Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
27 Февраля 2022, 05:50

Ауырыуға ҡарағанда эҙемтәһе ҡурҡыныс

Ауырыуҙарҙың ныҡлап таралыуы, балаларҙың күпләп ауырыуы, ата-әсәләрҙең һис бер нәмәгә ҡарамаҫтан ул һәм ҡыҙҙарын мәктәпкә ебәреүҙән башлана шул. Балалар, өлкәндәрҙән айырмалы рәүештә, һаулығына зарланып бармай. Улар ҡәҙимге тормошон дауам итә. Һәм ата-әсә “ярай, үтеп китә ул” тип мәктәпкә, баҡсаға йөрөтөүен дауам итә. Һөҙөмтәлә, ул ауырыуҙы башҡа балаларға, уҡытыусы, тәрбиәселәргә йоҡтора. Ә бит баланың, еңел генә рәүештә булһа ла, коронавирус менән ауырыуы бар бит...

Ауырыуға ҡарағанда эҙемтәһе ҡурҡынысАуырыуға ҡарағанда эҙемтәһе ҡурҡыныс
Ауырыуға ҡарағанда эҙемтәһе ҡурҡыныс

Тышта февраль булыуға ҡарамаҫтан, яҙ тамсылары тама ла башланы. Ҡояш сағыу яҡтырта, көндө лә ҡышҡы миҙгелгә оҡшатмаҫһың. Әммә һаман ауырыйбыҙ, ковид йоҡтороусылар ҙа күп. Ә иң борсоғаны – балалар ауырый. Уларҙы миҙгелле ауырыуҙарҙан һәм коронавирустан нисек һаҡларға? Ошо хаҡта баш табиптың акушер-гинекология ярҙамы һәм балалыҡ буйынса урынбаҫары Э.Ф. Ғатина менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Эльвира Фәрит ҡыҙы, коронавирусты кемдер сигенде ти, бәғзеләр яңы башланып тора тип тә белдерә. Ә ысынында был тәңгәлдә хәлдәр инсек тора?

- Ковид инфекцияһы әле бер ҡайҙа ла китмәне. Уның менән ауырығандар һаны бер аҙ кәмегән кеүек тойолһа ла, тынысланырға иртә әле. Ил буйынса ла, республикала ла яңы осраҡтар теркәлә. Ауырыуҙы ныҡ ауыр кисергәндәр ҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлем осраҡтары ла бар.

- Коронавирустың барлығы билдәле булғас, балалар уның менән ауырымай тигән фекер булғайны. Унан был хата фекер булғаны асыҡланды...

- Был ауырыуҙың яңы, өйрәнелмәгән вирус икәнен оноторға ярамай. Эйе, ковид эпидемияһы башланғас, балаларҙың уға бирешмәүен күреп ҡыуанылғайны. Әммә ваҡыт үтә бара кескәйҙәрҙең дә вирус йоҡтороуы асыҡланды. Тәүҙә балалар ковидты ниндәйҙер билдәһеҙ үткәреүе билдәләнгәйне. Йәғни кескәйҙәр вирусты йөрөтөүсе генә йәки ул ауырый, әммә сирҙең билдәләре күренмәй. Коронавирустың сираттағы тулҡындары бер-бер артлы алмашыныуы һөҙөмтәһендә, балалар ҙа ауырый башланы.

- Хатта яңы тыуған сабыйҙарҙа ла ковид табылды, шулай бит?

- Эйе, ундай осраҡтар ҙа булды. Сабый донъяға килә, ә унда – ковид. Был ауырыуҙың туҡтауһыҙ үҙгәреүе, мутацияға бирелеүе, яраҡлашыуына бәйле.

- Хәҙер балалар ҙа ковид менән ныҡ ауырыймы?

- Эйе, ундай кескәйҙәр ҙә бар. Ауырыуҙы ныҡ ауыр кисергән, хәлһеҙ йығылған ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙа бар. Республикабыҙҙа балалар өсөн ковид госпитале асылыуы осраҡлы түгел бит. Сөнки кескәйҙәрҙе дауалау бөтөнләй икенсе. Киләсәктә был балаларҙың ауырыу эҙемтәләрен кисермәһен өсөн күп көс һалырға, ныҡлап дауаларға кәрәк.

- Балала коронавирус билдәләре ниндәй була?

- Ковидтың билдәләре ниндәй буласағы баланың нисә йәштә булыуына бәйле. Бер йәшкә тиклемге сабыйҙар йыш йоҡлай, хәлһеҙ булыуы, аҙыҡтан баш тартыуы, теләр-теләмәҫ имеүе менән айырыла. Тән температураһы ла күтәрелә. Ә бына бер йәштән өс йәшкә тиклемге кескәйҙәр коронавирусты күпселек осраҡта бер ниндәй билдәһеҙ үткәрә. Был ошо йәштәге балаларҙың иммунитет үҙенсәлегенә бәйле. Шуға күрә ата-әсәләре кескәйҙең ковидты кисереүен белмәй ҡалыуы ла бар.

Дүрт йәштән алты йәшкә тиклемге балаларҙың температураһы күтәрелеүе, уҡшыуы, ҡоҫоуы, эсе китеүе күҙәтелә. Улар эс ауыртыуына зарлана, бик хәлһеҙгә әйләнә.

Ете йәштән ун ике йәшкә тиклемге балалар коронавирус менән ауырығанда уларҙа сир төрлөсә беленә. Беренсенән, ул эсәк-ашҡаҙан системаһын эштән сығарыуы бар. Бала ҡоҫа, эсе китә, уҡшый, эс ауыртыуына зарлана. Икенсенән, бар һыуыҡ тейеү билдәләре беленеүе бар: тымау башлана, бала еҫ һиҙмәй. Әгәр ковид йоҡторған бала йүткерә башлаһа, ул туҡтауһыҙ, ҡоро йүтәл менән ыҙалай.

- Үҫмерҙәр ковидты нисек кисерә?

- Уларҙа ололарҙағы кеүек бар билдәләр була. Ул баш ауыртыуы, хәлһеҙлек, йоҡомһорау. Тән температураһы 1 – 2 тәүлек тә, 9 – 10 көн дауамына ла төшмәүе бар.

- Коронавирус арҡаһында күтәрелгән тән температураһы, башҡа ауырыуҙар ваҡытында күтәрелгән саҡтағынан айырыламы?

- Эйе. Ковид ваҡытында башланған температураны төшөрөп булмай. Температураны төшөргән дарыуҙар бер аҙға ғына ярҙам итә лә, һуңынан ул яңынан күтәрелә. Балаларға килгәндә, бындай күренеш үҫмерҙәргә (13 йәштән 18 йәшкә тиклемге) хас.

- Бала ауырып китһә, нимә эшләргә? Уны нисек дауаларға?

- Иң мөһиме – баланы үҙегеҙ дауалап маташмағыҙ. Ауырыу еңел үткән кеүек тойолһа ла, мотлаҡ табип саҡыртырға кәрәк. Дарыуҙарҙы врач яҙырға тейеш. Ата-әсәләр температура ныҡ күтәрелеп китһә, табип килгәнсе уны төшөрә торған дарыу бирә ала. Шул уҡ ваҡытта балаға күберәк йылы һыу, сәй, морс һ.б. эсерегеҙ. Ауырыған ваҡытта күп эсергә кәрәк. Был организмдағы вирус-токсиндарҙы сығарыуға булышлыҡ итә.

- Коронавирусты үткәргәндән һуң, баланың һаулығын нисек нығытырға?

- Үкенескә ҡаршы, ковид менән ауырыуға ҡарағанда, унан һуң тулыһынса йүнәлеүгә ваҡыт үтә оҙаҡ китә. Ишеткәнегеҙ барҙыр, был мәлде “постковидный синдром” тип йөрөтәләр. Был синдромға көсһөҙләнгән иммунитет, файҙалы микробтар флораһының юҡҡа сығыуы, бауырҙың зарарланыуы хас. Шул уҡ ваҡытта ковид кисергән организмда бер нисә ай дауамында йәшерен сир процесы дауам итеүе бар. Ә ул иң тәүҙә йөрәк һәм ҡан тамырҙарын ҡаҡшата, ҡан төйөлөп, кешенең ғүмере өсөн хәүефле тромбтар барлыҡҡа килә.

- Тимәк, бала коронавирустан һауыҡҡандан һуң да хәүеф һаҡлана?

- Эйе. Шуға күрә коронавирусты кисергәндән һуң, баланы айырыуса һаҡларға кәрәк. Иң тәүҙә уның көн режимына иғтибар бирегеҙ. Ул теүәл үтәлергә тейеш. Ауырыуҙы кисергән бала ныҡ арырға, йонсорға тейеш түгел. Һәм тәү мәлдәре баланы тирләтмәҫкә тырышығыҙ. Аҙыҡ-түлек рационына иғтибар итегеҙ. Ул файҙалы һәм витаминдарға бай булырға тейеш. Педиатрығыҙ менән кәңәшләшеп балағыҙға кәрәкле витаминдарҙы алығыҙ. Ошо мәлдә улар айырыуса кәрәк. Әкренләп баланы сыныҡтырыу, спорт секцияларына йөрөтөүҙе уйлағыҙ. Яңы һауыҡҡан кескәйҙәрҙе шундау уҡ йүгертә башларға ярамай, әлбиттә. Әммә киләсәктә балағыҙҙа спорт менән дуҫлаштырыу өсөн барыһын да эшләгеҙ. Әгәр балағыҙ ковид менән ауырыған кеше менән аралашты икән, уға С һәм Д витаминдарын бирергә кәрәк. Педиатр балағыҙға килешкән махсус вирусҡа ҡаршы дарыуҙарҙы ла яҙа ала.

- Билдәле булыуынса, күпселек мәктәптәр бер аҙна ситтән тороп уҡыны. Әле бына улар уҡырға сыҡты һәм, үҙ күҙәтеүҙәремдән алып әйтәм, балалар тағы ла күпләп ауырый башланы. Йүткергән, сөскөргән, температуһы 37 тирәһе булған балаларын ата-әсәләр мәктәпкә лә ебәрә. Улар быны: “Былай ҙа йүнләп уҡығандары юҡ. Дәрестәре ҡалып китә”,-тип аңлата. Был йәһәттән ниҙәр әйтер инегеҙ?

- Ауырыуҙарҙың ныҡлап таралыуы, балаларҙың күпләп ауырыуы, ата-әсәләрҙең һис бер нәмәгә ҡарамаҫтан ул һәм ҡыҙҙарын мәктәпкә ебәреүҙән башлана шул. Балалар, өлкәндәрҙән айырмалы рәүештә, һаулығына зарланып бармай. Улар ҡәҙимге тормошон дауам итә. Һәм ата-әсә “ярай, үтеп китә ул” тип мәктәпкә, баҡсаға йөрөтөүен дауам итә. Һөҙөмтәлә, ул ауырыуҙы башҡа балаларға, уҡытыусы, тәрбиәселәргә йоҡтора. Ә бит баланың, еңел генә рәүештә булһа ла, коронавирус менән ауырыуы бар бит. Уның, алдан әйтеп үтеүемсә, эҙемтәләре ҡурҡыныс. Балаларҙың белем алыуы яҡшы, әммә һаулыҡ ҡәҙерлерәк бит. Беҙ ошо аңлашылмаған һәм ҡурҡыныс ауырыу таралған заманға тура килдек. Тимәк, үҙебеҙҙе лә, балаларыбыҙҙы ла һаҡларға тейешбеҙ.

- Хәҙерге мәлдә балаларҙың күпләп ауырый башлауы тағы нимәгә бәйле?

- Миҙгелле киҙеү ауырыуҙары лә ошо ваҡытта була бит. Өҫтәүенә һауа торошоноң ҡапыл һәм ҡырҡа үҙгәреүе лә ауырыуҙарҙың таралыуына булышлыҡ итә. Балаларҙың, бигерәк тә үҫмерҙәрҙең йәйге кроссовки кейеп, ел булыуға ҡарамаҫтан башлыҡһыҙ урамда йөрөүен күрергә тура килә. Быларҙың барыһы ла һаулыҡҡа насар тәьҫир итә. Мәктәптәрҙә хәҙер йылы, хатта эҫе булған кабинеттар бар. Тирләп сыҡҡан, әммә йоҡа кейенгән бала йортона ҡайтып еткәнсе хәтһеҙ ваҡыт үтә. Ошо ваҡытта ул өшөп, тәнендә үҙ мәлен көтөп ултырған ауырыуҙың вирусын ҡуҙғытып та ебәрә.

- Үҫмерҙәргә коронавирустан вакцина яһай башлағайнылар.

- Эйе. Әммә ауырыу ҙа, уға ҡаршы вакцина ла яңы булғанға күрә күп ата-әсәләр был һорауға һаҡ ҡарашта. Шулай ҙа вакцина яһатҡан үҫмерҙәр булды. Уларҙың һаулығы яҡшы, вакцинаның насар эҙемтәләре булманы.

- Ата-әсәләргә кәңәштәрегеҙ?

- Ауырыуҙы дауалағанға ҡарағанда, уны профилактиклау отошло. Ғаилә менән ауырып ятҡан кешеләрҙе күреүе бик ауыр. Йәйҙән сынығыу, спорт менән шөғөлләнеүгә иғтибар биреп, һау-сәләмәт тормош алып барып, балаларығыҙҙы ла ошо йүнәлештә тәрбиәләгеҙ. Ауырый башланығыҙ икән, табип саҡыртығыҙ, дауаланығыҙ. Ауырыу баланы мәктәпкә ебәреү, үҙегеҙ сирле килеш эшкә, кеше араһына сығыу, батырлыҡ түгел, ә ахмаҡлыҡ һәм бар йәмғиәткә хәүеф-ҡурҡыныс һалыу икәнен онотмағыҙ.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һау-сәләмәт булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас