай. Күпме әсә хуш еҫле сәйҙәрен яһап, һыуынып барған бәлешен ашатыр өсөн балаларын өҫтәл янында көтә икән? Ә улары гаджеттан айырылмай ғына бер-ике ҡапҡылай йә тәрилкәһен алып компьютер янына барып ултыра. Таныш күренешме? Күптәр өсөн көн дә ҡабатлаған хәл. Ошо быуын үҫеп етеп, никахҡа инһә (ысынына, ә виртуаль түгел), ғаилә менән бергә ултырып ашау, сер уртаҡлашыу, һөйләшеп ултырыу бөтөнләй юҡҡа сығырмы икән? Һәр замандың үҙ йәшәйеше булған кеүек, уларҙың ғәҙәттәре үҙенә күрә бер йолаға әүерелме икән? Бер-береһенең тыуған көнөнә килеп, үҙ-ара һөйләшмәй, һәр береһе үҙ гаджетына текләгән балаларҙы хәҙер кафела йыш күрергә була бит. Һәм был насар ҙа, яҡшы ла түгелдер, ә техник прогресс үтә тиҙ үҫешкән мәлдә йәшәүебеҙҙең һөҙөмтәһелер. Тик артабан ниҙәр буласағын күҙ алдына килтереүе лә ауыр...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в