

Хәтерегеҙҙең насарайыуын тойhағыҙ, ҡәһүә эсергә кәңәш ителә. Дания ғалимдары тикшеренеүе күрhәтеүенсә, имтихандар алдынан 60 г самаhы ҡәһүә эсеү хәтерҙе яҡшыртып ҡына ҡалмай, уҡылған теманы аңларға, башҡа hеңдерергә лә ярҙам итә икән.
Антибиотиктарҙы һөт менән эсһәң, уларҙың тәьҫир итеү көсө кәмей. Һөт аҙыҡтарын панкреатин кеүек әсегә бирешеп барыусы дарыуҙар менән дә ҡушып эсергә ярамай.
Анемиянан дауаланғанда туҡланыуҙан һөт һәм һөт аҙыҡтарын, шулай уҡ сәй, ҡыҙыл шарап, ҡәһүәне алырға кәрәк.
Дарыуҙар эскәндә К витамины булған йәшелсәләрҙе (шпинат, брокколи, йәшел кәбеҫтә), цитраттарҙы (лимонадтағы, емеш һуттарындағы яһалма лимон кислотаһы), энергетик эсемлектәрҙе бик һаҡ ҡулланығыҙ.
Антидепрессанттарҙы шарап, һыра, сыр, ҡәһүә, фасоль, банан менән ҡушыу ярамай − ҡырҡа ҡан баҫымы күтәрелеп китеүе ихтимал.
Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының тонусын көйләүсе ҡайһы бер препараттарҙы грейпфрут һуты менән эсһәң, улар тағы ла нығыраҡ әүҙемләшеп китә. Был осраҡта ҡан баҫымы төшөп, баш ауыртыуы, йөрәк тибешенең көсәйеп китеүе ихтимал.
Инфекция эләккәндә һәм һалҡын алдырып ауырығанда дарыуҙарҙы аҡһымға бай аҙыҡ-түлек менән бергә ҡулланырға кәңәш ителмәй. Аҡһымдың был препараттар составына ингән матдәләрҙең йоғонтоһон кәметеүе бар.
Буш ашҡаҙанға дарыу нығыраҡ йоғонто яһай, шунлыҡтан табиптар яман шешкә ҡаршы көслө дарыуҙарҙы, антибиотиктарҙы ашағанға тиклем эсергә ҡуша. Ә бына ашҡаҙандың лайлаһына насар йоғонто яһаусы ауыртыныуҙы баҫыусы дарыуҙарҙы, киреһенсә, ашағандан һуң ҡулланырға кәрәк.
Әлморон С витаминына бай. Төнәтмә әҙерләү өсөн 40 г киптерелгән емеште йыуып, 1 литр ҡайнар һыуға һалып, 8 – 10 сәғәткә төнәтергә ҡуйығыҙ. Был эсемлекте кистән эшләп, иртән эсеү С витаминына ҡытлыҡты кәметергә ярҙам итәсәк.
Аҙыҡ-түлектә витаминдар һаҡланһын өсөн, ризыҡты һалҡын, ҡараңғы урында һаҡлағыҙ. Йәшелсә-емеште, үләндәрҙе һыуҙа оҙаҡ тотмағыҙ. Ҡояш нурҙары ла витаминдарҙы үлтерә. Ашарға әҙерләһәгеҙ, ризыҡты ваҡытынан алда ҡырҡмағыҙ. Ит менән балыҡты ҡурғашҡа төрөп бешерһәгеҙ, витаминдары күберәк һаҡланасаҡ.