Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
9 Ноябрь 2021, 15:35

Тирләү үҙәгеңә үтһә

Ниндәй төҫтәге кейемдә тирҙең эҙе ҡалмай?..

Күп кешеләр тирләү менән яфалана. Быныһы бер бәлә булһа, ҡайһы берәүҙәрҙә ул ауыр еҫ менән килә. Шуны билдәләргә кәрәк – тирләгәндә еҫ сыға икән, тимәк, тәндә еҫ сығыуға сәбәпсе булған бактериялар әүҙемләшкән. Артыҡ ныҡ тирләгән кешеләргә мотлаҡ табипҡа күренергә кәрәк. Башҡа осраҡта тирләмәү өсөн ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе күҙәтергә кәрәк.

Тирҙән яфаланыусыларға иртәнге сәй менән ҡәһеүәне боҙло һәм лимонлы бер стакан һыуға алмаштырырға кәрәк.

Һыуһағансы йөрөмәгеҙ! Был организм өсөн стресс, һөҙөмтәлә артыҡ тирләү күҙәтеләсәк.

7-8 сәғәттән кәм йоҡламағыҙ.

Ныҡ ҡыҫып торған кейемдән баш тартығыҙ.

Дезодоранттарҙы дарыухананан һатып алығыҙ. Унда артыҡ тирләү менән яфаланған кешеләр өсөн махсус дезодорант бар.

Контраст душ менән сынығығыҙ: тәүҙә йылы, унан һыуыҡ һыуҙы алмаштырып ҡойоноғоҙ.

Ҡара, күк, һоро төҫтәге кейемдә тирҙең эҙе ҡалмай. Ә бына аҡ төҫтәге күлдәктәрҙәге тирҙең һары эҙҙәрен бөтөрөүе бик ауыр буласаҡ.

Аяҡтарығыҙ тирләмәһен өсөн эштә икенсе аяҡ кейемен кейегеҙ. Тирҙе һеңдергән онтораҡтар һалығыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: