Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
14 Марта 2022, 15:35

Күп ауырыуҙарға дауа булған һарымһаҡ ликеры

#Һаҡмар_дауалай  Һарымһаҡ һәм ҡыҙыл шарап күп ауырыуға дауа булып тора. 

Күп ауырыуҙарға дауа булған һарымһаҡ ликерыКүп ауырыуҙарға дауа булған һарымһаҡ ликеры
Күп ауырыуҙарға дауа булған һарымһаҡ ликеры
12 теш һарымһаҡтың һәр ҡайһыһын 4-кә бүлеп, үтә күренмәле шешәгә һалабыҙ. Унан шешәгә өс стакан ҡыҙыл шарап ҡоябыҙ. Шешәнең ҡапҡасын нығытып, тәҙрә төбөнә ултыртабыҙ. 
 
Ул ошолай ҡояшта 2 аҙна ултырырға тейеш. Көн дә 2-3 тапҡыр сайҡатып торабыҙ. Ике аҙна ултырған төнәтмәне һөҙәбеҙ ҙә ҡарараҡ шешәгә ҡоябыҙ. 
 
Был мөғжизәле ликерҙы ай дауамында көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ эсергә кәңәш ителә. 
 
Был ликер организмдан тоҙҙо сығара, тамырҙарҙы нығыта. Йөрәкте нығыта, ҡанды таҙарта. Артыҡ майҙы бөтөрә, алмашыныу матдәләрен яҡшырта. Ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарынан ярҙам итә. Организмды зарарлы нәмәләрҙән таҙарта.
 
Һау-сәләмәт булығыҙ! 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас