Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Киста һәм полиптарҙан төнәтмә

#Һаҡмар_дауалай Кистанан ғәҙәттә операция ярҙамында ғына ҡотолоп була. Ә бына был рецепт кистаны операцияһыҙ ҙа бөтөрә. Бының өсөн ике төнәтмә әҙерләр кәрәк була. 

Киста һәм полиптарҙан төнәтмә
Киста һәм полиптарҙан төнәтмә

Кистанан ғәҙәттә операция ярҙамында ғына ҡотолоп була. Ә бына был рецепт кистаны операцияһыҙ ҙа бөтөрә.

Бының өсөн ике төнәтмә әҙерләр кәрәк була. 

Тәүгеһе өсөн 200 гр ҡарағай бөрөһөн йыйып, 1,5 литр ҡайнар һыуға һалығыҙ. 

Икенсеһен 200 гр меңъяпраҡты 1,5 литр ҡайнар һыуға һалығыҙ. 

Был ике төнәтмәне лә 2-әр сәғәт төнәтегеҙ. Унан утта 20 минутай тотоп алығыҙ. Аҙаҡ йәнә бер тәүлек төнәтегеҙ. 

Икеһен дә һөҙөп, бергә ҡушығыҙ. 

Әҙер төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан 1 сәғәт алда 1-әр балғалаҡ эсегеҙ. Ике айҙан һуң 2 ай ял итеп алығыҙ. Унан ҡалған төнәтмәне эсеп бөтөп ҡуйығыҙ.  месяцев. 

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: