

Табип – донъялағы иң изге, иң яуаплы һәм иң ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһе ул. Кешеләргә диагноз ҡуямы, операция яһаймы, укол һаламы, анализдар аламы, әллә таҙалыҡты хәстәрләйме – медицина өлкәһендә эшләгән бар хеҙмәткәрҙәр тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Сөнки күберәк аһ-зарҙар яңғыраған ерҙә осраҡлы кеше эшләй алмай. Бында тик үҙ эшен, туҡтауһыҙ ағым булып килгән ауырыуҙарҙы ихтирам иткәндәр генә эшләй ала.
Үҙ хеҙмәтен намыҫ менән башҡарған медицина өлкәһе белгестәре тейешле наградаларға ла лайыҡ була. Зилә Азаматова һәм Гөлсинә Мөхәмәтова ла районыбыҙҙың матур йолаһы буйынса үткәрелгән “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тантанаһында тәбрикләнде.
Зилә Ҡаһарман ҡыҙы бала табыу бүлегенең өлкән акушеры булып оҙайлы йылдар эшләй. Уны районда ғына түгел, ә республикала ла күптәр белә һәм ихтирам итә. Зилә Ҡаһарман ҡыҙы буласаҡ әсәләрҙе бала табыу йортона аяҡ баҫыу менән иҫ киткес йылылыҡҡа сорнай. Уның шифалы ҡулдары ғына түгел, ә йөрәккә үтеп ингән һүҙҙәре лә тәнде лә, йәнде лә дауалай. Һәр кемгә ихтирамлы, кешелекле, йылмайып ҡына торған Зилә апайҙы барыһы ла ярата. Сабыйҙарын ҡулдарына алып йорттарына ашыҡҡан әсәләр хөрмәтле акушерға иң изге теләктәрен еткерә. “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тантанаһында Зилә Ҡаһарман ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Үҙ эшен яҡшы белгән, һәр саҡ ҡайҙалыр ашыҡҡан Гөлсинә Мөхәмәтова ла коллективының һәм халыҡтың абруй-хөрмәтенә ҡаҙанған. 1990 йылда медицина училищеһын тамамлаған белгес һөнәренә тоғро ҡалып, оҙайлы йылдар Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында намыҫлы эшләй. Тәүге эш йылдарынан үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткән Гөлсинә Әсғәт ҡыҙы поликлиниканың баш шәфҡәт туташы итеп тәғәйенләнә. Был яуаплы эште ул оҙайлы йылдар урын-еренә еткереп башҡарып, бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була. Артабан Гөлсинә Әсғәт ҡыҙы район үҙәк ҡала дауаханаһының баш шәфҡәт туташы итеп тәғәйенләнә. Эш тағы ла күберәк өйөлә, яуаплылыҡ та арта бара. Әммә тырыш, эшһөйәр, үҙ эшен камил белгән ханым яуаплы вазифаны юғары оҫталыҡ менән яратып башҡара. Гөлсинә Мөхәмәтова Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды.
Район-ҡалабыҙҙың медицина өлкәһенең йөҙөк ҡашы булған Зилә Ҡаһарман ҡыҙын һәм Гөлсинә Әсғәт ҡыҙын бар күңелдән һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Уларҙың изге һөнәре үҙ яҙмыштарына ла бәхет булып әйләнеп ҡайтһын.
Хөрмәтле Баймаҡ районы һәм ҡалаһының табиптары, шәфҡәт туташтары, ошо өлкәлә тир түккән бар хеҙмәткәрҙәр! Һөнәри байрамығыҙ ҡотло булһын! Өмөт-ышаныс бүләк иткәнегеҙ, күптәрҙе аяҡҡа баҫтырып, яңынан йән өргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!
Гүзәл Салихова.