Бөтә яңылыҡтар

Дөгө кеүәҫе - үҙе бер мөғжизә

Дөгө кеүәҫен йәй буйы эсһәң, йыл буйы проблема булмаҫ. Етмәһә, йәй көнө ул һыуһынды ла ҡандырыр. Дөгө кеүәҫе шулай уҡ остеохондроз менән ыҙалағандар өсөн файҙалы. Борон-борондан дөгө ярҙамында организмды таҙартҡандар.   

Кеүәҫте эшләр өсөн 

* 4 аш ҡалағы дөгө;

* 3 аш ҡалағы шәкәр ;

* 1 аш ҡалағы йөҙөм кәрәк була. 

Дөгөнө яҡшылап йыуығыҙ ҙа 1 литр һыу ҡойоғоҙ. Әйткәндәй, дөгөнөң ниндәйе булһа ла бара. Әммә кеүәҫ өсөн һинд диңгеҙ дөгөһө булһа, яҡшыраҡ була. 

Ошонда уҡ 3 аш ҡалағы шәкәр һәм аш ҡалағы йөҙөм кәрәк була. Хәҙер кеүәҫте 4 көн төнәтергә кәрәк. 

Унан һыуын һөҙөп алабыҙ ҙа һыуытҡыста һаҡлайбыҙ. 

Ҡалған дөгө һәм йөҙөмдө артабан әсетке кеүек ҡулланырға була. Артабан яңынан кеүәҫ эшләгәндә һәр ваҡыт 2-әр аш ҡалағы дөгө менән шәкәр һәм ярты ҡалаҡ йөҙөм өҫтәргә була. 

Быд әсеткене һәр саҡ ҡулланған һайын кеүәҫтең тәмлерәк, көслөрәк була барғанын һиҙерһең. 

Был кеүәҫте 5 аҙна эскәндән һуң быуындар һыҙлауынан оноторһоғоҙ. Кеүәҫте көнөнә 3 тапҡыр ашағандан һуң ярты сәғәт үткәс, яртышар стакан эсегеҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: