Иң яҡшы дауа нимә?
Әлбиттә, йоҡо. Башланғыс класс уҡыусылары күпме йоҡларға тейеш? Төрлө ғалимдар төрлө норма ҡуя. Уртаса алғанда, 7-8 йәшлектәр тәүлегенә - 12 сәғәт, 9-11 йәшлектәр 10 сәғәт йоҡларға тейеш.
Йоҡо – ул тәбиғи физиологик процесс. Кешеләр ҙә, хайуандар ҙа йоҡламайса йөрөй алмай. Арыған саҡта организм ял һорай икән, мотлаҡ ятып йоҡлап алырға кәңәш ителә. Йоҡо нервы системаһын ял иттереү өсөн бигерәк тә мөһим. Кеше үҙ ғүмеренең өсөнсө өлөшөн йоклап үткәргәне билдәле. Әгәр ҙә йоҡоно һанға һуҡмай, теләһә нисек һәм теләһә ниндәй ваҡытта йоҡлап, һаҡһыҙлыҡ күрһәтһәң - һаулығыңа хәүеф янай. Йоҡо туймаһа, хәтер насарая, кәйеф булмай. Ундай саҡта кешегә һәр төрлө сир йәбешергә генә тора.
Фото интернеттан алынды.